+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2022, 20:45

Тыныслыҡ өсөн улар башын һалған

Красноусол ауылында уҙған шәмбелә район халҡы һәм ҡунаҡтары ҡораллы бәрелештәрҙә һәләк булған яҡташтарын иҫкә алыу өсөн Хәрби Дан аллеяһы янындағы майҙанға йыйылды. Быйыл районда Хәтер көнө үткәрелә башлауға 10 йыл тулды. Митингыла локаль һуғыш ветерандары, республиканың башҡа райондарынан килгән ҡунаҡтар, йәш быуын вәкилдәре, предприятие һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Тыныслыҡ өсөн улар башын һалған
Тыныслыҡ өсөн улар башын һалған

Сараны Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса хәрби комиссариаттың призывты әҙерләү һәм мобилизация эшен иҫәпкә алыу бүлексәһе начальнигы ярҙамсыһы Игорь Ступников менән район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Елена Николаева алып барҙы.
- Беҙ яуҙа һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ, - тине үҙенең сығышында район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов. - Был көн ҡораллы бәрелештәр ваҡытында хәрби һәм хеҙмәт бурысын үтәгән ғафуриҙар - хәрби һәм көс ведомстволары хеҙмәткәрҙәре хөрмәтенә булдырылған. Яҡташтарыбыҙ һуғыштан һуңғы йылдарҙа милләтсе бандподпольеһын бөтөрөүҙә ҡатнаша, Афғанстанда хәрби бурысын үтәй, СССР емерелеү осоронда милләт-ара конфликттарҙы көйләүгә булышлыҡ итә, конституцион тәртипте тергеҙә һәм Төньяҡ Кавказда терроризмға ҡаршы көрәшә. Беҙ һуғышта һәләк булғандарҙы бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ. Уларҙың ғаиләләренә һәм хәрби иптәштәренә һәр саҡ ярҙам күрһәтербеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Фаил Һәҙиәт улы.
- Ватанға намыҫлы хеҙмәт итеп илһөйәрлектәрен иҫбатлаған ир-егеттәребеҙ беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр, - тине һәләк булған яҡташтары тураһында Ауырғазы һәм Ғафури райондарының хәрби комиссары, полковник Фәйруз Ғимаҙиев. - Бөгөн тарих ҡабатлана - шуға күрә беҙ барыбыҙ ҙа берләшергә, Ватаныбыҙҙы ихлас яратырға һәм һәр беребеҙ үҙ урынында эшебеҙҙе намыҫлы башҡарырға тейешбеҙ.
Хәрби комиссар Рәсәй Ҡораллы көстәренә, атап әйткәндә, Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан батыр егеттәргә ярҙам кәрәклегенә айырыуса иғтибар бүлде. Илебеҙ Көнбайыштан көслө баҫымға дусар булған еңел булмаған осорҙа был айырыуса мөһим.
Митингыла шулай уҡ «Хәрби туғанлыҡ» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе Башҡарма комитеты етәксеһе, запастағы подполковник Андрей Пронин, «Рәсәй Геройы Ф.А. Яҡупов исемендәге хәрби хәрәкәттәр ветерандары» йәмәғәт ойошмаһын етәкләүсе Илфат Закиров, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, Һауа-десант ғәскәрҙәре ветераны, Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы, запастағы гвардия майоры Евгений Смирнов сығыш яһаны.
Сарала бүләкләүҙәр ҙә булды: Илфат Закиров Фәнзил Әсхәт улы Хәбибуллин, Азамат Рәйес улы Басариев, Руслан Фәйез улы Ғәббәсов, Айрат Рамазан улы Сайрышев, Алексей Владимирович Саранцевты «Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы» миҙалдары, яңыраҡ төбәк йәмәғәт ойошмаһы сафына ингән Фидан Таһир улы Исҡужин, Илнур Рамаҙан улы Хисаметдинов, Ильяс Мөхәмәт улы Ҡасимов һәм Флиза Марс ҡыҙы Рәхмәтуллинаны ойошманың Маҡтау грамоталары менән бүләкләне.
Фәйруз Ғимаҙиев Олег Афанасьевҡа Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссариатының Рәхмәт хатын тапшырҙы һәм ведомство исеменән үҫеп килеүсе йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү эшенә ҙур өлөш индергәне, шул иҫәптән ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһенең В.Маргелов исемендәге «Десант» хәрби-патриотик клубы курсанттарын хәрби спорт төрҙәре буйынса әҙерләгәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Андрей Пронин тапшырған «Хәрби туғанлыҡ» Бөтә Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһы республика бүлексәһенең Маҡтау грамоталарына Ирек Рәмил улы Хисаметдинов, Алексей Владимирович Саранцев, Азамат Рәйес улы Басариев, Әлфир Ғафар улы Зәйнуллин, Павел Васильевич Казаков һәм Илдар Хәким улы Урманшин лайыҡ булды.
Хәрби хәрәкәттәр ветерандары, мемориал янына йыйылып, хеҙмәт һәм хәрби бурысын үтәп, ғүмерҙәрен биргән иптәштәрен бер минут тын ҡалып иҫкә алғандан һуң, обелискыға сәскә һалдылар. Митингыла яңғыраған хәрби-патриотик йырҙар унда ҡатнашыусыларҙың йөрәгенә үтеп инеп, ҡайтауаздар булып яңғыраны.

Тыныслыҡ өсөн улар башын һалған
Тыныслыҡ өсөн улар башын һалған
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: