+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ноябрь 2022, 15:45

Өлгәшелгәндәр сик түгел

Районыбыҙҙа Рус Саскүле ауылында урынлашҡан Руслан Венер улы Рәжәпов етәкселегендәге “Агрохим” ЯСЙ-е - “ШЭ Р.В.Рәжәпов” хужалығы уңышлы эшләүселәр иҫәбендә. 2,5 мең гектар һөрөнтө ерҙәре булған хужалыҡ быйыл алты культура сәсеп, мул уңыш йыйып алды. Уларҙың өсәүһе – соя, рапс, етен культураларын тәүгеһенән эксперимент рәүешендә үҫтереп ҡарағандар.

Өлгәшелгәндәр сик түгел
Өлгәшелгәндәр сик түгел

- Быйыл һәр йәһәттән рекордлы йыл булды. Бөтөн культураларҙы иҫәпләгәндә, тулайым уртаса 7 мең тонна уңыш йыйып алынды. Ужым бойҙайы биләгән ҡайһы бер баҫыуҙар 70 центнер уңыш бирҙе. Рапстың гектар ҡеүәте уртаса 20 центнер, етендеке 16 тирәһе булһа, көнбағыштың 25 центнерҙан кәм түгел (әле уңышын йыйыу тамамланманы). Үҫтереп алынған уңыштың 80 проценты келәттәргә һалынды, сөнки илдәге хәрби хәл менән бәйле, ашлыҡты һатыу бик ауыр һәм хаҡтары ла үтә түбән.
Барлыҡ эштәр артында хужалыҡтың тырыш эшсәндәре тора. 30 йыл стажлы, “Сельхозхимия”ла эшләп, ул бөтөүгә дусар ителгәс, бында күскән “КамАЗ” водителе Владимир Иванов, баш инженер Айҙар Батыршин, “К-700” тракторсылары Валерий Умов, үҙ һөнәренең оҫтаһы – ашнаҡсы Наталья Тихонина эшселәрҙе тәмле аштары менән һыйлай.
Хужалыҡтың 9 берәмек тракторы, дүрт уңыш йыйыу комбайны, ике “КамАЗ” һәм ике самосвал автомашиналары иҫәпләнә. Матди-техник базаларын нығытыуға ҙур иғтибар бирелә. Быйыл лизинг буйынса сәсеү комплексы, һатып алынғандар. Күптән түгел Ҡытайҙа етештерелгән “ЗумЛеон” тракторы хужалыҡта ҙур ярҙамсы. Киләсәктә орлоҡто сорттарға айырыу һәм киптереү ҡоролмалары һатып алырға планлаштыралар.

Өлгәшелгәндәр сик түгел
Өлгәшелгәндәр сик түгел
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: