+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Октябрь 2022, 18:00

Игеҙәктәр зирәклектә ярышты

Красноусолда игеҙәк балалар араһында “Беҙ бергә көслөрәкбеҙ” тигән Башҡортостан Республикаһы Шахмат фестивале үтте. Фестивалдә Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Октябрьский ҡалаларынан һәм Красноусолдан 10 пар шахматсы ҡатнашты. Йәш шахматсылар 9 турҙа текә система буйынса зирәклектә көс һынашты.

Игеҙәктәр зирәклектә ярышты
Игеҙәктәр зирәклектә ярышты

Ҡыҙҙар араһында Анастасия менән Екатерина Стрелковалар (Мәләүез ҡалаһы) - 1-се, Карина һәм Камила Даяновалар (Стәрлетамаҡ) – 2-се, Мария менән Юлия Бухарь (Өфө), Милана менән Рада Дьяконовалар (Красноусол) 3-сө урынға лайыҡ булды.
Малайҙар араһында Антон һәм Алексей Елсуковтар (Красноусол) - 1-се, Самир менән Дамир Заһировтар (Өфө) 2-се урын яуланы.
Игеҙәк ҡыҙ-малайҙар араһында:
Әминә менән Айбулат Аҡбулатовтарға - 1-се, Амелия менән Арсений Батыршиндарға – 2-се, Даяна менән Дамир Дәүләтшиндарға 3-сө урын бирелде (барыһы ла Красноусолдан).
Сарала ҡатнашыусы барлыҡ балалар Проценколар ғаиләһенән тәмлекәстәр алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Еңеүселәр һәм призлы урындар яулаусылар район хакимиәтенән Маҡтау грамоталары һәм миҙалдарға, БР Шахмат Федерацияһынан иҫтәлекле бүләктәр һәм кубоктарға лайыҡ булды.

Игеҙәктәр зирәклектә ярышты
Игеҙәктәр зирәклектә ярышты
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: