+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ноябрь 2022, 20:25

Халыҡ йолаларын һаҡлап

2 ноябрҙә уҡыусыларҙың көҙгө каникулдары мәлендә мәктәптәрҙә эшләп килгән театр коллективтары ҡатнашлығында Балалар ижады үҙәгендә “Халыҡ йолалары” район семинар-конкурсы үтте. Был көндө ижади коллективтарҙың үҙәк методистары әҙерләгән оҫталыҡ дәрестәрендә лә ҡатнашыу мөмкинлеге булды.

Халыҡ йолаларын һаҡлап
Халыҡ йолаларын һаҡлап

Сара Балалар ижады үҙәгенең хореография түңәрәге етәксеһе Светлана Бакаева башҡарған шаян бейеү менән асылды.
Конкурста Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, Красноусолдағы 1-се, Яңғыҙҡайын, Табын мәктәптәренән, Балалар ижады үҙәгендә эшләп килгән театр коллективтары ҡатнашып, үҙ һәләттәрен асты. Унда ҡатнашыусыларҙы ижад йортондағы Ғафури районы мәғарифты үҫтереү Фондының Президент гранттары конкурсында еңеү нигеҙендә булдырылып, матур, сағыу итеп йыһазландырылған “АРТ-зал. Театр, фән һәм кино үҙәге” ҡаршы алды. Коллективтарҙың сығыштарын Балалар ижады үҙәгенән Ирина Васильева рәйеслегендә район мәҙәниәт һарайы методисы Лена Рябова, уҡытыусы-ветеран Руфина Сухорукова, методист Гүзәл Арыҫланова һәм “Табын” гәзитенең бүлек мөдиренән торған жюри баһаланы.
Конкурсты Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 2-се класс уҡыусыларының “Йондоҙсоҡтар” театр коллективы (етәксеһе – Альбина Ишкина) асты. Улар “Кейем ҡотлау” йолаһын жюри һәм тамашасылар хөкөмөнә сығарҙы. Коллектив III дәрәжә Дипломға һәм “Халыҡ мәҙәниәтен һаҡлаған өсөн” номинацияһына лайыҡ булды.
Яңғыҙҡайын урта мәктәбенән Лилиә Хәсәнова етәкселегендәге “Бәхетле бала саҡ” театр коллективы “Аулаҡ өй” (“Әбейемдең күңел һандығы”) йолаһын күрһәтте. “Йола йырын һәйбәт башҡарған өсөн” номинацияһына эйә булды.
Красноусолдағы 1-се урта мәктәптең “Ангажемент” театр коллективы (етәксеһе – Зөбәржәт Усманова) “Купельские перевертыши” йолаһын тамашасылар хөкөмөнә сығарҙы. Һәм айырым башҡарыусы Алмаз Нуретдинов “Иң һәйбәт башҡарыу оҫталығы өсөн”, ә Юстина Зәйнуллина “Иң оригиналь костюм” номинацияларында бүләкләнде.
Табын ауыл мәҙәниәт йортоноң “Казачата” театр коллективы (етәксеһе - мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Наталья Хәбибуллина) “Кис ултырыу” (“Йомро, йомро йомғағым”) йолаһына мөрәжәғәт иткән. Йолала өлкәндәр балаларға йөн иләү, сиратыу, бәйләм серҙәрен төшөндөрҙө. Коллектив II дәрәжә Дипломға, “Иң яҡшы тикшеренеү эше” номинацияһына лайыҡ булды, ә коллектив ағзаһы Таисия Моченёва “Сәхнәләге мауыҡтырғыс сығыш өсөн” номинацияһында бүләкләнде.
Балалар ижады үҙәгенең Елена Симанович етәкселегендәге “Жар-птица” ижади коллективы “Сәс үреү” йолаһын сағыу итеп асып бирҙе. Үҙенсәлекле сығыштары өсөн тап был коллектив I дәрәжә Диплом менән бүләкләнде лә инде. Шулай уҡ “Иң яҡшы актёрҙар коллективы”, “Иң яҡшы сценарий” номинацияларында баһаланды.
Конкурсҡа балаларҙы әҙерләгән етәкселәренең, уҡытыусы-тәрбиәселәренең хеҙмәтен баһаларға кәрәк. Сарала балалар үҙ сығыштарын тиҫтерҙәре хөкөмөнә тәҡдим итеп кенә ҡалманы, бер-береһенең сығыштарын ҙур кинәнес менән ҡарап, фәһем алды, тәжрибә туп-ланы.

Халыҡ йолаларын һаҡлап
Халыҡ йолаларын һаҡлап
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: