+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Октябрь 2022, 12:40

Оҫта баҡсасы ла, уйлап табыусы ла

Игенйылға ауылында йәшәүсе Рафаил Шакир улы Вәлиев ауылдың абруйлы ир-аттарының береһе. ауылдаштары уны маһир, ҡул эштәре оҫтаһы, баҡсасы, уйлап табыусы тип белә, ихтирам-хөрмәт итә. Һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлауына ҡарамаҫтан, әүҙем һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара.

Оҫта баҡсасы ла,  уйлап табыусы ла
Оҫта баҡсасы ла, уйлап табыусы ла

Бәләкәйҙән техникаға тартылған егет механизатор һөнәренә эйә була. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, ошо һөнәре буйынса бер аҙ эшләп ала. Артабан уның ғүмере Ишембай ҡалаһы менән бәйләнә. бындағы “Башкирэнерго” ойошмаһында иретеп йәбештереү мастеры, артабан Ишембай трикотаж фабрикаһында ябай эшсенән теген производствоһы буйынса өлкән мастерға тиклем үрләй. Нимәлер уйлап табырға әүәҫ булғанлыҡтан, уға фабрикала үҙенең рационализаторлыҡ һәләтен һынап ҡарау мөмкинлеге табыла. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡул көсө менән башҡарған картон ҡаптарҙы (коробка) эшләүҙе автоматлаштырып, уларҙың эшен еңелләштерә, һуңынан йәнә бер - ҡағыҙҙы упаковкалау машинаһы уйлап таба. Рационализаторлыҡ эштәре буйынса Өфөгә, артабан Мәскәүгә конкурстарға ебәрелеп, призлы урындар яулауға өлгәшә Рафаил Шакир улы.
Олоғая төшкәс, ҡалала йәшәү өсөн уңайлы шарттар булыуға ҡарамаҫтан, күптәрҙең күңеле тәпәй баҫҡан йәнтөйәгенә, атай нигеҙенә тартыла. Вәлиевтар ҙа хаҡлы ялға туҡтағас, 2009 йылда Игенйылға ауылына атай нигеҙенә ҡайтып төпләнә. Атай йорто иҫкелек сигенә еткән, уны йүнәтеүгә күп көс түгергә тура килә уларға. Уйлап табыу һәләтен бында ла эшкә ҡушҡан Рафаил ағай. Йорт ҡапҡаһын асып инеү менән, бында оҫта ҡуллы хужа йәшәгәнлеген белеп була. Барыһы ла уның оҫталығы менән барлыҡҡа килгән.
Ихаталағы беседка, ер ҡаҙыу һәм йомшартҡыс техниканы һәм башҡаһын да Рафаил Вәлиев үҙенең оҫта ҡулдары менән эшләп алған. Ҡыҫҡаһы, ихатала, өй эсендә лә һәр нәмә оҫтаның ҡулдары менән фантазия ярҙамында эшләнгән.
Баҡсала ниндәй генә төр (сорт) йәшелсә-емеш үҫмәй. Унда ер һәм ҡурай еләгенең 3-4 сорты, шунса сортлы виноград та мул емеш бирә. Алма, сейә, ҡарағат, әлморон һәм башҡа емеш ағастары ла үҫә. Ҡыҙыл сөгөлдөр, кәбеҫтә, помидор, ҡауын, һуған да уңған. Бәрәңгене (6 сорт) яҡшы итеп эшкәртелгән ергә ултырта, күмгәндә иһә һәр төптөң ерен йомшартып ҡына күмә. Баҡсаның 3-4 сутый ерен бәрәңге биләгән майҙанда бер бөртөк сүп үләне лә күренмәй. Бәрәңге һәм һәр төрлө йәшелсә-емештән юғары уңыш алыу өсөн уны нисек тәрбиәләргә кәрәклеген мауығып һөйләй Рафаил Шакир улы. Уның баҡсасылыҡ менән күңел биреп, ихлас шөғөлләнеүе, уйлап табыу, электроника менән мауығыуында йорт һәм баҡса эштәрендә ярҙамының ҙур булыуы асыҡ күренеп тора. Һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлауына ҡарамаҫтан, Рафаил Шакир улы баҡсаһын гөл итеп тота, Ғәзимә апай менән бергәләп ихаталарын матур-матур сәскәләргә күмә. Һәр яҡтан маһир, баҡсасы, уйлап табыусы булыуына өҫтәп, Рафаил ағайҙың оҫта гармунсы булыуын да әйтеп китергә кәрәк.
Тормош иптәше – Красноусол ауылында тыуып үҫкән Ғәзимә Мостафа ҡыҙы һөнәре буйынса ветеринар. Ауылға күсеп ҡайтҡас, “Победа” колхозында баш ветеринар булып эшләй. Ишембайҙа иһә транспорт машинаһы төҙөү заводында хужалыҡ буйынса әйҙәүсе белгес булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Вәлиевтар 50 йылдан ашыу тиңлектә-тигеҙлектә, матур донъя көтәләр, һәр кемгә өлгө булып йәшәйҙәр. 3 балаға ғүмер биреп, тәрбиләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Ҡыҙҙары Эльвира ғаиләһе менән Төркиәлә төпләнгән. Лилиәләре Себер тарафтарында Лангепас ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Улдары Эмиль дә Себерҙә эшләгән, әлегә үҙҙәре менән бергә ауылда йәшәй. Вәлиевтар бер ейән һәм ейәнсәрҙең яратҡан олатай-өләсәһе лә.

Оҫта баҡсасы ла,  уйлап табыусы ла
Оҫта баҡсасы ла, уйлап табыусы ла
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: