+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Сентябрь 2022, 20:40

Көн тәртибендә - ҡышҡа әҙерлек

2019 йылдан алып Ғафури районында квартал һайын “Управдом” муниципаль форумы уҙғарыла. Был сара власть һәм үҙидара органдарына, коммуналь ойошмаларға һәм тармаҡ хеҙмәттәренә үҙ вәкилдәре, яуаплы кешеләре аша торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында йыйылып киткән мәсьәләләрҙе халыҡ менән хәл итергә ярҙам итеүе менән файҙалы.

Көн тәртибендә - ҡышҡа әҙерлек
Көн тәртибендә - ҡышҡа әҙерлек

Форумдың сираттағыһы үткән йома Красноусолда Район мәҙәниәт һарайында уҙҙы. Унда Муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәмил Әхмәтов ҡатнашты. Йыйылыусылар алдында район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Ке-йекбаев, “Тепловодоснабжение” МУП-ының баш инженеры Дмит-рий Юдин, “Эко-Сити” төбәк операторының территориялар менән эшләү бүлеге начальнигы урынбаҫары Артур Кәримов сығыш яһаны. Форумда Красно-усол ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Юлай Нәзиров, төрлө ауыл биләмәләренән күп фатирлы йорттарҙа һәм шәхси торлаҡта йәшәүселәр, торлаҡ милекселәре ширҡәттәре (ТСЖ) рәйестәре, квартал башлыҡтары, активистар ҡатнашты.
Сентябрь айы тәүге көндәренән үк ҡыштың алыҫ түгеллеген иҫкәртеп ҡуйҙы. Шуға күп һанлы социаль учреждениелар коллективтары, үҙәктән йылытылыусы йорттарҙа йәшәүселәр үҙҙәренең төп һорауына – ҡасан йылылыҡ биреләсәгенә яуап көтә. Тап ошо мәсьәлә – 2022-2023 йылғы көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек хаҡында Фуат Кейекбаев мәғлүмәт бирҙе.
- Энергетика хужалығының, торлаҡ-коммуналь һәм социаль тәғәйенләнештәге объекттарҙың аварияһыҙ, тотороҡло эшләүенә өлгәшеү өсөн Муниципаль ра-йон хакимиәте тарафынан үҙ ваҡытында тейешле ҡарар ҡабул ителде, көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек комиссияһы тарафынан туғыҙ ултырыш уҙғарылып, төрлө мәсьәләләр ҡаралды һәм хәл ителде, - тине Фуат Зәки улы.
Ул “ГИП-Электро” ЯСЙ-е ҡарамағындағы электр селтәрҙәренең көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә тулыһынса әҙер булыуын белдерҙе. Был предприятие йыл да үҙ хужалығындағы объекттарҙы модернизациялау, ремонтлау һәм техник хеҙмәтләндереү буйынса ярайһы ҙур күләмдә эштәр башҡара. Бы-йыл ғына электриктар тарафынан 64 трансформатор подстанцияһы хеҙмәтләндерелгән. Ра-
йон электр селтәре лә көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә планға ярашлы әҙерләнде. Коммуналь техниканың торошона айырыуса иғтибар бирелде. Оҙон ҡыш алдынан ул мотлаҡ ҡаралып, кәрәкле һәм тейешле нәмәләр менән тәьмин ителергә тейеш. Әлеге ваҡытҡа 26 берәмек төрлө махсус техника (тракторҙар, грейдерҙар, үҙбушатҡыстар һ.б.) регламентланған техник ҡарауҙы үткән.
- Республика Хөкүмәте менән килешеү сиктәрендә быйыл яңы коммуналь техника һатып алыу өсөн Ғафури районына республика бюджетынан субсидия бүленде, - тине Фуат Зәки улы. – Был аҡсаға “МТЗ-82” тракторы һәм “Рыбинец” грейдеры һатып алдыҡ. Улар иҫәпкә ҡуйылып, Красноусол коммуналь хужалығы ҡарамағында торалар ҙа инде. Тағы бер һәйбәт яңылыҡ: БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы беҙҙең коммуналсыларҙың ниндәй төр юл техникаһына ихтыяжы булыуы хаҡында тағы ла мәғлүмәт һоратып алдырҙы. Быға яуап итеп Муниципаль район хакимиәте “КамАЗ”-ға һәм экскаватор-тейәгескә заявка әҙерләне.
- Барыһы ла һәйбәт булһа, - тине башлыҡ урынбаҫары, - киләһе йылда уҡ хужалыҡ гаражын бик тә кәрәкле “эш аттары” менән тулыландыра алырбыҙ тип өмөт итәбеҙ.
Артабан Ф.З.Кейекбаев торлаҡ фонды торошона нисек ярҙам ителеүе хаҡында һөйләне.
- Йыл һуҙымында күп фатирлы йорттар дөйөм йорт сығымдарын кәметеүсе энергия һаҡлау һәм энергияның һөҙөмтәлелеге күрһәткестәрен яҡшыртыуға йүнәлтелгән сараларҙы бойомға ашырыу менән эҙмә-эҙлекле шөғөлләнде. Әлеге мәлгә күп фатирлы йорттарҙа бөтәһе 127 дөйөм йорт иҫәп приборҙары ҡуйылған. Йылылыҡ энергияһын иҫәпләгестәр – 16, һалҡын һыуҙыҡы – 43, электр иҫәпләгестәр – 68. Бынан тыш алты күп фатирлы йортта ағымдағы ремонт үткәрелде, 29-ында ҡыйыҡтар ремонтланды, бикләү арматураһына ревизия яһалып, өлөшләтә алмаштырылды, өс күп фатирлы йортта күтәрмәләр ремонтланды, берәүһенең фасады өлөшләтә ремонтланды, газ иҫәпләү приборҙары тикшерелде һәм башҡа эштәр башҡарылды.
- Йыл һуҙымында, - тине сығыш яһаусы, - күп фатирлы йорттарҙағы 30 йылдан ашыу файҙаланылған эске газ үткәргестәрҙе дигностикалауға диҡҡәт бирелде. Кешеләр хәүефһеҙлеге йәһәтенән үтә лә мөһим был мәсьәләгә муниципаль район хакимиәтендә айырым кәңәшмә бағышланды, унда махсуслаштырылған ойошма вәкилдәре менән берлектә күп фатирлы йорттарҙағы төтөн һәм елләтеү каналдарын тейешенсә тотоу һәм ремонтлау мәсьәләләре ҡаралды.
76 күп фатирлы йортта елләтеү һәм төтөн юлдары ҡаралып, белгестәр 18 иҫкәрмә яһаны. Уларҙың сәбәптәре бөтөрөлдө, тине Фуат Кейекбаев.
Бынан тыш Красноусол, Табын, Аҡкүл ауыл советтарында индивидуаль газ ҡорамалдары менән йыһазландырылған күп фатирлы йорттарҙағы төтөн һәм елләтеү каналдарын тейешенсә файҙаланыу, хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау мәсьәләләрен хәл итеү буйынса ведомство-ара эш төркөмдәре булдырылды.
Форумда Ф.З.Кейекбаев күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт тураһында ла мәғлүмәт бирҙе. 2022 йылда республика программаһы буйынса капремонт Табын ауылындағы Үҙәк урамдың 64-се йортонда үтәсәк икән.
- Эш әүҙем, һәйбәт бара, - тине Фуат Зәки улы, - подрядсылар графиктан тайпылмаҫтарына ышандыра.
Шул уҡ ваҡытта башлыҡ урынбаҫары бүтән йорттарҙа капиталь ремонт башлауҙы кисектерерлек борсоулы күренешкә иғтибар йүнәлтте.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районда капиталь ремонт өсөн аҡса насар йыйыла – быйыл ул 89 процент ҡына. Был күрһәткесте күтәрергә тырышырға кәрәк, сөнки капиталь ремонт программаһына эләгеү иғәнәләрҙең йыйылыу кимәленән тора бит.
Артабан “Тепловодоснабжение” МУП-ының баш инженеры Дмитрий Юдин йыйылыусыларға ресурстар менән тәьмин итеү һәм тарифтарҙың артыуы хаҡында мәғлүмәт еткерҙе. Шулай уҡ “Эко-Сити” төбәк операторының территориялар менән эшләү бүлеге начальнигы Артур Кәримов физик шәхестәрҙең “Эко-Сити”ға бирәсәктәре тураһында һөйләп, сүп-сарҙы утилләштереү ҡағиҙәләре хаҡында әйтеп үтте.
Муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәмил Әхмәтов, район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Кейекбаев, Красноусол ауыл советы башлығы Юлай Нәзиров залдан бирелгән һорауҙарға яуап бирҙе.
Ғафуриҙарҙы ауылдарҙа ҡайһы бер урындарҙа яҡтыртҡыстар, туҡталыш павильондары булмауы борсой, авария хәлендәге торлаҡтан күсереү мәсьәләһе, ҡайһы бер урамдарҙың тышҡы йөҙөн яҡшыртыу, һыу сифаты һәм башҡа мәсьәләләр ҡыҙыҡһындыра.
Яуаплы кешеләр бер һорауҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Рәмил Рафаил улы ҡайһы бер күптәнге проблемаларҙы хәл итеү юлдарын да тапҡан.
Йылытыу миҙгеле ҡасан башланырына килгәндә, был йәһәттән коммуналсылар көн торошонан сығып эш итәсәк. Ләкин, һәр ваҡыттағыса, балалар баҡсаларына һәм мәктәптәргә, заявкалар булыуына ҡарап, иртәрәк тә бирелергә мөмкин.
Был форум да ғафуриҙарға власть, коммуналь ойошмалар менән иң көнүҙәк һорауҙар бу-йынса һөйләшергә, иң мөһиме – уларға яуап алырға мөмкинлек бирҙе.
Ринат ҠӘЙҮМОВ.

Көн тәртибендә - ҡышҡа әҙерлек
Көн тәртибендә - ҡышҡа әҙерлек
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: