-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Сентябрь 2022, 11:25

Тормош һәм шатлыҡ бүләк итәләр

Районда урман хужалығын комплекслы үҫтереүгә тармаҡ ойошмаларының һәм хеҙмәттәренең бер структурала эшләүсе төрлө эшмәкәрлеге булышлыҡ итә. Мәҫәлән, Урман фонды ерҙәре менән идара итеү, урмандарҙы һаҡлау буйынса мөһим бурыс-тар менән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы Әнәс Сәйфуллин етәкселегендәге Ғафури урман хужалығы шөғөлләнә. Йыл һайын сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнгән урман эшсәндәренең һөнәри байрамы алдынан үткәрелгән әңгәмәлә ул коллективтың тармаҡ үҫешенә индергән өлөшө хаҡында һөйләне.

Тормош һәм шатлыҡ бүләк итәләр
Тормош һәм шатлыҡ бүләк итәләр

- Әнәс Әхәт улы, урман хужалығы биләмәләре нимәнән ғибәрәт?
- Беҙҙең районда урман фонды 210 мең гектарҙан ашыу майҙанды биләй. Башҡортостанда шунан да ҙурыраҡ урман хужалыҡтары күп түгел. Урмандарыбыҙҙа ҡайын, ерек, йүкә, ҡарағай, уҫаҡ, шыршы, аҡ шыршы, имән, саған, дардар, ҡарағас, йыла, тирәк һәм башҡа ағастар үҫә. Ылыҫлы һәм ҡаты япраҡлы ағастар өҫтөнлөк иткән урман ултыртмалары, шул уҡ ҡарағай, шыршы, аҡ шыршы, ҡарағас, имән, саған, дардар ҡиммәтле ағас төрҙәренә ҡарай.
Урман фонды биләмәһе, белеүегеҙсә, ярайһы ҙур ғына, шуға күрә уның запастары йыл һайын тәбиғәткә зыян килтермәйенсә 500 мең кубометрға тиклем ағас әҙерләргә мөмкинлек бирә (урман хужалығында - бүленгән диләнкә). Әммә ысынында иһә хужалыҡ ихтыяжына һәм халыҡҡа утын, үтемле ағас, эшлекле урман өсөн бөтәһе 45 мең кубометр самаһы ҡулланыла. Йәғни максималь билдәләнгән дәүмәлдең 10 процентынан кәмерәк. Күреүегеҙсә, был өлкәлә үҫешергә урын бар.
- Элек, иҫләүебеҙсә, урмандарҙа башлыса урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре "хужалыҡ итә" ине. Ә бөгөн уларҙан башҡа тәбиғәт ресурстарын кем ҡуллана?
- Элек-электән урман байлығы менән күптәр - бәшмәкселәр, балыҡсылар, бесән, утын әҙерләүселәр һәм башҡалар файҙалана, сөнки ер барыһы өсөн дә уртаҡ ҡулланылышта һәм әле лә шулай булып ҡала. Әммә хәҙер төрлө маҡсатта Дәүләт урман фонды ерҙәрен ҡуртымға алыусылар әүҙемерәк үҙләштерә. Мәҫәлән, туризмды үҫтереү өсөн участкаларҙы ҡуртымға алған эшҡыуарҙар һаны йылдан-йыл арта. Хозур урындарҙа улар турбазалар, ял йорттары, глэмпингтар төҙөй. Күп кенә арендаторҙар ауыл хужалығы йүнәлешендә эшләй. Урмандарҙа умартасылар күп, ағас әҙерләү, шулай уҡ карьерҙар эшкәртеү, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу менән шөғөлләнгән ойошмалар ҙа бар.
Урмандың йәмғиәткә мөмкин тиклем күберәк файҙа килтереүе, төбәктең иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итеүе бик мөһим. Граждандарҙың һәм ойошмаларҙың урман ҡануниәте нормаларына ярашлы ҡуртымға алырға һәм үҙҙәренә бүленгән участканы файҙаланырға хоҡуғы бар. Был осраҡта БР “Урмансылыҡтар идаралығы” Дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Ғафури урмансылығы буйынса “Ғафури урмансылығы” бүлеге хеҙмәткәрҙәре һеҙгә ярҙамға киләсәк. Теләге булғандар Дәүләт урман фонды территорияһында рөхсәт ителгән эшмәкәрлек төрҙәре исемлеге менән еңел таныша ала. Әлеге ваҡытта районда ҡуртымға алыусылар һаны 160-ҡа еткән. Бы-йыл ғына ике тиҫтәгә яҡын яңы ҡуртым килешеүе төҙөлдө.
- Билдәле булыуынса, урман хужалыҡтары махсус ойошмаларҙы (подрядсыларҙы) заказдар менән тәьмин итә, шул арҡала урмандарҙа культуралар тәрбиәләнә...
- Ысынлап та, урман фонды биләмәһендә даими тикшереү үткәрелә, уның һөҙөмтәләре буйынса санитар-һауыҡтырыу һәм башҡа саралар тәғәйенләнә һәм үткәрелә. Мәҫәлән, күптән түгел беҙ Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары яғынан урман ҡоротҡосо - ебәк күбәләге ҡарышлауығы таралыуын асыҡланыҡ. Был төр ҡоротҡос күпләп үрсеү, артабан ҙур майҙандарҙа япраҡлы урмандарҙы юҡ итеү ҡурҡынысы менән янай. Ғәҙәттә бындай осраҡтарҙа беҙҙең бурыс - хәүефте, уның масштабын аныҡ баһалау һәм зарарланған участканы химик эшкәртеү өсөн саралар күреү.
Урмандарға бөжәк кенә зыян килтермәй. Хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм күҙәтеү хеҙмәттәре менән берлектә урмандарҙы законһыҙ ҡырҡыуға, башҡа төрлө емергес эшмәкәрлеккә сик ҡуябыҙ. Быларҙан тыш, подрядсыларҙы урмандарҙы тәрбиәләү буйынса бурыстар менән таныштырабыҙ. Ағымдағы йылда 60 гектар майҙанда урманды тергеҙеү буйынса эш планлаштырылғайны. Ағастарҙы ҡырҡыу - 200 гектар, шул иҫәптән үтеү юлдары - 100 гектар, һирәкләү - 20 гектар, йәш үҫентеләрҙе тәрбиәләү өсөн ҡырҡыу 80 гектар тәшкил иткән. Әйтеүе генә еңел, ә һәр һан артында - эшселәрҙең ауыр физик хеҙмәте. Ерҙе һөрөргә, ултыртыу материалын үҫтерергә, уны ултыртырға, йәш урман культураларын тейешенсә һаҡларға, ғөмүмән, һәр йүнәлеш буйынса мәшәҡәтле һәм еңел булмаған эштәр күп.
Урман янғындарының артыуына бәйле йәйге айҙарҙы борсолоп үткәрҙек. Был осорҙа ҡул ҡаушырып ултырманыҡ, киреһенсә, хәл-ваҡиғаларға ҡарап, бөтә көстө тупларға һәм беренсе сигнал буйынса урынға сығырға әҙер инек. Әйткәндәй, беҙҙең янғын һүндереү-химия станцияһының штаты артты. Хәҙер бында көндәлек вахтаны дүрт кеше алып бара. Уларҙа янғынға ҡаршы көрәшеү өсөн махсуслаштырылған өс берәмек техника - урман янғындарын һүндереү тракторы, "УАЗ-Фермер" базаһындағы автоцис-
терна һәм янғын һүндереү машинаһы бар. Янғынға ҡаршы һыҙаттар булдырыуға, урман юлдарын тәртиптә тотоуға, иң төпкөл урындарҙа элемтә нөктәләрен йыһазландырыуға һәм башҡаларға ҙур иғтибар бүленде.
Яҙғы һәм көҙгө айлыҡтар барышында, «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы сиктәрендә урман культураларын ултыртыуҙы әүҙем ойошторабыҙ. Башҡортостандың «Ғафури урман хужалығы» дәүләт автоном учреждениеһы директоры Р.Л.Йәнмырҙин етәкселегендә «йәшел» акцияларҙа ҡатнашыусыларға иң яҡшы ултыртыу материалын теләп тапшыра. Беҙ үҙебеҙҙең техниканы һәм кешеләрҙе йәлеп итәбеҙ. Быйыл көҙ был эш дауам ителәсәк.
- Урман хужалығында күпме кеше эшләй? Кемде билдәләрһегеҙ?
- Ғафури урман хужалығында 9 белгес эшләй. Тағы 14 кеше - урман хужалығында. Участка урмансылары, инженерҙар, инспекторҙар участкаларҙы, ҙурлығына ҡарамаҫтан, үҙҙәренең биш бармағы кеүек белә. Шуныһы ҡыуаныслы - яҡын арала урман хужалығы инспекторҙар йыйыу иҫәбенә киңәйтеләсәк. Әле коллективта өс урман хужалығы инженеры - Лилиә Свечникова, Әмир Сәйғафаров һәм Әлиә Рәхимова, бер инспектор - Рауил Иваев һәм участка урмансылары Николай Алексеев, Николай Прощаев, Илшат Сәйфуллин һәм Ирек Сафин эшләй.
Урмансылыҡ тармағының барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә һәм белгестәренә, хөрмәтле ветерандарыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс-ҡеүәт, уңыштар, ғаиләләренә именлек теләйем. Еребеҙҙең йәшел ҡалҡаны урманға һаҡсыл мөнәсәбәт - ул, тәү сиратта, тыуған яҡҡа, ошонда йәшәгән кешеләргә һаҡсыл мөнәсәбәт. Урманды һаҡлау һәм арттырыу – һәр беребеҙҙең бурысы. Шуға күрә һөнәри оҫталыҡ һәм төп тәбиғәт байлығына ҡарата тейешле мөнәсәбәт өлгөһө булып торған һәр кемгә айырым рәхмәтемде белдерәм.
- Әнәс Әхәт улы, һеҙҙе яҡынлашып килгән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ!
Ринат ҠӘЙҮМОВ әңгәмәләште.

Тормош һәм шатлыҡ бүләк итәләр
Тормош һәм шатлыҡ бүләк итәләр
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: