-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Сентябрь 2022, 09:00

Үҫтереү ҙә, һаҡлау ҙа – улар иңендә

Сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә урман тармағы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. БР “Ғафури урман хужалығы” Дәүләт автоном учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре лә Урман хужалығы эшсәндәре көнөн лайыҡлы ҡаршылай. Ошо уңайҙан эшмәкәрлектәре менән таныштырыуын һорап учреждение директоры Рәүеф Лотфрахман улы ЙӘНМЫРҘИНға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – етәксегә:

Үҫтереү ҙә, һаҡлау ҙа –  улар иңендә
Үҫтереү ҙә, һаҡлау ҙа – улар иңендә

- Беҙҙең 17 кешене берләштергән коллективтың төп эшмәкәрлеге - хужалыҡ итеү. Иңебеҙҙә - йәш үҫентеләр, ағастар ултыртыу, уларҙы тәрбиәләү, һирәкләү, урмандарҙы таҙартыу, етештереү эшмәкәрлеге лә (ағас ҡырҡыу, пилорамала брус, таҡта ярҙырып, утын әҙерләп һатыу) алып барабыҙ. Йылдан-йыл үҙебеҙгә еткерелгән дәүләт пландарын үтәп киләбеҙ, уларҙың күләме арттырыла бара. Диләнкәлә утын өсөн һәм төҙөлөшкә яраҡлы ағас әҙерләйбеҙ. Ошо маҡсатта быйыл 3,500 кубометр ағас киҫелергә тейеш булһа, шуның 3 меңгә яҡыны ҡырҡылған. 38 гектар майҙанда ағас ултыртыу планы үтәп сығылды. Шулай уҡ урмандарҙы янғындан һаҡлау маҡсатында янғынға ҡаршы һыҙаттар (223 километрҙа) булдырыу эшен атҡарҙыҡ. Аукционға ҡуйып, диләнкә бүлеүгә килгәндә, йыл башынан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн 100 гектар диләнкә бүлергә тейеш булһаҡ, был эште тәүге кварталда уҡ үтәп сығыуға өлгәшелде.
Предприятиеның матди-техник базаһы әленән-әле яңы техника менән тулыланып тора. Былтыр өр-яңы трактор бүленде. Үҙ иҫәбебеҙгә заманса пилорама һатып алып, иҫкеһе урынына урынлаштырҙыҡ, шулай уҡ таҡта ситен ала торған станоклы булдыҡ, уны урынлаштыраһы бар. Таҡта быстырып, штакетник эшләп, бағана, кәртә әҙерләп һатып байтаҡ ҡына аҡса эшләүгә өлгәшелде. Уҙған йыл менән сағыштырғанда килем алыу арттырып үтәлә.
Ошо бихисап эштәр артында урмансылар коллективының еңел булмаған көндәлек мәшәҡәттәре ята. Хеҙмәткәрҙәр барыһы ла үҙҙәренә еткерелгән бурыстарҙы еренә еткереп үтәй. Күпселегенең хеҙмәт стажы 15 йылдан ашыу, урмансы һөнәренә өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен бағышлаусылар ҙа бар. Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан айырыуса оҙаҡ йылдар эшләүселәрҙең бер нисәүһен билдәләргә кәрәк. Урман мастеры Йәмил Ҡадиров, бухгалтер Гүзәл Әхмәтғәлиева, пилорамсы Миңлеғәле Мөхәмәтдинов һәм башҡалар.
Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллективты, коллегаларҙы, ғүмерҙәрен урман тармағы менән бәйләп, хаҡлы ялға туҡтаған ветерандарыбыҙҙы (улар – ветерандар советы рәйесе Н.Г.Степанов етәкселегендә 70-ләп кеше, араларында И.М.Яҡупов, К.У.Юлдашев һәм башҡалар) һөнәри байрамыбыҙ – Урман хужалығы эшсәндәре көнө менән ихлас күңелдән ҡотлап, еңел булмаған эштәрендә хеҙмәт уңыштары, иҫәнлек-һаулыҡ, күтәренке кәйеф теләйем.

Үҫтереү ҙә, һаҡлау ҙа –  улар иңендә
Үҫтереү ҙә, һаҡлау ҙа – улар иңендә
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: