+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Сентябрь 2022, 13:20

“Хәбибә” ҡойоһо һайыҡмаһын

Үтәк ауылында һыу сығанаҡтары - шишмә-күлдәр, ҡойолар байтаҡ. Ауылда йәшәү сығанағы булған шишмәләрҙең мөһимлеген, изгелеген аңлап эш итәләр, шуға ла уларҙы төҙөкләндереүгә, тәртипкә килтереүгә, эргә-тирәһен матурлауға ҙур иғтибар бирелә.

“Хәбибә” ҡойоһо һайыҡмаһын
“Хәбибә” ҡойоһо һайыҡмаһын

15 сентябрҙә ауылдың Чапаев урамында төҙөкләндерелеп, ремонт эштәре башҡарылғандан һуң, яңы һулыш алған йәшәйеш сығанағы булған тулы һыулы “Хәбибә” ҡойоһон асыу тантанаһы булды. Был сарала район Советы, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, Үтәк ауыл биләмәһе башлығы Айҙар Әмирханов ҡатнашты.
Үтәк ауылы мәсете имам-хатибы Әнүәр хәҙрәт Арыҫланов сараға фатиха биреп, байрамға килеүселәргә изге нәсихәттәрен, теләктәрен еткереп, тантананы асыҡ тип иғлан иткәс, алып барыусы Рәзилә Ғиззәтуллина һүҙҙе һәүәҫкәр тарихсы, Үтәк мәктәбе музейы мөдире Рауил Раҡаевҡа бирҙе.
-Бөгөн беҙ һеҙҙең Чапаев – Магазин урамына ҙур байрамға, йәшәүебеҙ сығанағы булған һыуҙы – төҙөкләндерелгән ҡойоно асыу тантанаһына йыйылдыҡ. Был урам тарихи урам – 1812 йылғы француздарға ҡаршы Ватан һуғышында ҡатнашҡан Боҫҡон Ҡотымаев вариҫтары йәшәгән урам. Ауылда иң беренсе указлы муллалар ҙа тап ошо нәҫелдән сыҡҡан – Хафизовтар, Ҡаҙаҡҡоловтар Кәримовтар (Бүре Зариф бабай нәҫеле). Был урамды Эт урамы тип тә йөрөтәләр. Миңә ҡалһа, был нәҫел кешеләре аусылыҡ менән көн күргән, уның өсөн бурҙай (русса “борзая”) эттәрен күп аҫрағандар. Урамда йәшәгән Әбелғәйеровтарҙың ҡушаматы ла Бурҙайҙар бит, - тине тарихҡа туҡталып Р.Раҡаев.
-Ҡойо бит ул хәл-әхүәл белешә торған урын: һыу алған 5 минут эсендә ауылдағы барлыҡ яңылыҡтарҙы белергә мөмкин. Һуңғы 10 йыл эсендә был беҙҙең төҙөкләндерелгән бишенсе ҡойо, - тине Рауил Әнүәр улы. - Ҡойоно тәртипкә килтереү урам кешеләренең күптәнге уйы ине. Владивостокта йәшәгән ауылдашыбыҙ Рәзифә апай (ауыл старостаһы Ишбулды ағайҙың һеңлеһе) ауылдағы хәл-торошто ватсап аша күҙәтеп бара. “Изге эштәр эшләйһегеҙ, минән дә бер ярҙам булһын”, тип ҡойоно төҙөкләндереүгә 20 мең һум аҡса ебәргәндән һуң, был урам халҡы аҡса йыя һәм ҡойо элек ниндәй исем йөрөткәнен асыҡлай башланы. Был урамда йәшәүсе Нәжибә апай, Нәжип ағай, Алһыу һәм Зәки Хафизовтар урамдың өлкән кешеһе Ишбулды ағай Шәриповтан һорашып, был ҡойоға ҡаршы ғына Хәбибә исемле әбейҙең (Ғәтифә әбей Ҡасимованың өләсәһе була) йәшәгәнен асыҡлайҙар.
“Хәбибә” ҡойоһо һайыҡмаһын, тәмле һыуы тәнгә сихәт, йәшәргә дәрт бирһен, - тигән изге теләктә ҡалды Р.Раҡаев.
Ауыл биләмәһе башлығы Айҙар Тәлғәт улы сығыш яһап, ҡойоно төҙөкләндереүҙә аҡсалата ярҙам күрһәткән Чапаев урамы кешеләренә, шул иҫәптән балаларға ла, рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе һәм Нәжибә Ҡадирова менән Рәзифә Ғәли ҡыҙына Үтәк ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын, Илшат Вәлиев менән Булат Сатлыҡовҡа Маҡтау ҡағыҙҙарын, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Артабан һүҙ район Советы рәйесе Фаил Һәҙиәт улына бирелеп, ул да район Советы, район хакимиәте, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты исеменән үтәктәргә байрам уңайынан изге теләктәрен еткерҙе. Үтәк ауылында тормошҡа ашырылған “Атайсал” проектында әүҙем ҡатнашҡан Ишбулды Ғиззәтуллинды район Советының, тракторсы, иретеп йәбештереүсе Ғәзимулла Зөбәйҙуллинды район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Рәхмәт хаттары менән бүләкләп үтте.
Ниһайәт, тантаналы мәл етте. Матурланып, яңы төҫ алған “Хәбибә” ҡойоһона ҡыҙыл таҫманы хеҙмәт ветераны, Чапаев урамының өлкән кешеһе Ишбулды Шәрипов, Фаил Зәйнетдинов, Айҙар Әмирханов, тантаналы шарттарҙа киҫкәндән һуң, һыуын тәмләп ҡаранылар.
Ҡойо асыу тантанаһына килгән урам кешеләренә Радмир Ғиззәтуллин, Гөлназ Маннанова, ҡатын-ҡыҙҙар вокал ансамбле дәртле йырҙарын бүләк итте. Күмәкләшеп дәртләнешеп бейеп тә алдылар. Сара тамамланғас, ҡойо янында әҙерләнгән һыйлы, мул ризыҡтарҙан һығылып торған табын артында ҡойо һыуынан ҡайнатылған самауыр сәйе эсеп, ҡәнәғәт ҡалып таралышты урам кешеләре.

“Хәбибә” ҡойоһо һайыҡмаһын
“Хәбибә” ҡойоһо һайыҡмаһын
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: