+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ноябрь 2022, 13:50

Тырышлыҡ бушҡа китмәй

“Урожай” КХ ЯСЙ-енең (етәксеһе – Нәжип Хисаметдинов) һөрөнтө ерҙәре 3383 гектар тәшкил итә. Быйыл иген культураларын - 1944, техник культура - көнбағышты 702 гектарҙа сәскәйне. Етәкселек һәм механизаторҙар тырышлығы менән 58813 центнер, йәғни һәр гектарҙан 30,25 центнер уңыш йыйып алыуға өлгәштеләр. Урып һуғыу эштәре барышында комбайнсылар, водителдәр һәм ырҙын табағындағылар алһыҙ-ялһыҙ эшләне.

Тырышлыҡ бушҡа китмәй
Тырышлыҡ бушҡа китмәй

Комбайнсылар араһында Нәзир Ғайсин иң алдынғылар иҫәбендә булды, ул 29 мең центнер ашлыҡ һуҡты, Ким Ғәлиәхмәтов – 26 мең, Рәшит Яҡупов – 22 мең, Рәмзил Сәғитов – 21 мең, Финзир Вәлиев – 18 мең, Илнур Фәхретдинов – 11 мең, Айгиз Аҡҡолов 9 мең центнер уңыш йыйып алды. Комбайн бункерынан ырҙын табағына иген ташыған водителдәр ҙә һынатмай. Ошо маршрут буйынса иң күп – 43 мең центнер ашлыҡ ташыусы булып Илшат Әхмәҙуллин танылған. Флүр Насретдинов, Марсель Ситдиҡов, Камил Сәйғафаров, Олег Барановтар ҙа тырышлыҡ күрһәткән. Хәләф Тәүхетдинов менән Фәнис Зиннуров ырҙын табағында эшләгән. Дөйөм эшкә көндө-төнгә ялғап “Мерло” тейәгесендә эшләүсе Әнүр Мифтахов үҙенең өлөшөн индергән.
- Киләһе йыл уңышы хаҡында ла хәстәрлек күреп, йәғни баҫыуҙарҙы туңға һөрөү эштәре лә йылдам алып барылды. 2 мең самаһы гектар ерҙәрҙе эшкәртеүҙә “К-700” тракторҙарында механизаторҙар Урал Исҡужин, Раян Суфиянов, Рәзит Кәримовтар мәшғүл булды. 800 гектар тирәһендә ужым бойҙайы сәселде, - ти хужалыҡ агрономы Раил Мөхәмәтйәнов.
Ялансылыҡта эштәр әлегә тамамланһа ла, малсылыҡ тармағында ул йыл әйләнәһенә туҡталмай. “Урожай” КХ ЯСЙ-е һөтсөлөк фермаларында (Байымбәт, Берёзовка) дөйөм 900 баш һыйыр малы булып, шуның 365-ен һауын һыйырҙары тәшкил итә. Йыл башынан (10 айҙа) уларҙан 1200 тонна, йәғни һәр һыйырҙан 3378 килограмм һөт һауып алынған. Бөгөн хужалыҡ буйынса, дөйөм алғанда, көндәлек 1700 килограмм һөт һауыла. Ит етештереүгә килгәндә, 138 тонна булған. Ҡышлатыуға шартлы мал башына 31 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән.
Алдынғылар етерлек хужалыҡта. Һауынсыларҙан Ләлә Хисмәтуллина, Айгөл Аллабирҙина, Вәсилә Хажимөхәмәтова, малсылар Флүр Ишбулдин, Радис Мусин, Илһам Ҡорманғолов кеүек уңғандар дөйөм уңышҡа тос өлөш индерә.

Тырышлыҡ бушҡа китмәй
Тырышлыҡ бушҡа китмәй
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: