Буруновка ауылында ошондай ғаиләләр байтаҡ. Ауыл биләмәһе башлығы Марат Фәтҡулислам улы Рәхмәтуллин элек был төбәктә фермер булараҡ билдәлелек яулаған, хәҙер мәрхүм Наил Әминевтың эшен дауам итеүсе улдары Урал, Илдус, Илшат, Илнурҙы атаны. Ғөмүмән,
ауылда Әминевтарҙы шәхси ярҙамсы хужалыҡ булдырған, фермерҙар - булдыҡлылар, эшлеклеләр династияһын дауам итеүселәр тиҙәр. 1991 йылда крәҫтиән-фермер хужалығы төҙөп эш башлаған Наил Әминевтың хужалығы күп тармаҡлы була. Ғаилә ағзалары менән бергәләп ул игенселек, малсылыҡ һәм умартасылыҡ менән уңышлы шөғөлләнә. Умартасылыҡ хужалыҡҡа иң күп табыш килтереүсе тармаҡ була, шуға ла фермер күстәр һанын йылдан-йыл арттыра бара.
Бөгөн уландарҙың иң өлкәне Урал Әминев һәм уның ғаиләһе менән таныштырасаҡбыҙ. Ғаиләлә биш бала араһында иң өлкәне (тағы ла һеңлеһе Гөлшат бар) булараҡ, үҙен белә-белгәне бирле атаһының уң ҡулы - оло ярҙамсыһы, эшкә күндәм булып, бар эштәрҙе лә белеп буй еткерә Урал. Мәктәпте тамамлағас, ауылда иң кәрәкле – зоотехник һөнәрен үҙләштереү маҡсатында Стәрлетамаҡ
совхоз-техникумына уҡырға юллана. Әммә бер курс уҡығас, һалдат хеҙмәтенә алына. Башлаған уҡыуын ике йылдан һуң ғына, ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, 1991 йылда тамамлап ҡуя. Һәм тыуған ауылына ҡайтып, атаһы менән бергә башкөллө фермерлыҡ эшенә тотона.
Эшендә, башҡаһында уңыштарға өлгәшһә лә, икенсе яртыһыҙ кеше үҙен тулыһынса бәхетле тоймайҙыр. Урал, мәле еткәс, ауылдашы Гүзәл исемле һылыуға өйләнә. Әминевтар ике ҡыҙ һәм бер улға ғүмер бирә. Башта ауыл хакимиәтенән бүленгән ер участкаһында бәләкәйерәк өй һалып йәшәп алып китә ғаилә. Бер-бер артлы балалары донъяға килгәс, ике яҡлап та атай-әсәйҙәре ярҙамында йорттарын төкәтмәләп ҙурайталар. Һөнәре буйынса трикотаж изделиелар тегенсеһе булған ҡатыны Гүзәл Хәмиҙулла ҡыҙына ауылда эш булмай сыға һәм үҙ-ара кәңәшләшәләр ҙә шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында мал-тыуар, ҡош-ҡорт үрсетергә ҡарар итәләр, атай һөнәрен дауам итеп, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнәләр. Бөгөн Әминевтар хужалығында 12 баш һыйыр малы, шуның 6-һы һауын һыйырҙары, тиҫтәгә яҡын һарыҡтар, бал ҡорттары ғаиләһе 25-тән ашыу баш иҫәпләнә. Тиҫтә йыллап инде 50-ләп баш ҡаҙ бәпкәләре (былтыр 70 баш) һатып алып һимертеп һуялар, “күпмене алһаҡ, шунса теүәл йөрөйҙәр”, тиҙәр. Тауыҡтарының да иҫәбе-һаны юҡ, 200-ләп тирәһе шикелле, тиҙәр, себештәрҙе үҙҙәре инкубаторҙа баҫтырып сығаралар. Ошо тиклем мал, ҡош-ҡортто бағыу, әлбиттә, еңелдән түгел – ҡара таңдан алһыҙ-ялһыҙ эшләргә кәрәк, хәйер, уларҙың зарланырға ваҡыттары юҡ. Ғаилә ҡорғандан алып, бер-береһенә һалышмай, йөктө тигеҙ тартҡанға ла йүнсел хужаларҙың тормоштары етеш. “Май сүлмәге тышынан билдәле”, тигәндәй, йорт-ихаталары ла тәртиптә, йыраҡтан уҡ күркәмлеге менән айырылған, заманса материалдар менән матурлап эшләнгән йорттары “бында уңған кешеләр йәшәй”, тип ҡысҡырып торғандай.
-Нигеҙҙә малдан килгән килемгә таянып йәшәйбеҙ инде, үгеҙ-таналарҙы һимертеп итләтә, быҙауҙарҙы тереләй, ҡаҙҙарҙы, тауыҡтарҙы ла (араларында әтәстәре лә була, уларына ла заказдар бар) һимертеп һуйып һатабыҙ, ҡорт балын күмәртәләп һатабыҙ, туғандарыбыҙға күстәнәс итеп бирәбеҙ, - ти Әминевтар. – Һыйырҙарҙы йәйгеһен таңғы 5-тән тороп һауам, һөт-ҡаймағын ауылда ла һораусылар күп, ҡалаға алып барып та аҡсаға әйләндереп ҡайтам, май итеп тә һатҡыланым, - ти хужабикә. – Өҫтәүенә, күпләп һарымһаҡ сәсеп һәм башҡа йәшелсә-емештән мул уңыш үҫтереп алабыҙ, малдарҙы төрләндереп ашатыу өсөн сөгөлдөр ҙә үҫтерәбеҙ.
Күмәк хужалыҡ итеүсе бер туған Әминевтар фермер атайҙарынан ҡалған 40-лап гектар ерҙәрендә арпа, иген, күп йыллыҡ үләндәр сәсеп үҫтерәләр, бесәнде лә бергәләшеп әҙерләйҙәр. Урал Наил улы баҫыу эштәре барышында “МТЗ” тракторында эшләй. Ғаилә башлығы яҙлы-көҙлө эштән бушамағанда бар донъяуи мәшәҡәттәр хужабикә иңендә була. Әлбиттә, был еңел түгел, әммә тырыш ҡатын барыһын да булдыра. Мал-тыуар ҙа баға, ҙур йорттарында тәртип, бөхтәлек, күҙҙең яуын алырлыҡ төрлө-төрлө гөлдәр йәмләй.
Гүзәл менән Наил Әминевтарға ҡарап, ике уңған бергә тура килгән, тип әйтергә генә ҡала. Балалары ла үҙҙәренә оҡшап тырыш, егәрлеләр. Әленән-әле атай-әсәйҙәрен һөйөндөрөп торалар. Ҡыҙҙарының өлкәне Лилиә – 24 йәштә, Стәрлетамаҡ физкультура техникумын тамамлаған, ҡалала эшләй, Ләйсәндәренә - 18 йәш, Стәрлетамаҡ күп тармаҡлы колледжынан һуң, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында психология һәм педагогика факультетында 1-се курста уҡый. Кинйәләре – улдары Ильяс 6-сы класта белем ала. Йорт эштәрендә ата-әсәһенең алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы ул. Уҡыу йорто тормошонда айырыуса әүҙемлеге менән айырылған, бөтөн сараларҙың, конкурстарҙың уртаһында булған ҡыҙҙары Ләйсән (йырлай ҙа, бейей ҙә, гитарала ла уйнай) колледжды тамамлағанда үҙен һәм атай-әсәһе Урал менән Гүзәлде уҡыу йорто етәкселеге Рәхмәт хаты (ҡәҙерләп стенаға элеп ҡуйғандар) менән бүләкләгән. Ҡыҙға һәләт кемдән бирелгән һуң, әлбиттә, атаһынан. Урал Наил улы ҡурайҙа, баян- гармунда өҙҙөрөп уйнай икән.
Буруновка ауылында йәшәүсе булдыҡлы Әминевтар ғаиләһе менән танышып, ысындан да үҙ төйәгенең ҡотон һаҡлаусы ысын хужалары булыуына инандыҡ.