+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Сентябрь 2022, 21:20

Өлкәндәрҙе нимә борсой ?

27 сентябрҙә Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө алдынан район хакимиәтенең ултырыштар залында район ветерандар советы “түңәрәк өҫтәл” уҙғарҙы. “Түңәрәк өҫтәл”дә район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, район хакимиәтенең социаль-йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Олеся Мәжитова, пенсионерҙар менән эшләүсе һәм уларға адреслы социаль һәм башҡа ярҙам күрһәтеүсе ойошма-учреждениелар етәкселәре һәм вәкилдәр, ветерандар советы президиумы ағзалары (Ә.И.Арыҫланов, Э.С.Степанова, Р.С.Нафиҡова, Н.Г.Пискун, К.Ф.Хәлитов һәм башҡалар) ҡатнашты.

Өлкәндәрҙе нимә борсой ?
Өлкәндәрҙе нимә борсой ?

Был әһәмиәтле көн алдынан үткәрелгән мөһим сараның маҡсаты ла өлкән быуын кешеләрен борсоған проблемаларға иғтибар итеү, уларҙы ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү булды. Район ветерандар советы рәйесе Э.Ә.Мөлөкова үҙенең сығышында бөгөнгө көндә районда 10 мең тирәһе ветеран һәм пенсионер йәшәүен, шуның өсәүһе – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булыуын билдәләп үтте. Тыл эшсәндәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының тол ҡатындары һәм “һуғыш балалары” бар. Һуңғылары районыбыҙҙа 1647 кеше иҫәпләнә. Ауыл биләмәләрендә 40 беренсел ветеран ойошмалары уңышлы эшләп килә. Эльвира Әнүәр ҡыҙы айырыуса уңышлы эшләгән рәйестәрҙе атап үтте. Улар: К.Ф.Хәлитов (район эске эштәр бүлеге), А.И.Ғәлләмова (Красноусол Үҙәк район дауаханаһы) һәм башҡалар, шулай уҡ район ветерандар советының 11 кешенән торған президиум ағзалары ветерандар хәрәкәте үҫешенә ҙур өлөш индерә.
- Оло йәштәгеләр көнөнә лайыҡлы әҙерләнергә кәрәк, ойошма-предприятиеларҙағы бер ветеран да, бер пенсионер ҙа ситтә ҡалмаһын, күҙ уңынан ысҡындырылмаһын ине, оло кешеләрҙе борсоған мәсьәләләрҙе хәл итергә тырышырға кәрәк, - тигән теләген еткерҙе Эльвира Әнүәр ҡыҙы “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусыларға төбәп.
Район хакимиәтенең социаль-йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы О.Р.Мәжитова һүҙ алып, районда “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” программаһы һәм был йүнәлештәге эштәр барышы тураһында бәйән итте. Былтыр беҙҙең районға 63 квота бүленһә, быйыл был һан 94 булған. Был программаның 2024 йылға тиклем оҙайтылыуы хаҡында билдәләне.
Пенсия фондынан вәкил Л.А.Горбунова эшмәкәрлектәренең үҙгәрешһеҙ ҡалыуын, әүәлгесә эшләүҙәрен, бары тик 8-17 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә пособиелар
тәғәйенләү үҙҙәренә күсерелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Пенсияларҙы ҡайтанан иҫәпләүгә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе.
Красноусол Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Х.С.Сәфәрғолов өлкән йәштәге кешеләрҙе диспансерлаштырыу мәсьәләһенә туҡталды, уларҙы дауаханаға килтереү ойошторолоуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Һәр кесе йома көндө ҡайһылыр ауылдан 5 кешене (аҙ хәрәкәтләнгән бер һәм 80 йәштән өлкәнерәк дүрт граждан) Үҙәк район дауаханаһына килтереү мөмкинлеге бар. Хәкимйән Сабирйән улы оло быуынды борсоған башҡа һорауҙарға ла яуап бирҙе. Айырыуса “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте буйынса һорауҙар күп. Кешеләр уны саҡырғандан һуң оҙаҡ килмәүенә зарлана. Баш табип “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенең Красноусол Үҙәк район дауаханаһында урынлашып та, эшмәкәрлеге өҫтән бойороҡ буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсерелеүе сәбәпле, ошондай аңлашылмаусанлыҡтар килеп сығыуын, әммә бер нисек тә йоғонто яһай алмауҙарын бәйән итте. Республика буйынса 9 медицина округы булдырылып, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтен дә унда күсергәндәр. Шуға ла хәҙер ярҙамды “112” телефоны аша саҡыртырға кәрәк, ә “03” йәки “103” аша түгел. Х.Сәфәрғолов һаулыҡ һаҡлау системаһындағы башҡа проблемалар, шулай уҡ дауахана пенсионерҙары һәм ветерандары менән ойошторолған эштәр тураһында бәйән итте. Уның сығышын Үҙәк район дауаханаһының ветерандар ойошмаһы рәйесе А.И.Ғәлләмова тулыландырҙы. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 327 хеҙмәт ветераны иҫәпләнә. Улар менән даими бәйләнеш булдырылған, юбилярҙарҙы шәхсән дә, район гәзиттәре аша ла ҡотлайҙар. Өлкән йәштәгеләр көнө уңайынан да гәзиттә ҡотлау буласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды Алла Илсор ҡыҙы.
“Изгелек шишмәһе” коммерциялы булмаған автономлы халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Р.Ф.Рахманғолова был хеҙмәттәге эштәр менән таныштырҙы. Бында бик күп эштәр эшләнә, социаль хеҙмәткәрҙәр 642 пенсионерҙы хеҙмәтләндерә. Розалия Фәрит ҡыҙы билдәләүенсә, был структурала ҙур проблема - кадрҙар ҡытлығы. Мәҫәлән, районыбыҙҙың ҙур - Еҙем-Ҡаран ауылында социаль хеҙмәткәр булып эшләргә теләк белдереүсе юҡ.
Район мәғариф бүлеге вәкиле Ю.А.Судовикова мәғариф йүнәлеше буйынса эштәр барышы менән таныштырҙы. Районыбыҙҙың һәр мәктәбендә музейҙар булдырылған, уларҙы паспортлаштырыу бара. Үҫеп килгән йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү йәһәтенән мәктәп уҡыусылары тарафынан оло йәштәгеләргә шефлыҡ ярҙамы ойошторолған. Шулай уҡ мәктәптәрҙә “Герой партаһы” бар, унда үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткән һәм яҡшы уҡыған уҡыусылар ултыртыла. Тиҙҙән Шайморатов класын асыу планлаштырыла. Байрам уңайынан мәғариф бүлеге үҙ ветерандарын (25 кеше) тәбрикләп, бүләк-пакеттар та-
ратасаҡтарын билдәләп үтте, ә мәктәптәрҙең үҙ ҡарамағында.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашҡан Күп функциялы үҙәк етәксеһе Е.Ғ.Хәкимова, Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Ю.М.Нәзиров, мәҙәниәт бүлеге вәкиле Л.Б.Ғөбәйҙуллина, “Ғаилә” хеҙмәтенән Г.М.Юлбарисова, район эске эштәр бүлеге һәм Үтәк ауылы ветерандар ойошмалары рәйестәре К.Ф.Хәлитов менән Ә.И.Арыҫлановтар үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты, аңлатмалар бирҙе, теләктәрен еткерҙе.
“Түңәрәк өҫтәл”дә оло быуын кешеләрҙе иғтибар менән солғап алыу, ярҙам ҡулы һуҙыу хеҙмәт бурысы түгел, ә ысын күңелдән йөрәк ҡушыуы икәне ҡыҙыл еп булып үтте.

Өлкәндәрҙе нимә борсой ?
Өлкәндәрҙе нимә борсой ?
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: