-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Декабрь 2022, 18:55

Хәтерләйбеҙ, ғорурланабыҙ

Зәкәриә Лотфрахман улы Әсфәндийәров 1918 йылдың 20 декабрендә Үтәк ауылында донъяға килә.

Хәтерләйбеҙ, ғорурланабыҙ
Хәтерләйбеҙ, ғорурланабыҙ

Атаһы 1921 йылда вафат булғас, әсәһе тыуған ауылы Яңғыҙҡайынға ҡайтып төпләнә, Зәкәриә ошонда үҫеп, буй еткерә. 1944 йылдан ВКП(б) - КПСС ағзаһы була. Армияға алынғанға тиклем “Тура юл” колхозында эшләй. 1939 йылда Ғафури ра-йоны хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1941 йылдың сентябренән Бөйөк Ватан һуғышында Брянск, Воронеж һәм 1-се Украина фронттарында алыштарҙа ҡатнаша. Гвардия өлкән сержанты, 8-се гвардия танкыға ҡаршы истребитель артиллерия бригадаһының 322-се гвардия танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкының орудие командиры Зәкәриә Лотфрахман улы Герой исеменә 1944 йылдың 25 ғинуарында Украина ССР ының Цибулев ауылы (хәҙерге Черкасск өлкәһенең Монастырищенск районындағы ауыл) тирәһендә барған алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була.
1944 йылдың 1 июлендә СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы, Зәкәриә Лотфрахман улы Әсфәндийәровҡа Советтар Союзы Геройы исеме Ленин ордены һәм “Алтын Йондоҙ” миҙалы менән бергә бирелә.
1947 йылда демобилизациялана. Ҡаҙағстанда йәшәй, 1947-74 йылдарҙа Көньяҡ Көнсығыш тау химия комбинатында (Балхаш ҡасабаһы), Көнсығыш Коунрадский руднигында эшләй. Ҡыҙыл Байраҡ (1943), I дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары менән бүләкләнә. 1977 йылда 59 йәшендә вафат була.
Әсфәндийәровтың исе-
ме Красноусол һәм Яңғыҙҡайын ауылдарындағы урамдарға бирелгән. Красноусол ауылында Геройҙар Аллеяһында уға һәйкәл, Корсунь Шевченковский ҡасабаһында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Хәтерләйбеҙ, ғорурланабыҙ
Хәтерләйбеҙ, ғорурланабыҙ
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: