+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Сентябрь 2022, 10:55

Заманса белем биреү мөхитендә

Быйылғы яңы уҡыу йылында районыбыҙҙың дүрт белем биреү учреждениеһы – Рәсәй Геройы Фәрүәт Абдулла улы Яҡупов исемендәге Бурлы, Курорт, Красноусолдағы 3-сө һәм Табын урта мәктәптәре базаһында “Мәғариф” милли проектының “Заман мәктәбе” федераль проекты сиктәрендә “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәктәре асылды һәм асыласаҡ.

Заманса белем биреү мөхитендә
Заманса белем биреү мөхитендә

12 сентябрҙә Рәсәй Федера-цияһы Геройы Фәрүәт Абдулла улы Яҡупов исемендәге Бурлы урта мәктәбендә “Үҫеш нөктәһе” үҙәген тантаналы шарттарҙа асыу булды. Белем биреү учреждениеһы уҡыусыларының, коллективының үҙәк асылыу шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәмил Рафаил улы Әхмәтов, мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов, Бурлы ауыл биләмәһе башлығы Илдар Хәниф улы Ғәлин килде.
Мәктәп директоры Руслан Урал улы Тоҡомбәтов тантананы асып, “Үҫеш нөктәһе” проектын тормошҡа ашырыу заманса белем биреү мөхите булдырыу буйынса киң эшмәкәрлек алып барыуҙы күҙ уңында тотоуын билдәләп үтте.
“Мәғариф” милли проектының “Заман мәктәбе” федераль проектын тормошҡа ашырыуҙы маҡсат итеп ҡуйып, белем биреүҙең сифатын күтәреүгә шарттарҙы камиллаштырыуға, уҡыусыларҙың уҡыу предметтарын һәм өҫтәлмә белем биреү программаларын үҙләштереүгә мөмкинлектәрҙе киңәйтеүгә, “физика”, “химия”, “биология” фәндәрен уҡытыу материалдарын практик йәһәттән үҙләштереүгә йүнәлтелгән. “Үҫеш нөктәһе” кабинеты һанлы лабораториялар, микроскоптар, химик реактивтар, тәжрибәләр үткәреү өсөн ҡорамалдар, МФУ принтерҙар, робототехника һәм бик күп башҡа ҡорамалдар менән тулыландырылған. Быларҙың барыһына 1 миллион 420 мең һум аҡса сарыф ителгән.
Уҡыусылар уҡытыусылары менән бер-лектә матур сығыштар ҙа әҙерләгәндәр.
Бына, ниһайәт, тулҡынландырғыс, тантаналы мәл етте. “Үҫеш нөктәһе” үҙәгенең ҡыҙыл таҫмаһы киҫелде (уны киҫеү хоҡуғы Р.Р.Әхмәтов, Р.Ғ.Солтанморатов, Р.У.Тоҡомбәтов һәм 11-се класс уҡыусыһы, уҡыу алдынғыһы Руслана Тоҡомбәтоваға бирелде) һәм ҡунаҡтар үҙәктең заманса йыһазландырылған “Химия һәм биология” (химия һәм биология уҡытыусыһы Айгөл Әхнәф ҡыҙы Тоҡомбәтова), “Физика” кабинеттарына (физика уҡытыусыһы Резеда Рафил ҡыҙы Ғәбиҙуллина) үтте, ундағы мөмкинлектәр менән танышты.

Заманса белем биреү мөхитендә
Заманса белем биреү мөхитендә
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: