+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ноябрь 2022, 12:40

Йәш блогерҙар “Табын” гәзитендә ҡунаҡта

10 ноябрҙә район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов, "йәш блогер" проекты етәксеһе Юлия Анатольевна Судовикова, йәш блогерҙар мәктәбе укытыусыһы Айгөл Флүр ҡыҙы Ғилманова Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 4 “А” һәм “Б”, 7 “В” класының уҡыусылары менән Ғафури мәғлүмәт үҙәгенә ҡунаҡҡа килде.

Йәш блогерҙар “Табын” гәзитендә ҡунаҡта
Йәш блогерҙар “Табын” гәзитендә ҡунаҡта

Уларҙы “Табын” район гәзитенең баш мөхәррире Гөлдәр Барый ҡыҙы Кинйәбаева ихлас ҡаршы алып, коллектив менән таныштырҙы, гәзит эше тураһында мәғлүмәт бирҙе. Йәш блогерҙар төрлө йылдарҙа сыҡҡан гәзит төпләмәләрен ҡыҙыҡһынып ҡараны. Артабан өс командаға бүленеп, практик өлөшкә күстеләр. Гәзиттең яуаплы сәркәтибе Зифа Ғайсина баҫманың эшләнеше, тәржемә менән таныштырһа, фотохәбәрсе Наил Латипов фотоға төшөрөү үҙенсәлектәре тураһында аңлатты, элекке фотоаппараттар тупланмаһын күрһәтте. Хәбәрселәр Индира Ишкина менән Әлфиә Вәлиева мәҡәлә яҙыу серҙәренә төшөндөрҙө һәм балалар үҙҙәре лә хәбәр-мәғлүмәт яҙып ҡараны. Компьютерҙа гәзитте версткалаусы инженер Гүзәл Ҡасимова фотоларҙы, мәҡәләләрҙе нисек ҡуйырға күрһәтте, хатта уҡыусылар менән бергә махсус сығарылыш та эшләп ҡаранылар.
Был осрашыу бик ҡыҙыҡлы һәм күңелле барҙы. Йәш блогерҙар “Гәзит эше еңелме?”, “Гәзиткә кемдәр яҙа?”, “Һеҙҙә эш хаҡы күпме?” тигән һорауҙар ҙа яуҙырҙы. Илья Чернов күҙ асып йомғансы динозаврҙар тураһында мәғлүмәт яҙып бирһә, Азалия Мөхәмәтдинова, Амилия Ғилманова, Аделина Әхтәмова, Зәлинә Саҙриева, Фәриҙә Фәхретдинова “Табын” гәзите редакцияһында булған сәйәхәтте ҡағыҙ битенә яҙып, һүрәтләне. Эльвина Ишманова, Эвелина Әбделмәнова, Азат Нәзиров, Лилиә Фәйзуллина, Вадим Баймырҙин үҙҙәренең оҫталыҡтарын тәржемә эшендә һынап ҡараны. Йәш блогерҙар гәзит эше менән танышҡандан һуң, был бик мауыҡтырғыс эш булыуына инандылар. Бәлки, киләсәктә араларынан журналистар, фотохәбәрселәр, гәзиттә эшләүсе инженер-операторҙар ҙа сығыр әле. Уларға уҡыуҙарында, изге эштәрендә уңыштар ғына юлдаш булһын!

Йәш блогерҙар “Табын” гәзитендә ҡунаҡта
Йәш блогерҙар “Табын” гәзитендә ҡунаҡта
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: