-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ноябрь 2022, 19:50

Түбәнге Ташбүкәндәр хәҙер клублы

16 ноябрҙә Түбәнге Ташбүкән ауылында элекке мәктәп бинаһы, мәҙәниәт йорто итеп үҙгәртеп ҡоролғандан һуң, үҙ ишектәрен асты.

Түбәнге Ташбүкәндәр хәҙер клублы
Түбәнге Ташбүкәндәр хәҙер клублы

Ҡасандыр балалар тауы-шынан шау-гөр килеп торған мәктәпкә хәҙер икенсе һулыш өргәндәр. Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты балансындағы мәктәп бинаһын мәҙәниәт бүлеге ҡарамағына күсереп ремонтлап, электр менән йылытыуға күсереп, клуб итеп асырға ҡарар иткәндәр. Уны яңыртып ҡороу Ташбүкән ауыл биләмәһенең “Роза һәм К⁰” коммерциялы булмаған Үҫешкә ярҙам фондының (директоры – Роза Кәримова) 2022 йылғы БР Башлығы гранттары конкурсында “Мәҙәни мираҫ: үткәндәрҙән лайыҡлы киләсәккә!” тип аталған проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылған. Әйткәндәй, Ташбүкән ауыл биләмәһенең был тәүге еңеүе түгел. Рәсәй Президенты грантының былтырғыһында грант һәм район хакимиәте ярҙамы, ауыл халҡы тырышлығы менән “Моҡайтау” спорт һәм ял паркын асҡайнылар. Шундай уҡ ял паркы Ҡурғашлы ауылында ла (иҫке клуб бинаһы урынында) булдырыласаҡ.
Тантаналы сарала район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Ирина Небогатова, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәфис Аҡҡужин, баш китапханасы Фәүзиә Зәйнуллина, район мәҙәниәт һарайы методисы Лена Рябова, Ташбүкән ауыл биләмәһе башлығы Данил Насиров, ауыл һәм күрше ауылдар кешеләре ҡатнашты.
Ҡунаҡтарҙы сәк-сәк һәм буҙанан ауыҙ иттереп ҡаршы алғас, йолаға ярашлы, ҡыҙыл таҫма киҫелде һәм барыһы ла мәҙәниәт йорто эсенә үтте. Проект сиктәрендә клубтың ярты яғында музей, китапхана, конференция залы булдырылып, 496 955 мең һумлыҡ грант аҡсаһына уларҙы йыһазландырыуға төрлө кәрәк-яраҡтар һатып алынған. Музей экспонаттарын урынлаштырыу, элеү өсөн махсус стендтар, стеллаждар, кәштәләр, күсермәле кейем элгестәр, китапхана китаптар фонды (1 мең тирәһе), өҫтәлдәр, йомшаҡ ултырғыстар, китап кәштәләре менән тулыланған. Конференция залы ла өҫтәлдәр, ултырғыстар, ноутбук менән йыһазландырылған, фильмдар ҡарау өсөн стенаның буйынан буйына экран, мультимедиа ҡоролмаһы - проектор урын алған. Киләсәктә клубтың икенсе өлөшөндә сәхнә менән тамаша залы һәм башҡаһын эшләү күҙаллана.
Ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Роза Кәримова тарихи-этнография музейы, китапханасы Алия Зөбәйҙуллина китапхана менән таныштырғас, артабан сара конференция залында дауам итте.
Ташбүкән ауыл биләмәһе башлығы Данил Насиров яңыртып ҡоролған мәҙәниәт йорто асылыуы менән барыһын да тәбрикләне, ярҙам ҡулы һуҙыусы район хакимиәтенә һәм ауылдың әүҙемселәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, бер нисә кешегә Рәхмәт хаттары, музейға уҡытыусы-ветеран Рәмилә Зәйниеваның (үҙе сирләү сәбәпле, сарала ҡатнаша алманы) мәғариф ветераны (Ҡурғашлы мәктәбенең элекке директоры) Хәсән Ҡотов, Түбәнге Ташбүкән ауылынан Ғәйсәр Әбелғатин ярҙамында ауыл биләмәһенең Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арнап әҙерләнгән бай тарихи материалдар тупланмаһын тапшырҙы.
Биләмәнең “Роза һәм К⁰” коммерция булмаған Үҫешкә ярҙам фонды етәксеһе Р.Кәримова социаль әһәмиәтле проектты тормошҡа ашырыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән Марат Басариев, Кәрим Ғәзизов, Тимербай Закиров, Фәнил Йәнтүрин, Ғәфүр Кәримов, Зөлфиә Закирова, Алия Зөбәйҙуллинаға Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Артабан һүҙ Ирина Небогатоваға бирелеп, ул ауыл биләмәһендә йәшәүселәрҙе сираттағы проектта еңеүҙәре менән ҡотланы, ремонт өсөн мәҙәниәт бүлегенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, киләсәктә олоһо ла, кесеһе лә килеп, ял итеү мөмкинлеге булһын өсөн социаль-мәҙәни үҙәк итергә кәрәклеген билдәләне, мәҙәни усаҡтың буш тормауын, артабан да яуланғандар менән генә сикләнеп ҡалмай, яңы-яңы еңеүҙәргә ирешеүҙәрен, ауылдың сәскә атыуын теләне. Фонд директоры Роза Шаһиҙулла ҡыҙына бүләккә китаптар тапшырҙы.
Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәфис Аҡҡужин үҙ сығышында: “Быйыл бинаны ремонтлап, клуб асыуҙы планлаштырҙыҡ һәм грант ярҙамында булдырылған китапхана, музей, конференция залын астыҡ. Әммә әлегә бында эш күп әле, бинаның нигеҙен нығытаһы, йылытаһы, күтәрмәһен эшләйһе, биләмәһен төҙөкләндерәһе бар. Сәхнәһе, тамаша залы, ял майҙансығы ла, башы булғас, аҙағы ла булыр. Мәҙәни усаҡ бар икән, тимәк, ауыл йәшәй, тигән һүҙ”, тине Рәфис Рәшит улы һәм “өй туйлаусыларға” бүләген – термопот тапшырҙы. Фәүзиә Зәйнуллина ла буш ҡул менән килмәгән, мәҙәниәт һәм китапхана хеҙмәткәрҙәренә иң кәрәкле булған кәнсәләр тауарҙарын бүләк итте. Был көндө сарала ҡатнашыусы ауыл кешеләренең береһе лә бүләкһеҙ ҡалмағандыр. Китапханасы Алия Ғафар ҡыҙы китапханала шиғыр уҡыусылар конкурсы ойоштороп, бүләктәр таратты.
Ауыл халҡын, олоһон, кесеһен туплаусы үҙәк - мәҙәни усаҡ дөрләһен, һәр саҡ гөрләп эшләһен, клуб уттары балҡып, үҙенә саҡырып торһон.

Түбәнге Ташбүкәндәр хәҙер клублы
Түбәнге Ташбүкәндәр хәҙер клублы
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: