-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ноябрь 2022, 14:25

“Гафчик ТВ”: уй-пландарыбыҙ күп!

Былтыр 14 октябрҙә БР Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды конкурсында районыбыҙҙың Балалар ижады үҙәгенең “Вдохновение” коммерциялы булмаған ойошмаһы проекты еңеп, балалар өсөн “Гафчик ТВ” балалар телестудияһы асылғайны. Бында балалар етәкселәре Светлана Ғөбәйҙуллина һәм сценарийҙар төҙөүсе, бар сараларҙы оҫта алып барыусы Ирина Васильева менән ижади эшләргә, төрлө сюжеттар төшөрөргә, ҡыҫҡаһы, телевидение эшенә өйрәнә.

“Гафчик ТВ”: уй-пландарыбыҙ күп!
“Гафчик ТВ”: уй-пландарыбыҙ күп!

- Балалар ижады үҙәгендә телестудия асылғандан бирле, балалар теләп йөрөй. Бында егерменән артыҡ бала шөғөлләнә. Беҙ үҙебеҙҙең төркөмдә генә түгел, Балалар ижады үҙәгенә башҡа түңәрәктәргә йөрөүселәрҙең эшен дә төшөрә барабыҙ. “Урал батыр” эпосы һәм “Ете ҡыҙ” легендаһы буйынса “Башҡортостан. Халыҡ хазинаһы” тип аталған фильмды төшөрҙөк. Беҙҙең район төрлө тәбиғәт мөғжизәләренә бай төбәк. Киләсәктә Уҡлыҡаяла һәм башҡа урындарҙа ошондай тарихҡа бәйле фильмдар төшөрөргә хыялланабыҙ. Балалар тәүҙә беҙ ҡуйған маҡсаттарға таянып эшләһәләр, хәҙер үҙҙәренең фекер-тәҡдимдәрен индерәләр, бергәләп илһамланып ижад итәбеҙ. Төрлө конкурстарға эштәребеҙҙе ебәреп торабыҙ. Киләсәккә уй-пландар күп, туҡталып ҡалмаҫҡа, үҙебеҙҙең телестудияны төрлө сюжеттар менән байытырға теләйбеҙ, - тип үҙҙәренең телестудияһы менән таныштырып үтте Светлана Рафиҡ ҡыҙы.
“Гафчик ТВ” балалар телестудияһында шөғөлләнеүселәр араһында журналистар, режиссерҙар, операторҙар, фотографтар үҙебеҙҙә үҫеп сығып, ҡыҙыҡлы шөғөлдәре үҙҙәренә илһам биреп торор тип уйлайбыҙ. Барлыҡ хыялдарығыҙ тормошҡа ашып, уңыш юлдаш булһын.

“Гафчик ТВ”: уй-пландарыбыҙ күп!
“Гафчик ТВ”: уй-пландарыбыҙ күп!
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: