+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ноябрь 2022, 16:20

Шағирҙың илһам шишмәһендә

18 ноябрҙә Еҙем-Ҡаран ауылында Рәсәй Президенты гранты нигеҙендә яңыртылған Мәжит Ғафури исемендәге парк, шулай уҡ парк эсендә Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры М.Ғафуриға бюст асылды.

Шағирҙың илһам шишмәһендә
Шағирҙың илһам шишмәһендә

Башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы, бөйөк яҙыусы-шағир М.Ғафуриҙың тыуған төйәгендә – уның 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы 1980 йылда асылған парк алдында килгән ҡунаҡтарҙы ауыл фольклор коллективы йыр-моң менән хөрмәтләп ҡаршы алды. Бында район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөһрә Әхтәмова, район Советы рәйесе, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, республикабыҙҙың дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, БР Милли архивы директоры урынбаҫары, журналист, яҙыусы, ғалим, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, районыбыҙҙың Почетлы гражданы Ниязбай Сәлимов, ”Мәжит Ғафури – ХХI быуат” Мәҙәниәт фонды советы рәйесе Люциә Камаева, М.Ғафури бюсының скульпторы Руслан Йомағолов, ауыл биләмәһе башлығы Валерий Мөхәмәтйәров, Еҙем-Ҡаран ауылындағы М.Ғафури Йорт-музейы директоры Рәсилә Нәжметдинова, Еҙем-Ҡаран һәм күрше-тирә ауылдар халҡы, хеҙмәт коллективтары, юғары класс уҡыусылары ҡатнашты.
Ауылдан коммерциялы булмаған ойошма 2022 йылдың 15 мартында конкурста ҡатнашыу өсөн тәҡдим ебәреп, июндә ыңғай яуап алғандан һуң, бында эш башлана. “Парктың икенсе тормошо” проектының төп маҡсаты – Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры, күренекле яҡташыбыҙ М.Ғафуриҙың исемен мәңгеләштереү булып тора. Грант суммаһы 488 355 мең һум булып, ошо суммаға паркка йәйәүлеләр һуҡмағы, шишмәләр араһында заманса баҫмалар эшләнеп, сығып ятҡан сығанаҡтарға бәләкәй буралар ултыртылып, ял итеү өсөн эскәмйәләр, ҡош һындары ҡуйылып, сүп һауыттары урынлаштырылған. Бюстың нигеҙе грант аҡсаһына һалынһа, М.Ғафури бюсы район хакимиәте һәм район мәҙәниәт бүлегенең тос ярҙамы менән эшләнгән.
Был сарала ҡатнашыусылар шағирҙың илһам шишмәһенә, урғылып моң сығарып ағып ятҡан шишмә янына килеп, бында башҡарылған эштәрҙе ҡаранылар. Ысынлап та, бер нисә урындан урғылып сығып, сылтырап ағып ятҡан шишмә ауыл йәме булып тора. Был шишмәнән юлсылар ҙа, ситтә йәшәүселәр ауылға ҡайтҡан саҡта ҡуш услап һыуын эсеп, бит-ҡулдарын йыуып, гүзәл шишмә менән һөйләшеп һағышын таратыуы, М.Ғафури ҙа ошо шишмә һыуҙарын эсеп илһам алыуы хаҡында ауылдың апайҙары һөйләп, таныштырҙы. тормош юлын бергә башларға ҡарар иткән йәш ғаиләләр ҙә илһам шишмәһенән һыу юлы башлап, фатиха алыуҙары тураһында ла бәйән итте улар. Артабан ҡунаҡтарҙы М.Ғафури образында мәҙәниәт хеҙмәткәре И.Әбделмәнов ҡаршы алып, “Үҙем һәм халҡым” шиғырын уҡып ишеттерҙе. Мәжит Ғафуриҙың миллиондарса ҡорбандарҙың береһен сағылдырған “Ҡара йөҙҙәр” әҫәре бу-йынса ауыл биләмәһенә ҡараған ауыл мәҙәниәт йорттары инсталляция эшләгән. Бында Ғәлимә менән Закир образы алғы планда күҙгә ташлана. Артабан барыһы ла матур итеп эшләнгән баҫҡыстан үргә күтәрелеп, аҡ япмала торған М.Ғафури бюсы янында йыйылды. Динислам Шафиҡов башҡарыуындағы моңло йыр парк буйлап таралып, барыһының күңеленә хуш килде.
Сараны дауам итеп, тәүге һүҙ Фәнзил Фәйез улына бирелде: “Бындағы күренешкә, эшләнгән эштәргә бөгөн һоҡланып торабыҙ. Бындағы ҡайындар данлы, күренекле шәхестәр тарафынан ултыртылған. Шундай иҫтәлекле паркта ҙур үҙгәрештәр булыуына, яңы һулыш бирелеүенә шатбыҙ. Бында 488 мең һумы грант аҡсаһы булһа, үҙебеҙҙең бюджеттан 383 мең һум һалынды. Бөгөнгө көндә коммерциялы булмаған ойошмалар тарафынан күп эштәр башҡарыла. Әлеге көндә улар 44 булып, ике йыл эсендә улар тарафынан районға 43 миллион һум аҡса йәлеп ителгән. Был әҙ аҡса түгел. Былар барыһы ла ауылдарҙы яҡшыртыу, яңыртыу өсөн эшләнелә”, - тине һәм М.Ғафури бюсын эшләгән Руслан Йомағоловҡа, проект етәксеһенә район хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырып үтте.
Үҙ сығыштарында Фаил Һәҙиәт улы, Ниязбай Булатбай улы районыбыҙ менән ғорурланыуҙарын белдереп, ауылдарҙа ошондай матур эштәрҙең дауам ителеүен теләнеләр. Шулай уҡ улар хөрмәтле аҡһаҡал, ошо парктағы ағастарҙы ҡарап үҫтергән Хатмулла Рәхимовты йылы хәтирәләр менән иҫкә алды. Ауыл биләмәһе башлығы Валерий Рәшит улы ла паркты яңыртыуҙа ярҙам иткән район хакимиәтенә, төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнашҡан ағинәйҙәргә, мәктәп, ауыл мәҙәниәт йорто коллективтарына, китапханасыларға үҙ рәхмәтен еткерҙе һәм бер төркөм кешеләргә Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Бына түҙемһеҙләнеп көткән мәл, бюстағы аҡ япма төшөрөлә. Килгән ҡунаҡтар, сараға йыйылыусылар М.Ғафури бюсын тамаша ҡылып, сәскәләр һалды. Был бюст үҙе бер иҫтәлекле урын булып, киләсәктә лә Ғафури эҙҙәре буйлап үҙенә саҡырып торһон, тип теләнеләр бында ҡатнашыусылар.
Артабан сара Еҙем-Ҡаран мәктәбендә – күптән түгел РФ Президентының Мәҙәни башланғыстар фонды “Яҡташ-шағирыбыҙ Мәжит Ғафури мираҫы” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә асылған Шағир мөйөшөндә, заманса йыһазландырылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетында дауам итте. Шағир мөйөшөндә БР Милли архивы директоры урынбаҫары, журналист, яҙыусы, ғалим, филология фәндәре кандидаты Ниязбай Булатбай улы, ”Мәжит Ғафури – ХХI быуат” Мәҙәниәт фонды советы рәйесе Люциә Мозакир ҡыҙы бай күргәҙмә лә ойошторғайны. Бында милли архивтан килтерелгән М.Ғафуриға ҡағылышлы документтар, китаптар, 1930 йылда латин графикаһы менән сыҡҡан һәм башҡа йылдарҙағы район гәзиттәре төпләмәһе, ғәрәп телендәге китаптар менән танышырға була ине. Балалар Нияз Сәлимовтың һөйләгәндәрен тыңлап, күргәҙмәне ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Илебеҙ мәҙәниәте һәм әҙәбиәте тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған М.Ғафуриҙың исеме ауылдың үткәне менән айырылғыһыҙ. Бындағы һәр урын, урам, Ҡаран шишмәһе буйҙары әҙиптең бала саҡ эҙҙәрен һаҡлай. Шағир ауылдан ситтә йәшәгән ваҡытында ла тыуған ауы-лы менән бәйләнеште өҙмәгән, ҡайтып йөрөгән. Яңыртылған паркты артабан да һаҡларға һәм матурларға, ошо проект менән генә сикләнеп ҡалмай, алдағы йылдарҙа ла төрлө еңеүҙәр яуларға яҙһын еҙемҡарандарға.
Ошо уҡ көндө Еҙем-Ҡаран ауылында “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы буйынса йылытылған янғын һағы депоһы ла асылды. Гараж янына йыйылыусылар: “Янғындар булмаһын, машиналар тик торһон, әммә булһын”, - тине.

Шағирҙың илһам шишмәһендә
Шағирҙың илһам шишмәһендә
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: