+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Октябрь 2022, 12:05

Хәрәкәттә – бәрәкәт

Үтәк ауылында йәшәүсе теремек, яғымлы, йөҙөнән йылмайыу китмәгән Лира апай Хәмзинаны скандинав таяҡтарында йөрөгән мәлендә тап иттек. Ауылда “Хәбибә” ҡойоһон асыу тантанаһына ул тап шул таяҡтар менән килгәйне.

Хәрәкәттә – бәрәкәт
Хәрәкәттә – бәрәкәт

Лира Мансур ҡыҙы Ерек ауылында 1940 йылдың 25 апрелендә туғыҙ балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Бөгөн уларҙан һеңлеһе Мәрйәм менән икеһе генә иҫәндәр. Атаһы Мансур Хәмзин Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, һыңар аяҡ менән әйләнеп ҡайта. Протез аяҡ менән колхозда ферма мөдире, әҙерләүсе булып эшләй. Лира 12 йәшлек кенә сағынан атаһына бесән сабыуҙа һәм башҡа еңел булмаған эштәрҙә ярҙамлашып, сынығып буй еткергән. уҡыу эләкмәй уға. Йәше еткәс, Ибраһим ауылы егетенә тормошҡа сыға, өс балаға (Мөнирә (Винера), Винер, Ғәлинур) әсәй була. Әммә һуғыштан сирләп ҡайтҡан ире мантый алмай, гүр эйәһе була. Тол ҡалғас, балалары менән, Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылында йәшәгән апаһының саҡырыуы буйынса, унда күсенеп китә. фермала һауынсы булып эшләй. Артабан Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәп-эшләп, балаларын яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге көндә улы Винер ғына иҫән, ғаиләһе менән Стәрлетамаҡта йәшәй.
Яҙмыш елдәре Лира апайҙы Үтәк ауылына илтә. Ауылдың ир-уҙаманы Әсҡәт Ғәҙелшинға димләйҙәр һәм бер-береһен оҡшатып, яҙмыштарын бергә бәйләп, үтәктә төпләнеп йәшәй башлайҙар. 25 йыл татыулыҡта, матур ғүмер итә улар. әммә бынан 5 йыл элек ире, апайҙы яңғыҙын ҡалдырып, мәрхүм була. Ул бар ғүмерен киномеханик һөнәренә бағышлаған. берҙән-бер ҡыҙы Әлфиә Мәләүездә йәшәй. Лира Мансур ҡыҙы - 8 ейән-ейәнсәрҙең яратҡан өләсәһе лә.
- Үтәк ауылын да, кешеләрен дә үҙ иттем, бында халыҡ бик һәйбәт, - ти, ҡәнәғәт йылмайып, Л.Хәмзина. Бер минут тик торорға күнекмәгән ғәжәйеп теремек апайҙы ауылдаштары үҙ итеп, күтәренке күңелле, көслө рухлы тип белә. Ул бында күптән үҙ кешегә әйләнгән.
Күп ауырлыҡтар кисерергә тура килһә лә, яҙмышынан, ғүмеренән ҡәнәғәт Лира апай. Бөгөнгө тормоштоң матурлығына, ҡартлығының бәхетле булыуына һөйөнөп йәшәй. Яңғыҙмын тип яманһыулап ултырмай, тулы тормош менән йәшәй, һәр төрлө йәшелсә-емеш, бәрәңге лә үҫтерә, ҡабағы ла ишелеп уңа, ихата-баҡсаһын күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр йәмләй, өй эсендә гөлдәре шау сәскәгә күмелеп ултыра. Баҡсаһында алма, слива, ҡарағаттары һығылып тора. Улы, килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре ярҙамдарынан ташламай. Йорто йылы - газ үткән. ҡалалағыса барлыҡ уңайлыҡтары өйҙә: һыу ҙа, канализацияһы ла бар, улы бәҙрәфен дә эшләгән хатта.
- Ошо йәшемә еткәнсе дауахананың ни икәнен дә белмәнем, уның юлын тапаманым, Аллаға шөкөр, үҙемде һәйбәт тоям, һау-сәләмәтмен, - тип шатлана ағинәй. - Сөнки көнөмдө физик күнекмәләрҙән башлайым (күнекмәләрҙе эшләп тә күрһәтте), көнө буйына һыу эсеүҙе өйрәнеш иткәнмен, һыуһыҙ тора алмайым. уларға өҫтәп, тиҫтә йылға яҡын инде саф һауала скандинавса йөрөүҙе үҙ итеп, таяҡтар менән хәрәкәт итәм, - ти Лира апай, сәләмәт булыу һәм үҙ йәшенән йәшерәк күренеү серен асып. – Ауылда бик күптәр таяҡ менән йөрөй, урам-урам менән, ә беҙҙең яҡтан мин 85 йәшлек Ғәлиә Бәширова һәм Нәжибә Кәримова менән бергәләшеп хәрәкәтләнәбеҙ, - ти ул. Шулай уҡ, көн дә биш намаҙын, Ураҙаны ҡалдырмай ул, Ҡәҙер кистәрен аят-доғалар уҡып үткәрә.
Даими рәүештә скандинавса йөрөш тубыҡҡа, быуындарға, умыртҡа һөйәгенә көсөргәнеште кәметә. йөрәк, үпкә, ҡан йөрөшөн, ҡан баҫымын көйләүен аңлап эш иткән Лира апай, өлкән йәштә булһа ла, үҙ сәләмәтлеген ҡайғырта. Хәрәкәттә – бәрәкәт, һаулығың – байлығың, тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән бит, - ти ул.
Буш ваҡыттың һәр минутын ҡәҙерләп, ҡулға скандинав таяҡтары тотоп, саф һауала йөрөп әйләнеүгә ни етә!

Хәрәкәттә – бәрәкәт
Хәрәкәттә – бәрәкәт
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: