+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Сентябрь 2022, 19:55

Яңы көс өҫтәлде

Ниндәй генә медицина учреждениеһын алһаң да, уларҙа кадрҙар ҡытлығы күҙәтелә. Красноусол Үҙәк район дауаханаһы ла шундайҙар иҫәбендә.

Яңы көс өҫтәлде
Яңы көс өҫтәлде

Бында йәш белгестәрҙе йәлеп итеү мәсьәләһе төрлө юлдар менән хәл ителә. Шундайҙарҙың береһе – районыбыҙ мәктәптәрен тамамлаусыларҙың медицина уҡыу йорттарында маҡсатлы йүнәлтмәләр менән белем алыуы.
Красноусол Үҙәк район дауаханаһында маҡсатлы йүнәлтмә менән уҡыусыларҙы түҙемһеҙлек менән көтөп алалар. Йәш белгестәр – кадрҙар ҡытлығын кәметеү ысулы ғына түгел, ә яңы идеялар һәм яңы көстәр ҙә.
Күптән түгел район дауаханаһы коллективы Башҡорт дәүләт медицина университетында маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡып, эшкә ҡайтҡан өс йәш белгес: Ф.Ғөзәйеров, Т.Бикмәтов, Д.Шәйәхмәтов менән тулыланды. Улар менән яҡындан таныштырмаҡсыбыҙ.
Фидан Гәрәй улы Ғөзәйеров 2021 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының “Педиатрия” бүлеген тамамлаған. 20 июлдә Красноусол Үҙәк район дауаханаһына участка табип-педиатры итеп эшкә ҡабул ителгән, бер үк ваҡытта табип-отоларинголог (ЛОР-врач) булараҡ та ауырыуҙарҙы ҡабул итә.
Тимур Вәзит улы Бикмәтов БДМУ-ның “Дауалау эше” бүлеген 2020 йылда тамамлап, диплом алған. Үҙәк район дауаханаһына табип-хирург итеп 30 августа эшкә ҡабул ителгән.
Дим Рәфис улы Шәйәхмәтов Башҡорт дәүләт медицина университетын “Табип-хирург” һөнәре буйынса былтыр тамамлаған. 1 сентябрҙә Красноусол Үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлексәһендә ошо һөнәре буйынса эш башлаған.
Шуныһы һөйөнөслө, Фидан Гәрәй улы, Тимур Вәзит улы һәм Дим Рәфис улы үҙҙәренең хеҙмәт юлын тап Красноусол Үҙәк район дауаханаһынан башланы.
Шуныһы мәғлүм, ғәҙәттә йәш белгестәр баҙнатһыҙлыҡтары һәм тулҡынланыуҙары менән айырыла, медицина – үтә лә яуаплы һәм ҡатмарлы өлкә бит! Шуға ла Красноусол Үҙәк район дауаханаһы хакимиәте яңы эш башлаусыларға бик һаҡсыл ҡарашта, улар коллективҡа һәм һөнәрҙәренә тиҙерәк ылығып китһен өсөн бар тырышлығын һала.
Ветерандарыбыҙ йәш коллегалары менән үҙ тәжрибәләре, белемдәре менән ихлас уртаҡлаша.
Красноусол Үҙәк район дауаханаһы баш табибының медицина буйынса урынбаҫары Ирек Зиннур улы Фәйзуллин билдәләүенсә, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы остазлыҡты хуплай. Мәҫәлән, стоматология бүлексәһенең табип-стоматолог-терапевы Ирада Миңлебай ҡыҙы Арыҫланова 2021 йылда БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының “Почётлы остаз” маҡтаулы билдәһенә лайыҡ булды.
Йәш белгестәр Дим Рәфис улы менән Тимур Вәзит улына үҙ һөнәрҙәре нескәлектәренә Үҙәк район дауаханаһының тәжрибәле хирургтары Сәлимгәрәй Миңлегәрәй улы Байгилдин һәм Денис Яковлевич Дашкин төшөндөрә. Фидан Гәрәй улын иһә табип-педиатр Динара Абаевна Кулагина үҙ ҡанаты аҫтына алған.
Йәш коллегаларыбыҙға һөнәри үҫеш һәм һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалыуҙарын теләйбеҙ! Хеҙмәт стажы менән бергә һөнәри оҫталыҡ та килһен, ә улар һайлаған ауыр, әммә рәхмәтле һәм кешеләр өсөн кәрәкле һөнәр бары тик ҡәнәғәтлек кенә килтерһен.

Яңы көс өҫтәлде
Яңы көс өҫтәлде
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: