+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Октябрь 2022, 14:45

Ғафури – баллы төбәк

24-25 сентябрҙә Өфө ҡалаһында “Татлы бал” күргәҙмә-йәрминкәһе үтте. Бында ниндәй генә бал юҡ ине, баш ҡала халҡына йәне теләгәнен һатып алырға мөмкин булды. Сара башҡорт балын популярлаштырыу һәм “АпиМир” Халыҡ-ара умартасылар форумына әҙерлек сиктәрендә үтте.

Ғафури –  баллы төбәк
Ғафури – баллы төбәк

Шифалы хуш еҫле татлы бал байрамында районыбыҙҙан Юрий Родионов етәкселегендә “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге”, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, Ҡотлоғужа һәм Ҡауарҙы ауылдарынан билдәле умартасылар Рифғәт Мөлөков, Азат Исмәғилев, Луиза Сөләймәнова, шулай уҡ “Красная поляна” утарынан Сергей Тимофеевтарҙан торған делегация ҡатнашты.
Баш ҡаланың В.И.Ленин исемендәге майҙанында уҙған йәрминкәлә умартасылар һатып алыусыларға яңы уңыш балын ғына түгел, ҡортсолоҡтоң төрлө продукцияларын да: умарта елеме (прополис), инә ҡорт һөтө, шифалы майҙар һәм төнәтмәләр тәҡдим итте.
- Башҡортостан умарта күстәре һаны буйынса иң күп, бал ҡорттарына шифалы бал йыйыу өсөн ҡиммәтле йүкә һәм башҡа урмандарҙың иң ҙур майҙаны булған төбәк. Был беҙҙең умартасыларыбыҙға уникаль үҙенсәлеккә эйә шифалы башҡорт балын бик күп етештереүгә мөмкинлек бирә, - тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов. – Бал йәрминкәләре, фестивалдәр был ҡиммәтле продукт менән киңерәк таныштырырға, уның уникаль үҙенсәлектәре тураһында күберәк һөйләргә, бөтөн теләүселәргә һатып алырға мөмкинлек бирә. Беҙгә шуныһы бик мөһим, башҡорт балы төбәктә һәм илдә генә түгел, ә донъяла лайыҡлы баһаланһын ине. Бының өсөн беҙҙә мөмкинлектәр етерлек.
Күргәҙмә-йәрминкә сик-тәрендә умартасылар төрлө номинацияларҙа билдәләнде. “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” үҙенсәлекле күргәҙмә һәм мәҙәни-күңел асыу программаһы буйынса 1-се урын яулай.

Ғафури –  баллы төбәк
Ғафури – баллы төбәк
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: