-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Декабрь 2022, 12:20

Маҡсаттары - изге

Толпар ауыл биләмәһе “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”ның быйылғыһында ла ҡатнашырға теләк белдерҙе һәм 29 ноябрҙә бергә йыйылышып, кәңәшләшеп Ерекле ауылына ҡояш батареяһы алып ҡуйыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙылар.

Маҡсаттары - изге
Маҡсаттары - изге

-Хаҡтар ҙа үҫә бара, беҙ ошондай конкурстар ярҙамынан тыш был мәсьәләне хәл итә алмайбыҙ. Әле бер нисә минутҡа яҡтылыҡты туҡтатһалар ҙа, нишләргә белеп булмай, ә Ереклелә яҡтылыҡ юҡ. Ике йортта даими йәшәһәләр, йәйгелеккә йәшәргә ҡайтыусы “дачник”тар күп. Шуға ла ҡояш батареяһы ҡуйыу өлгөрөп еткән мәсьәлә, - тип һөйләп үтте ауыл биләмәһе башлығы Валерий Локоленко был программаның шарттары, ҡатнашыу тәртибе тураһында ентекле аңлатып.
Был проекттың дөйөм хаҡы 700 мең һум булып, республика ҡаҙнаһынан 500 мең һум бүленһә, урындағы муниципалитет 100 мең һум, ауыл халҡы һәм бағыусылар 50-шәр мең һум үҙ өлөшөн индереп, күмәк көс менән Ереклегә ҡояш батареяһы алырға тигән ҡарарға килде йыйылыусылар. Был ауылда 15 кеше иҫәпләнеп, һәр кемдән 3 мең 330 һум йыйырға тура киләсәге лә билдәләнде. Шунда уҡ Зөлфиә Шәйәхмәтова, Ғариф Фәтҡотдинов, Розалия Вәлиева, Рим Ваһапов инициатив төркөмгә һайланды.
Ереклеләргә алдарына ҡуйған маҡсатҡа ирешеп, конкурста еңеп сығырға һәм ауылды яҡтыртып, йәмләп йәшәргә яҙһын.

Маҡсаттары - изге
Маҡсаттары - изге
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: