+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Декабрь 2022, 15:40

Һыу үткәргестәргә - ағымдағы ремонт

30 ноябрҙә Ташлы ауылы мәҙәниәт йортонда “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” сиктәрендә ауыл халҡы ҡатнашлығында йыйылыш үтте. Ултырышҡа халыҡ бик күп йыйылды, араларында мәктәп уҡыусылары ла байтаҡ булды. Башта сараға килеүселәр ауыл һәүәҫкәрҙәре һәм балалар ҡатнашлығында әҙерләнгән матур концертты ҡараны.

Һыу үткәргестәргә - ағымдағы ремонт
Һыу үткәргестәргә - ағымдағы ремонт

Артабан йыйылышты асып, уның рәйесе - Ташлы ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәшиҙә Рәхмәтуллина ултырыштың көн тәртибе менән таныштырҙы. Йыйылыш сәркәтибе итеп Гөлнур Баймөхәмәтова, иҫәп комиссияһы - Ксения Кудрина менән Евгения Флячинская һайланды. Алдан балалар араһында һүрәттәр конкурсы ойошторолған, мәҙәниәт йорто стенаһында конкурс эштәре урын алған. Ауыл биләмәһе “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда 2019 йылдан алып ҡатнашып, Ташлы ауылында һыу үткәргестәр капиталь ремонтланған, 2021 йылда янғын һүндереү автомашинаһына мобиль бокс, 2022 йылда тракторға гидравлик тағылма һатып алынған. Рәшиҙә Миңнулла ҡыҙы бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән Владимир Орлов, Татьяна Ишбулдина, Клара Назароваға ауыл биләмәһе хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырып үтте.
Йыйылыш барышында ауыл халҡы 2023 йылда ла “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда ҡатнашыу теләген белдереп, Ташлы ауылындағы һыу үткәргескә ағымдағы ремонт үткәреү ҡарарын бер тауыштан хупланы. Проекттың хаҡы 1 миллион 550 мең һум булып, республика бюджетынан 1 млн 200 мең һум субсидия бүленә, халыҡтан 96 мең һум, бағыусыларҙан да шунса уҡ күләмдә аҡса йыйыласаҡ. Ауылда 168-тан ашыу йорт-хужалыҡ иҫәпләнеп, 156-һында даими йәшәйҙәр, һәр хужалыҡтан 1150-шәр һум аҡса йыйырға тигән ҡарарға килделәр. Ауыл биләмәһе бюджетынан 158 мең һум бүленәсәк.
Инициатив төркөмгә Виктор Узелков, Ксения Кудрина, Евгения Флячинская, Татьяна Ишбулдина, Владимир Орлов һайланды.

Һыу үткәргестәргә - ағымдағы ремонт
Һыу үткәргестәргә - ағымдағы ремонт
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: