

Йыл һайын октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Был байрамды “Башавтотранс” ДУП-ы филиалы - Красноусол автотранспорт предприятиеһы лайыҡлы ҡаршылай. 28 кешене берләштергән предприятие менән 21 йыл “Рәсәй Федерацияһының почётлы автотранспортсыһы” исемен йөрөткән Анатолий Иванович Гребнев етәкселек итә. Һөнәри байрамдары уңайынан А.ГРЕБНЕВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Анатолий Иванович, һеҙгә традицион һорау - һөнәри байрамығыҙҙы ниндәй уңыштар менән ҡаршылайһығыҙ?
- Ысынлап та, һөнәри байрамды билдәләгәндә башҡарған эштәрҙе барлау, йәғни йомғаҡ яһау йолаһы йәшәй. Беҙҙең предприятиеның 9 айлыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, шуны билдәләп үтергә кәрәк: предприятиебыҙҙың тулайым килеме 22 миллион 500 мең һум тәшкил итте. Предприятие автобустары ҡала яны маршруттарында - 49 мең, ҡала-арала 34 мең пассажирҙы хеҙмәтләндергән, шуның 2 меңе льгота менән файҙаланыусылар. “Красноусол” шифаханаһына заказ режимында ла эшләнек, йәғни шифахана эшселәрен эшкә ташыу беҙҙең иңдә булды, ошо арауыҡта 19 мең пассажирҙы ташығанбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был маршрутты ябырға тура килде, сөнки шифахананың яңы етәкселеге үҙ автобус-тарына эйә булып, хеҙмәткәрҙәрен эшкә ташыуҙы үҙҙәре ойошторҙо.
Әле беҙҙең ҡарамаҡта төрлө маркалы 24 автобус иҫәпләнә. Автопаркты яңыртып торорға тырышабыҙ, предприятиебыҙ һуңғы йылдарҙа 8 яңы автобус менән тулыланды.
- Маршруттар буйынса ла бер нисә һүҙ әйтеп үтһәгеҙ ине. Районыбыҙ ауыл-
дарына, ҡалаларға автобус йөрөшө нисегерәк?
- Көн дә “Красноусол” шифаханаһы-Өфө, “Красноусол” шифаханаһы-Стәрлетамаҡ ҡала-ара маршруттары буйынса 5-әр рейс яһала. Һәр йәкшәмбе шифахана-Салауат ҡалаһы (Ишембай ҡалаһы аша) йүнәлешендәге автобус рейсҡа сыға. Районыбыҙҙың барлыҡ ҙур ауылдарына ла (Сәйетбаба, Ҡауарҙы, Еҙем-Ҡаран, Үзбәк, Мораҡ, Буруновка, Ҡотлоғужа, Аҡкүл) тиерлек автобустар тотҡарлыҡһыҙ йөрөп тора. Ташбүкән ауылына аҙнаға ике тапҡыр рейс яһала.
Ҡала-ара маршрут автобустары ГЛОНАСС системаһында навигация менән эшләйҙәр, һәр ҡайһыһы тахографтар менән тәьмин ителгәндәр, билеттар ҡәтғи булған урындар буйынса ғына һатыла, пассажирҙарға хәүефһеҙлек ҡайыштарын ҡуйып ултырыу мотлаҡ.
Пассажирҙар ағымына килгәндә, Имәндәш-(Таш-Аҫты)-Красноусол, Ҡауар-ҙы-Красноусол маршруттары буйынса автобус водителдәренең дөйөм килемгә тос өлөш индереүен билдәләргә кәрәк. Ә бына Мораҡ, Буруновка, Ташбүкән ауылдары маршруттары пассажирҙар ағымы буйынса бик маҡтана алмай. Ҡала-ара маршруттарға килгәндә, шулай уҡ ҡала яны маршруттарҙа ла, шәхси автотранс-портсылар пассажирҙар ағымының бер ни тиклем кәмеүенә үҙ өлөшөн индермәй ҡалмай, әлбиттә.
- Һөнәри байрам уңайынан айырыуса һөҙөмтәле эшләгән, коллектив ғорурлығы булып торған, маҡтаулы хеҙмәткәрҙәрҙе атап үтмәҫһегеҙме?
- Әлбиттә, бар ундайҙар. Ғөмүмән, беҙҙең коллектив эшсән, берҙәм, барыһы ла һыналған, тәжрибәлеләр, үҙ бурыстарына яуапһыҙ ҡарап, илке-һалҡы башҡарыусылар беҙҙә оҙаҡ торалмай. коллективтағы 28 кешенең 17-һе – водителдәр, 5-һе – инженер-техник хеҙмәткәрҙәр, 3-һе – слесарҙар, 3-һе – ремонт-ярҙамсы эшселәр, бер контролёр. Һәр ҡайһыһы үҙенә еткерелгән бурыстарҙы тейешенсә башҡара. Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан араларынан ҡайһы берҙәрен төрлө бүләкләүҙәргә тәҡдим иттек. Бына, мәҫәлән, ҡала-ара шифахана - Өфө маршруты “Форд” автобусы водителе 30 йыл хеҙмәт стажына эйә булған Йәүҙәт Мөхәмәтшин “Башавтотранс” ДУП-ының почётлы автотранспортсыһы” исеменә лайыҡ буласаҡ. Ҡала-ара маршруты автобус (“Форд”) водителе Заһир Үзбәковтың (хеҙмәт стажы 20 йылдан ашыу) фотоһүрәте “Башавтотранс” ДУП-ының “Почёт таҡтаһы”нда урын аласаҡ. Баш инженер Наил Ғазин (26 йыл хеҙмәт стажы) БР Транспорт һәм юл хужалығы Дәүләт комитетының Маҡтау грамотаһы, ҡала яны Аҡкүл-Красноусол маршруты автобус водителе Валерий Тарасов (“ПАЗ” автобусында 10 йыл эшләй) БР Транспорт һәм юл хужалығы Дәүләт комитетының Рәхмәт хаты, Имәндәш-Красноусол йүнәлеше автобус водителе Камил Аҙналин (“Вектор” автобусы, тиҫтә йылдан ашыу стажға эйә) “Башавтотранс” ДУП-ының Рәхмәт хаты, транспорт саралары техник торошо контролёры Валерий Смирнов (7 йыл эшләй) “Башавтотранс” ДУП-ының Маҡтау грамотаһы, 15 йыл стажлы баш бухгалтер Фәнилә Карпунина, Сәйетбаба-Красноусол маршруты водителе Шәфҡәт Мөхәмәтдинов (13 йыл эшләй) Красноусол АТП-һының Маҡтау грамотаһы, Үзбәк-Красноусол маршруты водителе Фәнил Арыҫланов (16 йыл стажлы), Ҡауарҙы-Красноусол маршруты водителе Дамир Юлъяҡшин (яңы “Вектор” автобусында тиҫтә йылдан ашыу эшләй) Красноусол АТП-һының Рәхмәт хаты менән бүләкләнәсәк.
- Һөнәри байрамығыҙ уңайынан хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветерандарығыҙҙы ла иҫкә төшөрөп үтмәҫһегеҙме?
- Башта бар ғүмерҙәрен беҙҙең предприятиеға арнап, лайыҡлы, намыҫлы хеҙмәт юлы үткән оҙон ғүмерле хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы билдәләп үтергә кәрәк. Улар: автобус водителе Александр Леонидович Колпащиков – 93, йөк автомашинаһы водителе Нәжметдин Шәрәфетдин улы Латипов 91 йәштә. 75 йәшлек “РФ-ның почётлы автотранспортсыһы” исемен йөрөткән Венер Әнүәр улы Солтановтың фотоһүрәте “Башавтотранс” ДУП-ының “Почёт таҡтаһы”нда урын аласаҡ. Ветерандарыбыҙ араһында А.Г.Королёв, П.Н.Петров, В.А.Плеско, В.А.Кулагин “РФ почётлы автотранспортсыһы” исемдәрен йөрөтә, слесарь булып эшләп, 42 йыл хеҙмәт стажына эйә булып, пенсияға сыҡҡан М.Р.Шафиҡов РФ Транспорт министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
- Байрам уңайынан теләктәрегеҙ ҙә барҙыр?
- Форсаттан файҙаланып, һөнәри байрам уңайынан барлыҡ коллективты, коллегаларҙы, районыбыҙ автотранспортсыларын, ветерандарыбыҙҙы тәбрикләйем, иҫәнлек-һаулыҡ, имен тормош, байрамса кәйеф, ерҙә тыныс күк йөҙө булыуын теләйем.
- Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Байрамығыҙ менән!