+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Сентябрь 2022, 16:00

“АRТ-зал” үҙ ишектәрен асты

16 сентябрҙә Красноусол шифаханаһының “Флагман” бизнес-үҙәгендә Башҡортостан Республикаһы Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының бер төркөм белгестәре һәм БР Башлығы гранттары фонды генераль директорының беренсе урынбаҫары Р.Р.Низаметдинов түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Бында махсус саҡырылған ҡунаҡтар, үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашыу өсөн НКО белгестәре, кураторҙар килгән ине.

“АRТ-зал” үҙ ишектәрен асты
“АRТ-зал” үҙ ишектәрен асты

Тап беҙҙең район проекттарҙы бойомға ашырасаҡ коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында алдынғылар иҫәбендә килә. Роман Низаметдинов үҙ сығышында ғафуриҙарҙың уңышын билдәләп, уларҙың маҡсатҡа ынтылыусан булыуҙарын, Фонд конкурсында әүҙемлектәрен һәм тейешле документтарҙы йыйыуҙа, тултырыуҙа оҫталыҡтарын әйтеп үтте.
Был төркөм иң тәүҙә, программаға ярашлы Президент фонды гранты ярҙамы менән тормошҡа ашырылған Татар Саскүле ауылында урынлашҡан “Изге йорт” пансионатында эксурсияла булдылар.
Йома көнө Балалар ижады үҙәгендә Башҡортостан Республикаһы Башлығының Гражданлыҡ йәмғиәте үҫешенә булышлыҡ итеү фонды грантында “Вдохновение” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы еңеп сыҡҡан аҡсаға йыһазландырылған “АRТ-зал. Театр, фән һәм кино үҙәге” үҙ ишектәрен асты. Күңел һалып эшләнгән был залды асыуҙа БР Башлығы гранттары фонды генераль директорының беренсе урынбаҫары Роман Низаметдинов, район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Ирина Небогатова, район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатов, 1-се мәктәп директоры Галина Петрова, Нияз Мәжитов исемендәге гимназия-интернат директоры Гөлсөм Монасипова, Балалар ижады үҙәге директоры Рәмил Кинйәбаев ҡатнашты.
Йыйнаҡ, ыҡсым, уңайлы заманса залдың асылыуын Балалар ижады үҙәге түҙемһеҙлек менән көткән. Проект сиктәрендә бында театр һәм вокал ижади йүнәлеше буйынса 30 балаға шөғөлләнергә мөмкинлек буласаҡ. 1800 кеше ҡатнашлығында 80 сара үткәреү күҙ уңында тотола. Ә төп маҡсат – театр һәм вокал йүнәлешен тормошҡа ашырыу өсөн техник яҡтыртыуҙы үҙ эсенә алған, ҙур булмаған кинотеатр, фестивалдәр, семинарҙар, конкурстар үткәрергә, тауышты яҙҙырыу студиялы АRТ-зал булдырыу.
Бынан бер йыл элек тә БР Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды конкурсында Балалар ижады үҙәгенең "Вдохновение" коммерциялы булмаған ойошмаһы проекты еңеп, балалар өсөн һоҡланғыс телестудия булдырыуға өлгәшкәндәр ине. Тантанала ҡатнашыусылар ҙа иң тәүҙә ”Гафчик ТВ” балалар телестудияһының эше менән танышып, бында шөғөлләнеүсе балалар менән аралашырға мөмкинлек таптылар. Балалар ижады үҙәгенең "Вдохновение" коммерциялы булмаған ойошмаһы командаһы үҙ тәрбиәләнеүселәре өсөн илһамланып, ижади эшләгәне күренеп тора. Яңы залдың һәр ере уйланылып, талаптарға тап килтерелеп эшләнелгән. Роман Низаметдинов үҙенең сығышында был ҡаҙаныштарға һоҡланыуын йәшермәне. “Беҙҙең менән тығыҙ бәйләнештә эшләүегеҙгә шатмын. Бында күпме көс һалынғанлығы күренеп тора. Һеҙ әле юл башында ғына. Киләһе йылдың йәйенә тиклем проектта ҡаралғандарҙы эшләһәгеҙ, бында балаларҙың ижади һәләтен үҫтерергә ҙур мөмкинселек буласаҡ. Һеҙгә яңы еңеүҙәр теләп ҡалабыҙ”, - тине.
Проекттың кураторы Ирина Анатольевна Небогатова ла проект командаһы ағзалары Светлана Ғөбәйҙуллина, Ирина Васильева, Гүзәлиә Арыҫланова, Елена Симанович, Лиана Муллагилдина, Юрий Герасимовҡа йылы һүҙҙәрен еткереп, район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов исеменән Рәхмәт хаты һәм ҙур эштән һуң тәмләп сәй эсергә торт тапшырҙы. “Вдохновение” мәғарифты үҫтереү фонды директоры Айгөл Мәхмүт ҡыҙы Фәйзуллина үҙ сығышында фондтың 2020 йылдың мартынан эшләй башлауы, ул күп йүнәлешле булыуын әйтеп, оҫта ҡуллы Юрий Герасимовҡа, Венер Халиҡовҡа, Рафаэль Юлмөхәмәтовҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы. Балалар ижады үҙәге етәксеһе Рәмил Ниғмәтйән улы Кинйәбаев та был залды эшләүҙә ярҙам ҡулы һуҙғандарҙың барыһына сикһеҙ рәхмәтен еткереп, илһамланып эшләргә үҙәктең мөмкинлектәре киңәйеүен билдәләп үтте. Шулай уҡ был сарала “Альянс” төркөмө (етәкселәре Светлана Бакаева) ҡыҙҙарының бейеүе, Айҙар Шәриповтың тасури итеп шиғыр һөйләүе барыһының күңеленә хуш килде. Ә инде “Урал батыр” эпосы һәм “Ете ҡыҙ” легендаһы буйынса үҙҙәренең телестудияһы төшөргән “Башҡортостан. Халыҡ хазинаһы” тип аталған фильм-ды барыһы ла тын да алмай һоҡланып ҡараны. Һуңынан яңы сәхнәгә “Ете ҡыҙ” бейеү ансамбле сығып (етәкселәре Айгөл Буранова) алҡыштарға күмелде.
Балалар ижады үҙәгенә, һәр саҡтағыса, барыһын һоҡландырып, илһамланып эшләргә һәм тағы ла бик күп уңыштарға өлгәшергә яҙһын.

“АRТ-зал” үҙ ишектәрен асты
“АRТ-зал” үҙ ишектәрен асты
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: