+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2022, 10:25

Йылдың иң татлы байрамы быйыл Сәйетбаба ауылында үтте

Сифатлы ла, шифалы лаБашҡортостаным балы,Бар донъяға киң танылдыБашҡорт балының даны!Эй, татлы бал, татлы бал -Ғафуриҙан килеп ал,Татлы баллап сәй эскәндәБеҙ - дуҫтарҙы иҫкә ал!Сәсәниә Фәүзиә Ҡотлогилдина һүҙҙәренә яҙылған ошо йыр менән башланып китте Сәйетбабала уҙған республика “Бал байрамы” фестивале.

Йылдың иң татлы байрамы быйыл Сәйетбаба ауылында үтте
Йылдың иң татлы байрамы быйыл Сәйетбаба ауылында үтте

Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙансыҡта төрлө-төрлө бал һәм көҙгө уңыш менән композициялар төҙөлгән күргәҙмәләр теҙелеп киткән. Аҡ тирмәләр эсендә иһә күрше Имәндәш, Еҙем-Ҡаран, Ҡауарҙы ауыл биләмәләренән килгән умартасылар урын алған. Байрамдың төп ойоштороусыларының береһе, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге тирмәһе янында иһә, түмәр умарта, сығыр, моҙға, инә ҡорт япҡыс һ.б. борондан килгән умартасылыҡ һөнәренә бәйле экспонаттар, ҡортсолоҡ темаһына яҙылған фәнни китаптар күргәҙмәһе урынлаштырылған. Ҡул эштәре оҫталары ла һөнәрҙәрен күрһәтерлек әйберҙәрен теҙеп ҡуйғандар. Сәйетбаба, Еҙем-Ҡаран, Ҡауарҙы, Имәндәш, Бельский ауыл советтары коллективтары, Еҙем-Ҡаран, Сәйетбаба, Имәндәш, Мораҡ мәҙәниәт йорттары, Ҡаранйылға, Ҡолҡан ауыл клубтары коллективтары, Сәйетбаба дөйөм белем биреү мәктәбе, мәктәпкәсә белем биреү төркөмдәре, почта, МФЦ бүлексәһе коллективтары төрлө бал һәм көҙгө уңыш хазиналарынан композициялар ҡорған.
“Бал ҡорттары”, “умартасылар” һәм бал яратыусы татлытамаҡ “айыу” ҡатнашлығындағы күңелле театрлаштырылған тамашанан һуң, байрамда ҡатнашыусыларҙы Сәйетбаба ауыл хакимиәте башлығы Венер Ҡунафин, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөһрә Әхтәмова тәбрикләне, изге теләктәр еткерҙеләр.
Ғафури районы үҙенең гектар-гектар йүкә урмандары менән дан тота. Сәйетбаба ауылы янында беҙҙең ата-бабаларыбыҙ “Үләтле”, “Асанай”, “Теүәш”, “Һылыуҡайын”, “Аҙнағол”, “Ағайтуған”, “Теләпәй”, “Ҡыйбаҙы”, “Зубр ултырышы”, “Иҫке ҡышлау”, “Түңәрәк ялан”, “Түрешле”, “Ғәле туғайы”, “Бабай йылғаһы”, “Шарлама”, “Аҡбейек”, “Сәйфулла баҡсаһы”, “Хазлиәхмәт баҡсаһы”, “Хаят утары” һәм башҡа йәйләүҙәрҙә түмәр, солоҡ, умарталар менән бал ҡорттары үрсеткәндәр, шифалы ризыҡтан өҙөлмәгәндәр. “Йондоҙ” колхозының данлы тарихында Вәлиәхмәт Фәйзуллин, Сәйфулла Сәлимов, Хөсәйен Йәрмиев, Камал Сәғәҙиев, Фәхри Фәйзуллин, Нәҡиулла Хәйретдинов, Барый Сираев, Хатип Ҡасимов, Рәжәп Әсәҙуллин, Әҡсән Суфиянов, Миңнеәхмәт Байбулдин, Вилдан Шәрипов, Фәйзулла Хәйруллин, Рәсүл Зәйнетдинов, Хәбир Сабитов, Әсәҙулла Ишмырҙин, Ишбулды Фәйзуллин, Усман Хәсәнов, Мәүлембирҙе Ғәзизов, Исламбул Фәхретдинов һ.б. оло быуын кешеләренең уңған ҡортсо - умартасы булыуы тураһында беләбеҙ. Уларҙың эшен Фәрит Мәхәмәҙиев, Мөхәмәт, Хәннән Байбулдиндар, Фәрит Фәйзуллин, Әнүр Рәхимов, Марат Ғәзизов, Рамазан Вәлиев, Ибраһим Хәйретдинов, Мәхәмәтдин Ғәзизов, Ғәйетхан Фәйрузов, Фәрит Хәйруллин, Юлай Юлбарисов, Ришат Йәрмиевтар дауам итер ине. Әлеге көндә Марс, Фәтих Ғәзизовтар, Әлтәф, Әлфир Фәхретдиновтар, Фәрүәз, Фәйез, Илфат Фәйзуллиндар, Илфир, Азат, Марат Ишмырҙиндар, Ғәлим Фәйрузов, Фәнил Суфиянов, Әсҡәт, Шәфҡәт Ҡаһармановтар, Рәшит, Шәһит Мөхәмәҙиевтар, Сайфулла, Урал Фәттәховтар, Рәйес, Фәйзулла, Фәрит Йәрмиевтар, Миңниә, Риназ Вәлиевтар, Наил Рәхимов, Илдар Шәрипов, Айҙар, Азамат, Фәнүр Һөйөндөковтар, Шәфҡәт Мөхәмәтдинов, Илһам Байбулдин, Ринат Шәйәхмәтов,Факил Сираев, Зөһрә Хәйруллина һәм башҡа бик күптәр был шөғөлдө ихлас дауам итә.
Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Флүзә Ғайсина байрамға ки-
леп, матур бал күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторған бер нисә умартасыға Маҡтау ҡағыҙы һәм умартасылыҡта кәрәкле бүләктәр тапшырып үтте. Ул Марс Ғәзизовтың кәрәҙле балын бик оҡшатты. Директор урынбаҫары, билдәле актриса Эльмира Саматова ла беҙҙең төбәктең балын юғары баһаланы.
Байрам барған майҙан райо-ныбыҙҙың сәнғәт оҫталарының сығышынан гөрләп торҙо.
Быйыл Бал байрамында беренсе тапҡыр умартасылар өсөн белем арттырыу майҙансығы ойошторолғайны. Унда төп сығыш яһаусы ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, БР “Умартасылыҡ һәм апитерапия” үҙәгенең умартасылыҡ буйынса Хөкүмәт инспекцияһы бүлеге начальнигы Руслан Николаевич Ҡайыпҡолов ине. Ул умартасылыҡ өлкәһендә ҡулланылған яңы препараттар, умартасылар йәмғиәттәре эшмәкәрлеге, умартасы һөнәренә уҡытыу буйынса юғары һәм урта уҡыу йорттарында бюджет урындары һәм башҡа бик күп мәғлүмәттәр еткерҙе, һорауҙарға яуап бирҙе. Икенсе эксперт - билдәле умартасы Рәдиф Халиҡов алда торған бал ҡорттарын ҡышлатыуға әҙерләү мәсьәләләренә туҡталды. Күстәрҙе иҫән-һау ҡышлатып сығыу әлеге мәлдә иң мөһим бурыс булып тора, киләһе йылдарҙа умартасылыҡтан уңыш алыу өсөн төп нигеҙ ул. Райондың ауыл хужалығы бүлегенән вәкил – "Ғафури мәғлүмәт - консультация үҙәге" начальнигы Юрий Родионов умартасылар менән ауыл хужалығы эшсәндәренең килешеп эшләүен билдәләне, тармаҡтар бер-береһенең проб-лемаларын аңлап, бер юҫыҡта эш алып барғанда ике яҡ та ота икәненә иғтибар йүнәлтте.
Майҙансыҡтың эшен киләһе фестивалдәрҙә тағы ла киңерәк, төплөрәк йәйелдерергә, заманында мәктәптәрҙә ойошторолған умартасылыҡ дәрестәрен йәнләндерергә, уҡыу йорттарын-дағы бюджет урындарын тәьмин итерлек йәш умартасылар үҫтерергә тигән маҡсаттар билдәләнде. Бал - тотош башҡорт милләтенең бренды, уның баһаһын төшөрмәү - барыбыҙҙың да уртаҡ бурысы.
Фәниә Фәйзуллина.
Сәйетбаба ауылы.

Йылдың иң татлы байрамы быйыл Сәйетбаба ауылында үтте
Йылдың иң татлы байрамы быйыл Сәйетбаба ауылында үтте
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: