+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Сентябрь 2022, 18:30

Быйыл балан бигерәк уңған

Ватан ағинәйҙәре бер нәмә уйлап сығармай тора алмайҙар.

Быйыл балан бигерәк уңған
Быйыл балан бигерәк уңған

Йәмле көҙҙөң 21 сентябрендә ағинәйебеҙ Фәнүзә Латипова баҡсаһында үҫкән баланды йыйырға өмәгә саҡырҙы. Мин барыуға Рима менән Саимә ундалар ине инде. Балан бик уңған бы-йыл, тәлгәштәре бигерәк тә суҡ, емештәре ауырлығынан эйелешеп ултыралар.
Был балан ағасын Фәнүзәләр ошо фатирға күскәс, уның әнейе менән әтейе ултыртҡан икән. Йыл да уңышы мул була ти, шуның өсөн дә беҙҙе ярҙамға саҡырған. Күмәкләшеп тотонғас, эш тиҙ ыраны, тиҙ үк һындырып та бөттөк. унан баҡсала йыйылған самауырлы табында тәмләп сәй эсеп алғас, йыйған баландың тәлгәштәрен япраҡтарынан таҙалап баулай ҙа башланыҡ. Баулағанда йырҙар йырланыҡ, мин үҙемдең балан хаҡындағы шиғырымды уҡыным. Биш бау балан бауланыҡ. Фәнүзә әхирәтебеҙгә ҡыш буйына балаларын, ейәндәрен һыйларға, балан бәлештәре бешерергә етәрлек. Аллаһы тәғәләбеҙ һаулыҡ бирһен...
Бына шулай уйламаған ерҙән бер матур байрам ойоштороп алдыҡ. Унан ҡайтҡас, Фәнүзәнең һөйләгәндәренән илһамланып, шиғыр юлдары ла тыуҙы.
Әнейем баландары
Әнейем ултыртҡан балан
Быйыл бигерәк уңған,
Һәр емеше алтын көҙҙөң
Әсе һутына тулған.
Һеҙ ултыртҡан баландарҙы
Өҙә һеҙҙең балалар,
Әтей-әней рухтарына
Доғаларым баралар.
Әнейемдең төҫө булып
Үҫә баҡсамда балан,
Бешкән балан тәлгәштәрен
Бауҙарға теҙә балаң.
Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА-АЛТЫНБИКӘ.

Быйыл балан бигерәк уңған
Быйыл балан бигерәк уңған
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: