+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Сентябрь 2022, 14:40

Алыш бармы? Көрәш бармы?

Гәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, 17 сентябрҙә, “Красноусол” шифаханаһы биләмәһендә Башҡорт полктарының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуының 210 йыллығына арналған боронғо башҡорт хәрби алышы “Ҡара ҡаплан” асыҡ район-ара турниры үтте.

Алыш бармы? Көрәш бармы?
Алыш бармы? Көрәш бармы?

Ысын мәғәнәһендә ҙур байрамға әүерелгән әһәмиәтле һәм иҫтәлекле сара Красноусолда, Район мәҙәниәт һарайы янындағы майҙанда 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан “Төньяҡ амурҙары”на арналған мемориаль комплекс эргәһендә тантаналы шарттарҙа башланды. Ямғыр һибәләп тороуға ҡарамаҫтан, халыҡ ярайһы ғына йыйылды. Сараға Өфө ҡунағы – билдәле тарихсы, тарих фәндәре кандидаты, журналист, продюсер, телевизион проекттар авторы һәм алып барыусы Салауат Ишмөхәмәт улы Хәмиҙуллиндың да килеүе һәм сығыш яһауы ҙур мәртәбә өҫтәне.
Мәртәбәле сараға “Красноусол” шифаханаһы мәсете имам-хатибы Илдар хәҙрәт фатихаһын бирҙе. Мәшһүр башҡорт халыҡ көйө “Урал” яңғырай һәм сара асыҡ тип иғлан ителде. Тәүге һүҙ район Советы рәйесе, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдиновҡа бирелде.
- Рәсәй халҡы һәм донъя йәмәғәтселеге быйыл 1812 йылғы Ватан һуғышының 210 йыллығын киң билдәләй. Был Ватаныбыҙ өсөн генә түгел, ә бөтә Европа ҡитғаһы халыҡтары өсөн дә әһәмиәтле, үҙ масштабы буйынса тиңдәше булмаған дәһшәтле һуғыш халҡыбыҙҙы берләштереүҙә, уның героик асылын баҙыҡ күрһәтеүҙә иҫ киткес ҙур роль уйнаны – урыҫ халҡының, рәсәйлеләрҙең Еңеүсе халыҡ булыуын быуаттарға раҫланы.
Ошо һуғышта, Бородино алышынан башлап, 1813-1814 йылдарҙағы Рәсәй армияһының Европа илдәре буйлап уҙған походында беҙҙең ата-бабаларыбыҙ тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәтеп, үҙ исемен тарих биттәренә мәңгелеккә яҙып ҡалдырҙы. Дошмандарға – аяуһыҙ, дуҫтарға, яуҙаштарға ныҡлы таяныс булған башҡорт батырҙары бөйөк урыҫ халҡы менән дуҫлығын нығытып ҡына ҡалманы, ә бөтә Европаға ҡурҡыу белмәҫ, көслө, рухлы яугир икәндәрен танытты. Ил тарихында булған локаль һуғыштарҙа ла башҡортостанлылар, яҡташтарыбыҙ һис тә һынатманы. Илебеҙ өсөн әлеге ҡырҡыу мәлдә лә Башҡортостан егеттәре, Шайморатов генерал вариҫтары, үҙҙәренең ата-бабалары намыҫына тап төшөрмәй.
Районыбыҙҙағы йәмәғәт ойошмалары араһында “Граница” ойошмаһы айырым урын алып тора. Улар күп башланғыстарға нигеҙ һалып ҡына ҡалманы, башҡалар менән бергә, төрлө иҫтәлекле арт-объекттар ҡороп, күп һанлы ярыштар уҙғарып, районыбыҙ данын арттыра, билдәле яҡташтарыбыҙҙың исемен мәңгеләштерә. Бөгөн беҙҙе йыйған күркәм комплекс та уларҙың, локаль бәрелештәр ветерандарының халыҡ менән берлектәге хеҙмәт емеше, - тине Фаил Һәҙиәт улы һәм үҫеп килеүсе йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә күп көс һалыуҙары өсөн район Советы һәм хакимиәте, район башҡорттары ҡоролтайы исеменән ихлас рәхмәтен белдерҙе һәм боронғо башҡорт хәрби алыштары төрҙәре буйынса асыҡ район турнирының уңышлы уҙыуын теләне.
Ф.Зәйнетдинов “Любизар” хәрби-тарихи клубының 1-се башҡорт атлы полкы идараһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илдар Ғиндулла улы Шәйәхмәтовты тарихи хәтерҙе һаҡлауҙа, үҫеп килгән йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүҙә шәхсән индергән өлөшө, “Төньяҡ амурҙары”на арналған “Батырҙар рухы” мемориаль комплексын төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләне.
И.Шәйәхмәтов үҙ сиратында һүҙ алып, уның етәкселегендә клуб ағзаларының “Бородино көнө” тип аталған ҙур тарихи фестивалдә ҡатнашып ҡайтыуҙары тураһында отчёт-мәғлүмәт бирҙе. Үҙ сығышында Липецк һәм Мәскәү өлкәләренә “Тербун рубежы” һәм “Бородино көнө” хәрби-тарихи реконструкцияларға юлға сығырға әҙерләнгәндә һәм һәр саҡ ихлас ярҙам иткән яҡташыбыҙ, эшҡыуар Хәннән Вәлиулла улы Ишмырҙинға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе, уның шәхси әүҙемлеге башҡаларға өлгө булырлыҡ, тип баһаланы.
Йәмәғәт эшмәкәре, мәғариф ветераны Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙин, “Граница” сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары исеменән Фаил Рауил улы Байшөгөров әһәмиәтле сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп сығыш яһанылар.
Сығыштарҙан һуң, һәйкәлгә сәскәләр һалынды. Күмәкләп фотоға төшкәс, артабан ярышта ҡатнашыусыларҙы шифаханала үтәсәк сәмле бәйгеләр көтә ине. Турнирҙа республикабыҙҙың Өфө, Ишембай, Белорет, Учалы ҡалаларынан, Баймаҡ, Ейәнсура, Көйөргәҙе райондарынан, Татарстан Республикаһы Алабуға ҡалаһынан ҡатнашыусылар булды. Асыҡ турнир тәүгеһенән үткәрелгәнлектән, бәйгеселәр бик күп булманы, йәмғеһе 11 кеше үҙ таҫыллығын, маһирлығын, көсөн һынаны.
Был көндө бәйгеселәр “суҡмар”ҙы алыҫыраҡ ырғытыуҙа, бысаҡты сәпкә тейҙереүҙә, һыбай килеш сәпкә уҡ атыуҙа, һыбай килеш һөңгөнө алыҫлыҡҡа ырғытыуҙа ярышты, башҡорттарҙың ҡылыс (хәнйәр), бысаҡ ҡулланып алышыу алымдарын күрһәтте.
Асыҡ турнир үҙ маҡсатына өлгәште. Бындай саралар спорттың этник төрөн тергеҙеүгә һәм популярлаштырыуға нигеҙ булып тора, балалар һәм үҫмерҙәр араһында башҡорт халҡының милли-мәҙәни мираҫын пропагандалай, шулай уҡ граждандарҙы әүҙем ялға, сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәй.
Бәйгенең ойоштороусылары булып ра-йон хакимиәте, “Красноусол” шифаханаһы, “Мәргән уҡсы” АНО-һы, Ғафури районы “Граница” сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары ойошмаһы, “Любизар” хәрби-тарихи клубы, БР "Ҡара ҡаплан" боронғо төрөк хәрби алышы Федерацияһы торҙо.

Алыш бармы? Көрәш бармы?
Алыш бармы? Көрәш бармы?
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: