+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Сентябрь 2022, 19:40

Ауылҡайым, минең Юлыҡҡайым

“Ауылҡайым, минең Юлыҡҡайым” тип исемләнгән тарихи һәм генеалогик тикшеренеүҙәрҙән торған тарихи-документаль баҫманың донъя күреүе районыбыҙ өсөн генә түгел, ә респуб-лика өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булды. Был китап Рәсәй Президентының Мәҙәни башланғыстар фонды гранты конкурсында “Үҙ тамырҙарыңды бел” проекты нигеҙендә яуланған грант аҡсаһына һәм ауылдаштар ярҙамы менән нәшер ителде.

Ауылҡайым, минең Юлыҡҡайым
Ауылҡайым, минең Юлыҡҡайым

16 сентябрҙә юлыҡтар Район мәҙәниәт һарайына абруйлы ҡунаҡтарҙы саҡырып, тантаналы шарттарҙа ҙурлап китаптың исем туйын – презентация үткәрҙе. Уның сиктәрендә мәҙәниәт һарайы фойеһында күргәҙмәләр (Яңғыҙҡайын, Рәсәй Геройы Ф.А.Яҡупов исемендәге Бурлы, Сәйетбаба, Еҙем-Ҡаран урта мәктәптәренең, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, Еҙем-Ҡарандағы М.Ғафуриҙың Йорт-музейы, Красноусолдағы тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы экспозициялары) ойошторолғайны, фәнни-ғәмәли конференция үтте. Өфөнән Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте китап сауҙа-күргәҙмә ойошторған.
Юлыҡтарҙың шатлығын уртаҡлашырға мәртәбәле ҡунаҡтар: Башҡортостан Республикаһы Милли архивының генеалогия, күргәҙмә һәм нәшер итеү бүлеге мөдире Зөлфәр Ғәбит улы Ғәтиәтуллин, Ә.З.Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры, БР Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе, тарих фәндәре кандидаты Марат Миңлеғәле улы Зөлҡәрнәйев, ғалим, БДУ-ның башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһы мөдире, филология фәндәре докторы, профессор Ғиниәт Сәфиулла улы Ҡунафин, ауылдаштарыбыҙ: Өфөләге Ғафури районы яҡташтар ойошмаһы рәйесе Рәйлә Рәшит ҡыҙы Урманшина, ғалимә, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы Минихәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы Хәлилова-Баһауетдинова, йәмәғәт эшмәкәре, һәүәҫкәр тарихсы, китаптың автор-төҙөүсеһе Азамат Рәшит улы Урманшин, район Советы, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөһрә Рауил ҡыҙы Әхтәмова, “Табын ырыуы” башҡарма комитеты идараһы рәйесе Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙин килгәйне. Сарала “Юлыҡ” ТОС-ы рәйесе, эшсе төркөм етәксеһе Рәхимйән Шакирйән улы Юлыҡов, Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Рәфис Ғәлинур улы Абдрахманов, районыбыҙ йәмәғәтселеге, шулай уҡ Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары, башҡорт теле уҡытыусылары ҡатнашты.
Сағыу, иҫтәлекле кисәне алып барыусылар – Юлыҡ ауылы егете, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрүәз Урманшин менән мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Гөлдәр Әбелғужина фәнни-ғәмәли конференцияны асыу өсөн тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Зөһрә Әхтәмоваға бирҙе. Зөһрә Рауил ҡыҙы район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов исеменән сәләмләне.
- Беҙ бик матур сараға – Юлыҡ ауылының китап туйына йыйылғанбыҙ. Бөгөнгө көндә бик йыш булмаһа ла, күп төрлө китаптар донъя күреп тора, әммә шулай ҙа иң ҡыҙыҡһындырған һәм тулҡынландырғыс китаптарҙың береһе, әлбиттә, һәр кешенең тыуған яғы, ауылы тураһындағы китаптыр. Сөнки унда таныш кешеләр, таныш фамилиялар, ғаиләләр, шәхестәр тураһында яҙылған. Бындай китаптарҙың баҫтырылыуы ҙур байрам һәм тарихи ваҡиға булып тора. Бындай сараларҙың киләсәк быуынға, йәштәргә тәрбиәүи әһәмиәте ҙур. Был китап Юлыҡ ауылының быуындар төпкөлөнән килгән тарихын һәм бөгөнгөһөн яҡтырта. Баҫмала бик күп документаль материалдар, иҫтәлектәр тупланған. Ошондай матур, йөкмәткеле китап сығарыуҙа күп көс һалған автор-төҙөүсе Азамат Урманшинға, Юлыҡ ауылы халҡына, яҡташтарға, китапты әҙерләп, уны нәшер итеүҙә ярҙам күрһәтеүселәргә ҙур рәхмәтемде еткерәм. Баҫма Ғафури районы энциклопедияһын сығарыуҙа ҙур этәргес көс булып торор, тигән өмөттә ҡалам, - тине Зөһрә Рауил ҡыҙы. Һәм тамырҙары Юлыҡ ауылына барып тоташҡан ҙур шәхес – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтовтың сәләмдәрен еткереп, Рәхимйән Юлыҡовты, Һаҙый Юлмөхәмәтовты, Азамат Урманшинды Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттары менән бүләкләп үтте.
Артабан “Юлыҡ” Территориаль йәмәғәт үҙидаралығы рәйесе, эшсе төркөм етәксеһе Рәхимйән Юлыҡов үҙидаралыҡтың эшмәкәрлеге, китапты нәшергә әҙерләү һәм баҫтырыу тарихын бәйән итте. Автор-төҙөүсе Азамат Урманшин ҡыҫҡаса китапҡа, Юлыҡ ауылының үткәненә байҡау яһаны. Профессор Ғиниәт Ҡунафин, йәмәғәт эшмәкәре Ғәлинур Ҡалмырҙин, ғалимә Минихәнә Хәлилова-Баһауетдинова, БР Милли архивының бүлек мөдире Зөлфәр Ғәтиәтуллин, Юлыҡ мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Минзилә Мәмәтҡолова, мәктәп директоры Эльвира Ғафарова, уҡытыусы Нурзилә Әбделмәнованың сығыштары бик тә фәһемле булды.
Район Советы рәйесе, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп сығыш яһаны.
- Районыбыҙҙың мәҙәниәт һарайы күп төрлө, әһәмиәтле, эстәлекле һәм иҫтәлекле сараларҙы, оло байрамдарҙы ҡабул иткәне бар, әммә бөгөнгө сара, уларҙың барыһынан да айырмалы рәүештә, башлыса, бер ауыл, бер ҡәүем кешеләрен һәм тыуған төйәгебеҙ, төбәгебеҙ, ғөмүмән, тарихыбыҙға битараф булмағандарҙы тупланы.
Районыбыҙ тарихында беренсе тапҡыр китап туйлауҙы мәртәбәле ваҡиғаға әүерелдергән юлыҡтарға, ошондай матур ҙа, тәрән эстәлекле лә баҫманы әҙерләүсе берҙәм һәм белекле, ойошҡан коллективҡа оло рәхмәтемде еткерәм, ошо йүнәлештә яңы асыштар һәм офоҡтар теләйем.
Шуны ла һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәктер: бындай фундаменталь хеҙмәткә тотоноп, уны уңышлы башҡарып сығыу, ысын профессиональ тарихсыларҙың да һәр береһенең ҡулынан килерлек эш түгел. Икенсе яҡтан ҡарағанда, юлыҡтар күп эштәрҙә ысын пионерҙар – башлап йөрөүселәр булдылар һәм булып ҡалалар. Тап юлыҡтар, районыбыҙҙа беренсе булып, 2015 йылда “Юлыҡ” ТОС-ын ойоштороп, Рәсәй Юстиция министрлығында теркәүгә өлгәштеләр һәм бал коммерциялы булмаған ойошма ауылда күп йәмәғәт башланғыстарына нигеҙ һалды, ауыл өсөн үтә лә әһәмиәтле проблемаларҙы хәл итеүгә дәүләттең тос ярҙамын алыуға мөмкинселек бирҙе. Был әһәмиәтле аҙымдары менән юлыҡтар башҡа ауылдарға юл күрһәтте: уларҙағы кеүек эшлекле ТОС-тар барлыҡҡа килмәһә лә, районыбыҙ халҡының төрлө гранттар конкурстарында әүҙем ҡатнашыуы һәм еңеүендә әлеге ойошманың роле баһалап бөткөһөҙ булды. Бөгөнгө сараның төп сәбәпсеһе “Ауылҡайым, минең Юлыҡҡайым” китабы ла ошолар рәтендә. Шуның өсөн был йәмәғәт ойошмаһын ойоштороусыларға, уның алмаштырғыһыҙ етәксеһе Рәхимйән Юлыҡовҡа шәхсән оло рәхмәтемде еткерәм. Райондаштарыбыҙ юлыҡтарҙың башланғысын дәррәү күтәреп алыр, ауылдарыбыҙ, районыбыҙ тарихына иғтибар артыр, ошондай уҡ матур баҫмалар донъя күрер, тип уйлайым, - тигән теләктә ҡалды Фаил Һәҙиәт улы.
БР Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Марат Зөлҡәрнәйев байрамға буш ҡул менән килмәгән, изге теләктәрен еткерҙе һәм китапты нәшергә әҙерләүҙә ҙур тырышлыҡ һалған бер төркөм юлыҡтарға БР Мәҙәниәт министрлығының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының, БР Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте төбәк йәмәғәт ойошмаһының Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Рәфис Абдрахманов ауыл хакимиәте исеменән тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе һәм бер төркөм әүҙемдәрҙе Рәхмәт хаттары менән бүләкләп үтте. Йәнә бер төркөм әүҙемселәр “Юлыҡ” ТОС-ы рәйесе Рәхимйән Юлыҡов ҡулынан Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр алып, ҡыуаныс кисерҙе.
Ауылдаштарыбыҙ Красноусолдағы 1-се урта мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Фәрзәнә Шәрәфетдинова ҙур эш атҡарып сыҡҡан ауылдаштарыбыҙға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының рус теле уҡытыусыһы Зөһрә Исергакова изге теләктәргә ҡушылды, китаптың артабанғы томдарын сығарыу теләген еткерҙе, Рәхимйән Юлыҡовҡа бүләк тапшырҙы.
Иҫтәлекле сараны ауылдаштарыбыҙ ағалы-энеле Фәрүәз һәм Фәнзил Урманшиндарҙың, ирле-ҡатынлы Фәнил Кинйәғолов, Зилара Бикбова-Кинйәғолованың йыр-моңдары, Юлыҡ ауылы кейәүе Наил Вәлиевтың баян моңдары биҙәне. Юлыҡ ауылы һәүәҫкәрҙәренең мәғариф ветераны Рәмилә Зәйнетдинова етәкселегендәге “Еҙемкәй” ансамбле байрам биҙәге булды. Мәҙәниәт һарайынан Илшат Хәбибуллин бейеү бүләк итте.
Быуындар араһындағы бәйләнеште барлаусы ҡәҙерле бүләк – ревизия яҙмалары, метрика кенәгәләре, хужалыҡ китаптары, ауылдаштарҙың хәтирәләренә таянып яҙылған ауыл тарихы, ауыл нәҫелдәре шәжәрәләре бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай ҡалмаҫ. һәр кеше үҙ тыуған еренең, нәҫеленең тарихын, арҙаҡлы шәхестәрен белергә тейеш. йәштәр ҙә тарихты өйрәнеп, артабан быуындан-быуынға тапшырһын ине. Ҡулға тотоп уҡый торған китаптың абруйы төшмәй, бигерәк тә ул тыуған ере, нәҫеле тураһында булһа. Юлыҡ ауылы тураһындағы китап та ошо ерҙә тыуып үҫкән, ошо ауылда донъя көткән һәр бер кешенең йортонда ҡәҙерле ҡомартҡы булып һаҡланһын, тигән теләк кисәлә ҡыҙыл еп булып үтте.

Ауылҡайым, минең Юлыҡҡайым
Ауылҡайым, минең Юлыҡҡайым
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: