+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Октябрь 2022, 14:50

Аңлы кеше тупраҡ үҫтерер

Алйот - сүп үләне, аҡыллы - уңыш, аңлы кеше тупраҡты үҫтерер. (Ҡытай халыҡ мәҡәле) Ҡәҙимге кеше эсәр һыу, һулар һауаның таҙалағы менән ҡыҙыҡһынһа ла, тупраҡтың сәләмәтлеге тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетмәй. 1990 йылдарҙа “тупраҡтың сифаты” һүҙбәйләнеше ҡулланыла ине, 2000 йылдарҙа тупраҡтың сәләмәтлеге тигән төшөнсә барлыҡҡа килде. Тупраҡты тере система кеүек итеп ҡабул итергә кәрәк. Үҫемлектәрҙең тамырҙары микроорганизмдар ҡоршауында тереклек итә. Микроорганизмдар тупраҡтағы туҡлыҡлы матдәләрҙе үҫемлектәргә үҙләштерергә ярҙамлаша, тупраҡ менән үҫемлек араһында аралашсы ролен үтәй. Уларҙың йоғонтоһон йылы ҡанлыларҙың аш һеңдереү системаһында файҙалы бактериялар эшмәкәрлеге менән сағыштырырға була.

Аңлы кеше тупраҡ үҫтерер
Аңлы кеше тупраҡ үҫтерер

Тәбиғәттә ҡоротҡос бөжәктәр, ҡый үләндәре, үҫемлектәрҙең сирҙәрен булдырыусы вирустар һәм бактериялар һәр ваҡыт бар һәм булырға тейеш. Беҙ уларҙың популяцияларының артып китеүен күпселек тәбиғәт шарттары менән бәйләргә күнеккәнбеҙ. Ысынында иһә, кеше ошо сирҙәрҙең йәки ҡоротҡостарҙың сикһеҙ артып китеүенә үҙе сәбәпсе, ул үҙенең дөрөҫ эшмәкәрлек алып бармауы арҡаһында, этәргес көс булып тора. Тупраҡтың ярлы булыуы уңышты түбәнәйтеп кенә ҡалмай, үҫемлектәрҙең сәләмәтлегенә лә йоғонто яһай.
Тупраҡтың гумус ҡатламы тәбиғи-климатик шарттарға һәм тупраҡтың төрөнә генә түгел, ер эшкәртеү культураһына ла бәйле. 2021 йылғы агрохимстанция хеҙмәте белешмәһе буйынса, Ғафури районында уртаса гумус күрһәткесе 8,1 %
тәшкил итә. Иң юғары гумус “Сатурн” крәҫтиән хужалығында. Шуға ла был хужалыҡта тотороҡло һәм юғары уңыш алына. Уңыштың сифаты ла юғары. Сифат – уңыштың хаҡын билдәләй. Гумус тупраҡта ауыр металдар, радионуклидтар һәм башҡа зыянлы матдәләрҙең тарҡалыуына булышлыҡ итә. Гумусҡа бай тупраҡта үҫемлектәр сирләмәй, уларҙың тамыр системаһы көслө була. Шулай уҡ тупраҡтың әселегенә (рН) иғтибар итеү мөһим. Тупраҡ әсе булғанда үҫемлектәр фосфор, калий, кальцийҙы насар үҙләштерә. Бигерәк тә шәкәр сөгөлдөрө, ужым бойҙайы, арпа, борсаҡ, кукуруз тупраҡтың әселегенә ныҡ һиҙгер. Гумус ҡатламы түбән булған, әсе тупраҡлы ерҙә ямғыр селәүсендәрен осратырмын тимә. Ямғыр селәүсендәре – тупраҡтың табиптары. Улар үҫемлек ҡалдыҡтары, бактериялар, бәшмәктәр һәм уларҙың споралары, хатта ҡайһы бер төр нематодалар менән туҡланалар һәм тупраҡты аминокислоталар, антибиотиктар, төрлө ферменттар, биологик актив матдәләр менән байыталар. Дөрөҫ сәсеү әйләнеше булдырыу - таҙа пар, сидераль пар ерҙәре, ҡуҙаҡлы культуралар майҙанын арттырыу тупраҡтың сәләмәтлек торошон күтәрә. Шуныһы ҡыуаныслы – быйыл һәр хужалыҡта тип әйтерлек пар баҫыуҙары булдырылып, ужым культуралары сәсеү өсөн тейешле тәрбиә алып барылды. Соя культураһының майҙаны артты. Пар ҡалдырмау, сәсеү әйләнешенә иғтибар итмәү ерҙең арыуына (почвоутомление) килтерә. Сүп үләндәре, ҡоротҡостар, үҫемлек сирҙәренә ҡаршы көрәшеү ауырлаша, өҫтәмә сығымдар талап итә. Сәсеү әйләнешендә көнбағыш культураһы булған осраҡта, ерҙе парға ҡалдырыу мотлаҡ. Сәләмәт тупраҡта ғына киләһе уңыш өсөн сәләмәт орлоҡ әҙерләп була. Орлоҡтоң төрлө инфекциялы сирҙәре яҙ көнө, тынлыҡ осоро (период покоя) тамамланғас, әүҙемләшә. Арпа культураһы бигерәк тә сирҙәргә һиҙгер, шытымы, сығышы түбәнәйеп, сәсеү алдынан орлоҡһоҙ ҡалырға мөмкин.
Ашламалар күпме уңыш алырға иҫәп тотолоуына, тупраҡтағы макро һәм микроэлементтарҙың күләменә ҡарап индерелергә тейеш. Ашламаны артыҡ индереү ҙә ярамай, продукцияның сифатына тәьҫир итә. Мәҫәлән, йәшелсәләр оҙаҡ һаҡланмай. Биогеоценоз, йәки туҡланыу сылбыры буйынса, үҫемлек ниндәйҙер матдәне тупраҡтан алып еткермәй, йәиһә, киреһенсә, ул артыҡ икән, тимәк артабан уның менән туҡланған организмдарҙа ла сағыласаҡ.
Ауыл хужалығында ергә ҡарата иғтибар һәм хөрмәт булһа, хеҙмәт дөрөҫ йүнәлештә алып барылһа, тупраҡтың сәләмәтлеге менән бергә кешелектең һаулығы ла яҡшыра. Тупраҡтың сәләмәтлеген ҡайғыртыу - ул киләсәк быуынды ҡайғыртыу, беҙҙең мәҙәниәтебеҙ.
Лиза ХӘЙРЕТДИНОВА, "Россельхозүҙәк" ФГБУ-һы филиалының баш агрономы.

Аңлы кеше тупраҡ үҫтерер
Аңлы кеше тупраҡ үҫтерер
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: