-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Октябрь 2022, 11:50

“Аҡбейек”тәр һынатмай!

Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Аҡбейек” ирҙәр вокаль ансамбле (һүрәттә) Өфө ҡалаһында уҙған “Яратам һине, тормош!” республика конкурсында 1-се урынға лайыҡ булды.

“Аҡбейек”тәр һынатмай!
“Аҡбейек”тәр һынатмай!

Бынан бер нисә йыл элек ауыл аҡһаҡалы Закир Ишмырҙин башланғысында төҙөлгән ансамбль йылдың-йылы төрлө мәҙәни сараларҙың, конкурс-бәйгеләрҙең биҙәге булып тора. Үҙ сафына ауылдың өлкән йәштәге ир уҙамандарын йыйған коллектив әленән-әле яңы көстәр менән тулылана килә. Етәкселәре Закир Вәлиулла улы әйтеүенсә, улар йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмайҙар, улар ауылдың ихтирамлы кешеләре.
Өфөлә үткән “Яратам һине, тормош!” фестивалендә ансамбль ағзалары Закир Ишмырҙин, Фәнүр Фәхриев, Ниязи Вәлиев, Хатмулла Байбулдин, Таһир Яхин, Фәнил Суфиянов ағайҙар Илһам Байбулдиндың ҡурай моңона башҡорт халыҡ йыры “Азамат”ты башҡарған. “Аҡбейек” ансамбленә киләсәктә лә ижади уңыштар, көслө алҡыштар теләйбеҙ.

“Аҡбейек”тәр һынатмай!
“Аҡбейек”тәр һынатмай!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: