+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Октябрь 2022, 17:25

Батыр улдар үҫтергәндәр

Ил яҙмышы ирҙәр ҡулында, тигәндәй, ҡайһы осор ғына булмаһын, батыр егеттәребеҙгә ниндәй генә яу юлында булырға, ә ҡайһы берҙәренә хатта үҙ ғүмерҙәре менән дә иҫәпләшергә тура килә. Әлбиттә, һуңғыһы тураһында һүҙ барғанда иң беренсе ошо уңалмаҫ ҡайғыларҙы кисергән, батыр улдарҙың әсәйҙәре һәм атайҙары күҙ алдына баҫа. Күптән түгел ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова менән Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡуповтың атаһы, Чечен Республикаһында хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған Илшат Ильясовтың әсәһе янында булып, хәл-әхүәлдәрен һорашып, һөйләшеп ултырыу форсаты сыҡты. Минең яҙасаҡ геройҙарым заманында ең һыҙғанып эшләп, батыр улдар үҫтергән, хәҙер хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветерандары.

Батыр улдар үҫтергәндәр
Батыр улдар үҫтергәндәр

Гәзит уҡыусыларыбыҙҙы батыр ул үҫтергән әсә - Фәриҙә Вәғиз ҡыҙы Ильясова менән таныштырмаҡсыбыҙ.
Мәғариф алдынғыһы булған Фәриҙә Вәғиз ҡыҙы беҙ барғанда ең һыҙғанып һарай тирәһен таҙартып, эш менән булып йөрөй ине. Ул урам тирәһен йәмләп, күҙҙең яуын алып ултырған сәскәләренең һәр береһенең исемдәрен атап таныштырғас, беҙҙе өйгә әйҙүкләне. Күркәм йортҡа үтәбеҙ. Бар ерҙә таҙалыҡ, тәртип булған заманса өйҙө лә бүлмә гөлдәре йәмләй. Фәриҙә апай уларҙы ла иркәләп, нисек үҫтереү, тәрбиәләү тураһында һөйләп алды.
Фәриҙә Вәғиз ҡыҙы Ильясова Стәрлебаш районының Әмир ауылында тыуып үҫкән. һигеҙ балалы ғаиләлә иң олоһо ул. Шуғалыр ҙа, изге күңеллелек, йомартлыҡ, кешегә ҡарата иғтибарлы булыу кеүек сифаттар уға ғаиләлә һалынып, артабан камиллашҡандыр. Ул туғандарына төп терәк-таяныс булып үҫеп етеп, урта мәктәпте тамамлағандан һуң Бөрө педагогия институтына рус теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә. Бында уҡыуын тамамлағас, йәш ҡыҙ Үзбәк ауылына эшкә килә. Кешеләрҙе, үҙ һөнәрен яратҡан йәш педагог был ауылға башкөллө сума. Үҙ яртыһын да ошонда таба Фәриҙә Вәғиз ҡыҙы. Флүр Сөләймән улы менән тормош ҡороп, өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, биш йыл элек тормош иптәше мәрхүм булған. Бөгөнгө көндә Красноусолда йәшәүсе игеҙәк ҡыҙҙары Луиза менән Эльза һәм уларҙың балалары - төп терәге уның.
- Илшат улым бар нәмә менән ҡыҙыҡһыныусан булды, 1-се класҡа тиклем үк апалары ыңғайына уҡырға өйрәнеп, бер ваҡытта ла тик торорға яратманы. Стәрлетамаҡ физик культура техникумын тамамлағас, ике йыл әрмелә хеҙмәт бурысын үтәне. Унан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса полицияның патруль-пост хеҙмәтенең айырым батальоны инспекторы вазифаһын алып барҙы. 1999 йылдан 2012 йылға тиклем эске эштәр органдарында тырышып эшләне. Чечен Республикаһында уға тиклем дә бер тапҡыр командировкала булып ҡайтҡайны инде. 2012 йылдың июлендә йәнә 6 айға иҫәпләнгән командировкаға ебәрелде. “Бына, ялға туҡтағас, ауылға бөтөнләйгә йәшәргә ҡайтам”, - тип һәр саҡ әйтер ине. Киленебеҙ, улдары Илнур, Искәндәр килеп торалар. Оло улы Илнур өйләнде, үҙ ғаиләһе бар. Стәрлетамаҡ ҡалаһының полиция идаралығында эшләгән иптәштәре ярҙамсыл булдылар. Мал тотҡанда бесән эшләшеп, үҙҙәре килтереп бирә торғайнылар. Әле лә һәр саҡ килеп, хәлде белеп торалар, - тип һөйләп үтте Фәриҙә Вәғиз ҡыҙы.
Хөрмәтле уҡытыусы Үзбәк мәктәбендә дүрт тиҫтә йылға яҡын балаларға белем һәм тәрбиә бирһә, шуның 24 йылын бар күңелен һалып завуч булып эшләй. Бик күп йылдар ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе йөгөн дә тартҡан. Һәүәҫкәр артист булараҡ ауыл клубында спектаклдәрҙә ҡатнашҡан.
Фәриҙә Вәғиз ҡыҙы менән аралашҡан һайын һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй. Бөгөн ул 2 ейәнсәргә, 5 ейәнгә өлгөлө өләсәй. Тормош иптәше менән бергә ҡорған нигеҙен һыуытмай, уны йәмләп, биҙәп, ҡошсоҡтарын ошонда йыйып, һөйөклө әсә, ҡәҙерле өләсәй булып йәшәй ул. Йәнәшәлә уның кеүек ауырлыҡтарға күңел сафлығын, рух ныҡлығын ҡаршы ҡуйып йәшәй белгән кеше булғанда бар донъяның аламалығы юҡҡа сығыр кеүек. Мәғариф ветеранына ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы теләп ҡалабыҙ.
* * *
Абдулла Хәмзә улы Яҡупов 1928 йылдың 28 ноябрендә Бурлы ауылында тыуған. Улар ғаиләлә өс бала үҫкәндәр. Иң өлкәне 1924 йылғы Ғатаулла үҙ теләге менән фронтҡа китә һәм шул китеүенән кире ҡайтмай. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда етем ҡалған 13 йәшлек Абдулла Хәмзә улы уҡыуын ташлап, эшкә керергә мәжбүр була. Көслө, ҡатҡыл егеткә гел ҡарттар, тол ҡатындар менән ҡайҙа ауыр шунда эшләргә тура килә. Ә 20 йәш тулғас, әрме хеҙмәтенә алына. Биш йыл Тымыҡ океан флотында өлкән матрос-зенитсы булып хеҙмәт итә. Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы заводҡа эшкә урынлашырға теләй, әммә колхоз рәйесе уны колхозды күтәреү өсөн ауылда ҡалырға күндерә. Механизаторҙар курсына ебәреп уҡытып алалар. Үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, “Ленинизм” колхозында 65 йыл көн-төн тип тормай механизатор һәм комбайнсы булып эшләй ул.
Абдулла Яҡупов 27 йәшендә затлы, ғәҙел, уңған нәҫелдән булған Ауырғазы һылыуы Раузаны кәләш итеп ала. Улар биш балаға ғүмер бүләк итеп, уларҙы ла эшһөйәр, тырыш итеп үҫтерәләр. 1958 йылғы өлкән улдары Фәрүәт Абдулла улы хәрби һөнәр һайлап, Афғанстан, Төньяҡ Кавказды үтә. Батырлығы өсөн Рәсәй Геройы исеме бирелә. Тик ҡыҫҡа ғүмерле була. Уның ике улы ла хәрби һөнәр һайлағандар. Икенсе улдары Фәрит Нижневартовскийҙа, Фәрзәнә ҡыҙҙары бөгөнгө көндә атаһын ҡарашып бергә йәшәй. Мәскәү ҡалаһында эшләп, йәшәгән Фәүзиә ҡыҙҙары полиция хеҙмәткәре булып, хаҡлы ялға сыҡҡан, Филәрит улдары полиция полковнигы, педагогия фәндәре кандидаты.
- Атайыбыҙ алдынғы комбайнсы, бригадир булды. Барыбыҙ ҙа мәктәптә уҡығанда комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләнек. Әни-әти беҙҙе эшкә өйрәтеп, кешегә ҡарата һәйбәт булырға өндәп үҫтерҙеләр. Әниебеҙ 19 йыл элек вафат булды. Әтиебеҙҙең хәҙер 7 ейән-ейәнсәре, 10 бүлә-бүләсәре бар. Һәр береһе килеп торалар, - тип һөйләп алды Абдулла Яҡуповтың ҡыҙы Фәрзәнә.
Ир-ат ағас ултыртырға, ул үҫтерергә, өй һалырға тейеш, тигән әйтем бар. Абдулла Яҡупов барыһын да үтәп, улдың да ниндәйен, Герой ул үҫтергән. баҫалҡы, тыйнаҡ булған Абдулла Хәмзә улы бөгөнгө көндә бар уңайлыҡтары булған заманса өйҙә ҡыҙы Фәрзәнәнең матур тәрбиәһендә ғүмер кисерә. Һеҙҙе һаулыҡтан, күңел тыныслығынан Хоҙай айырмаһын, алда ла ҡәҙер-хөрмәттә йәшәргә яҙһын.

Батыр улдар үҫтергәндәр
Батыр улдар үҫтергәндәр
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: