+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Сентябрь 2022, 10:35

Батыр яуҙа һынала

21 сен-тябрҙә яҡта-шыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Зәйнетдин Низаметдин улы Әхмәтйәновтың тыуыуына 125 йыл (1897-1990) тулды.

Батыр  яуҙа  һынала
Батыр яуҙа һынала

Зәйнетдин Низаметдин улы ӘХМӘТЙӘНОВ районыбыҙҙың Яңғыҙҡайын ауылында тыуған. Белеме - башланғыс. 1944 йылдан - ВКП(б) ағзаһы. 1919-1921 йылдарҙағы Граждандар һуғышында ҡатнашҡан, петлюровсылар һәм махновсылар менән һуғышҡан. 1921-1929 йылдарҙа атаһының хужалығында игенселек менән шөғөлләнә, 1930 йылдан 1941 йылға тиклем районыбыҙҙағы «Ҡыҙыл яр» колхозында башта бригадир, һуңынан келәт мөдире булып эшләй. 1942 йылдың ғинуарында Ҡыҙыл Армияға саҡырыла.
1944 йылдың 19 июлендә Львов өлкәһендәге Сокаль ҡалаһы тирәһендә Көнбайыш Буг йылғаһы аша сыҡҡан саҡта 134-се айырым гвардия саперҙар батальоны сапёры (1-се Украин фронты, 1-се гвардия танкылар армияһы, 11-се гвардия танкылар корпусы) гвардия ефрейторы Зәйнетдин Әхмәтйәнов өҙлөкһөҙ яуған артиллерия уты һәм бомбалар аҫтында тәгәрмәсле транспорт өсөн сығыу урынын яһауҙан бер минутҡа ла туҡтамай. Үҙенең фиҙаҡәр хеҙмәтенә взвод саперҙарын да ылыҡтыра һәм ошоноң менән ротаның ваҡытынан алда хәрби бурысты үтәүенә булышлыҡ итә.
1944 йылдың 23 июлендә Высоцкое ауылы янында Сан йылғаһы аша сығыу урынын эшләгән саҡта батыр сапер дошман ҡулында булған йылғаның һул ярына сыға һәм урман араһына инженерлыҡ разведкаһын үткәрә. Ике сәғәт дауамында автомат һәм пулемет уты аҫтында, һыу эсендә тороп, күперҙең күсәрҙәрен һүтә.
Польшалағы Көнбайыш Макув ҡалаһы тирәһендә Әхмәтйәнов Висла йылғаһы аша сыҡҡан саҡта айырыуса батырлыҡ күрһәтә. 1944 йылдың 30 июнендә ике кәмә беркетелгән паромда рулевой булып артиллерия орудиеларын йылға аша сығара һәм алһыҙ-ялһыҙ өс тәүлек дауамында паромда ҡала.
Советтар Союзы Геройы исеме Зәйнетдин Низаметдин улы Әхмәтйәновҡа СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 23 сентябрендәге Указына ярашлы бирелә һәм уға Ленин ордены һәм Алтын Йондоҙ миҙалы (4573-се һанлы) тапшырыла. Ленин (1944), 1-се (1985) һәм 2-се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары менән бүләкләнгән.
Һуғыштан һуң батыр яугир тыуған ауылы Яңғыҙҡайынға ҡайта һәм 1945 йылдан 1960 йылға тиклем Ленин исемендәге колхозда эшләй. 1981 йылдан Өфө ҡалаһында йәшәй. 1990 йылдың 30 ғинуарында вафат була. Өфө ҡалаһында ерләнә.

Батыр  яуҙа  һынала
Батыр яуҙа һынала
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: