Ватан саҡырһа халҡыбыҙ һәр ваҡыт тыуған илен һаҡларға күтәрелгән. Быны тарих раҫлай, башҡорттар 1812 йылғы Ватан, Беренсе донъя, Бөйөк Ватан һуғыштарында алышҡан һәм әле лә илебеҙгә янаған нацизм менән көрәшә ҡыйыу ир-азаматтарыбыҙ. Башҡортостанда Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальон ойошторолоп, унда үҙ теләге менән килеүселәр араһында районыбыҙҙың Яңғыҙҡайын ауылынан 50 йәшлек Илдус Н.Ғ. (һүрәттә) ла бар. Батальон яугирҙары тәүҙә Ырымбур өлкәһендәге хәрби часта белемдәрен, оҫталыҡтарын камиллаштыра. 3 сентябрҙә Украинаға махсус хәрби операцияға оҙатыла. Тиҫтерҙәре менән ағастан мылтыҡ эшләп алып, һуғыш уйыны уйнап үҫкән ябай ауыл малайы Илдус бөгөн ҡулына ҡорал алып, ғүмерен аямай, ысын һуғыш уты эсендә йөрөй.Уларҙың хәрби часы Херсон ҡалаһынан йыраҡ түгел алғы һыҙыҡта урынлашҡан.
Күптән түгел беҙгә, “Табын” һәм “Звезда” район гәзиттәре хәбәрселәренә, Илдустың ата-әсәһе менән өйҙәрендә осрашып һөйләшергә насип булды. Осрашыу Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһе башлығы Ғ.З.Фәйезов ярҙамында ойошторолдо. Баҡтиһәң, Ғаян Заһретдин улы үҙенән бер йәшкә кесерәк Илдустың балалыҡ дуҫы ла икән.
Илдус Рәмзиә Мөхәмәтвәли ҡыҙы (76 йәш) менән 85 йәшлек Нуретдин Бәҙретдин улының (59 йыл татыулыҡта йәшәйҙәр) биш балалы ғаиләһендә дүртенсеһе булып буй еткерә. Уның Фәнис исемле ағаһы, Рәйлә апаһы һәм Илшат энеһе бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Фәнил ағаһы мәрхүм булған.
Яңғыҙҡайын мәктәбенә уҡырға төшә. Саңғыла йөрөргә яратҡан егет спорттың был төрөндә шөғөлләнә, үҙен шулай сыныҡтыра, мәктәптә, районда уҙған саңғы ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулай. 8-се класты тамамлағас, Стәрлетамаҡтағы 77-се һөнәрселек училищеһында киң профилле тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә. Ҡораллы Көстәр сафына алынып, ике йыл Рязань ҡалаһында элиталы хәрби һауа-десант ғәскәрҙәрендә ил алдындағы изге бурысын үтәй. Хеҙмәтен тултырғас, йәнә ике йылға РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөшөп, Югославияла ҡыҙыу нөктәлә - хәрби бәрелештәрҙә ҡатнаша. 1991 йылда Мәскәүҙә август хәрби фетнәһен баҫтырыуҙа ҡатнаша. Артабан контракты тулғас, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтып, Ғ.З.Фәйезовтың фермерлыҡ хужалығында комбайнсы, тракторсы булып эшләй. Биш йыл эшләп, бер аҙ тәжрибә туплай һәм Себер тарафтарына вахта ысулы менән эшкә юллана. Тап ошонда эшләп йөрөгәндә Украина менән хәлдәр ҡатмарлашып киткәс, эшен ҡалдырып, контракт төҙөшә һәм үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға М.Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны ирекмәндәре сафында юллана. Хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашып, үлем менән күҙмә-күҙ осрашҡан мәлдәре лә булғандыр уның. Был тәңгәлдә тәжрибәһе булған, тәбиғи һәләте, энергияһы ташып торған, көслө рухлы, ҡыйыулығы, таҫыллығы, аҡыллы һәм тиҙ ҡарар ҡабул итә белеүе менән айырылған Илдусты разведка ротаһының техник бүлек буйынса командир урынбаҫары итеп тәғәйенләүҙәре лә күп нәмә тураһында һөйләй. Ротаны техника, хәрби разведка машиналарын запас частар менән тәьмин итә.
- Улыбыҙ Илдус бәләкәйҙән сос, отҡор, йылғыр, ярҙамсыл бала булып үҫте, бик шуҡ булды, - тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Рәмзиә Мөхәмәтвәли ҡыҙы. – Бөтмөрлөгө, егәрлелеге тураһында әйтеп тораһы ла түгел, бар ғүмерен колхозда столяр - балта оҫтаһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан атаһы кеүек ағас эше оҫтаһы, ҡулына нимә тотһа, шуны бынамын тигән итеп эшләп ҡуя, хатта миңә лә ярҙамлашырға өлгөрә ине. фермала һауынсы булып эшләй инем, ҡайтыуыма һыйыр ҙа һауҙы, иҙән дә, кер ҙә йыуҙы, башҡаһын да эшләне. Махсус хәрби операцияға юлланыуына ҡаршы булһам да, Илдус улым: “Кем дә булһа, илде һаҡларға тейеш бит. Әгәр ҙә минең менән берәй хәл була ҡалһа, бер кемде лә ғәйепләмәгеҙ, мин үҙ теләгем менән киттем”, тип тә өҫтәне, - ти әсәһе. – Бындай ҡарар ҡабул итеүен, ҡыйыу аҙымға барыуын хупларға, ватансылыҡ тойғоһона, үҙ фекере булыуына ғорурланырға ғына ҡала инде. бары тик иҫән йөрөп, һау ғына әйләнеп ҡайтһын улыбыҙ. Атаһы ғына беҙҙең менән әңгәмәгә ҡушыла алманы. Ҡолағы ишетмәү сәбәпле беҙҙең һорауҙар яуапһыҙ ҡалды.
- Улығыҙҙың хәлен белешеп тораһығыҙмы? – тигән һорауға Рәмзиә апай:
- Үҙебеҙҙә телефон бик һәйбәт тотмай, шуға ла иң кесе улым Илшаттарға барып телефон аша үҙен күреп һөйләшеп, хәлен белешеп торам. Бында барыһы ла һәйбәт, барыһы ла бар, минең өсөн ҡайғырмағыҙ, Еңеү менән әйләнеп ҡайтырбыҙ, тип әйтә, - ти.
Һүҙгә Илдус менән телефон аша даими бәйләнештә булып, хәлен белешеп торған Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһе башлығы Ғаян Фәйезов ҡушыла.
- Илдус менән беҙ, ауыл малайҙары, бергә уйнап, төрлө шуҡлыҡтар ҡылып үҫтек, ул минән бер йәшкә кесерәк. Ул ысын дуҫ, бер ваҡытта ла һине һатмаҫ, ғәйепһеҙгә бер кемде лә рәнйетмәҫ, иң һуңғы икмәген бүлеп бирергә әҙер изге йән, ҡыҫҡаһы, уның менән разведкаға барырға була. Ул бик ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ, ярҙамсыл да. Илдус үҙенең десантсы булыуы менән ныҡлы ғорурланып йәшәй. Армияла 38 тапҡыр парашюттан һикереүе уның ни тиклем ҡыйыу йөрәкле, баҙнатлы булыуы хаҡында һөйләй. Ауылда ул һәм минең ағай десантсылар, йыл да Десантсылар көнөн әүҙем рәүештә билдәләп киләләр, - ти биләмә башлығы. – Әйткәндәй, Илдус менән бергә районыбыҙҙан башҡа яугирҙар – Мораҡ һәм Красноусол ауылдарынан - намыҫ менән хеҙмәт итәләр. Имәндәш ауылынан бер ирекмән күптән түгел яраланған, әле госпиталдә дауаланып ята.
Беҙ ата-әсәһе янында булғанда Илдус ваҡыт табып дуҫына шылтыратты, беҙгә лә телефон аша Илдустың үҙен күрергә насип булды. Көс-ғәйрәте ташып торған, тыуған ил һаҡсыһы әсәһе менән һөйләшкәндә: “Ниһайәт, батальоныбыҙ яңы көстәр менән тулыланды. А.Бадранов, Өфөнән килделәр. Беҙ, махсус хәрби операцияла бер нисә ай ҡатнашҡан ирекмән яугирҙар, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға туҡтаныҡ. Ҡара диңгеҙ яры буйында атыу буйынса күнекмәләр үткәрәбеҙ. Оҙаҡламай, бер-ике аҙнанан ял бирәләр, ҡайтып етермен, атай-әсәй, һеҙҙең янға, Алла бирһә”, - тине.
- Иҫән-һау ғына әйләнеп ҡайт, балаҡайым, беҙ һағынып көтәбеҙ һине, - булды яуабы әсәнең.
Ватан алдындағы бурыстарын намыҫлы башҡарған ирекмән батальондар яугирҙарын даими рәүештә юғары кимәлдә бүләкләп торалар. Шулай уҡ тыуған төбәк етәкселеге лә ситтә ҡалмай, рота командиры урынбаҫары Илдус Ғ. Республика етәкселеге тарафынан алтын ҡул сәғәте һәм исемле бысаҡ менән бүләкләнгән. Әлбиттә, ул бүләкләүҙәр өсөн түгел, ә үҙенең ғүмерен аямай тыуған илен һаҡлау буйынса көрәшеүселәр сафына баҫҡан икән – командование ҡуйған бурысты намыҫ менән үтәүҙе үҙенең изге бурысы тип иҫәпләй. Һәм Илдусты ысын батыр тиергә мөмкин. Ул ауылдаштарының һәм барлыҡ райондаштарыбыҙҙың ғорурлығы! Дөйөм алғанда, ғафуриҙар тыуған илебеҙгә намыҫлы хеҙмәт итә!