Красноусолдың 1-се һәм 3-сө мәктәптәре “Дзюдо буйынса беренсе билбауын” Рәсәй дзюдо федерацияһы проектын тормошҡа ашырып, Рәсәй Федерацияһының 100 мәктәбе иҫәбенә инде. Проект 1-4 класс уҡыусыларына иҫәпләнгән. Улар ун дәрес үтеп, үҙ-үҙеңде һаҡлау, дзюдо элементы төрҙәрен, дөрөҫ йығылыу алымдарын өйрәнгәндәр. Балаларҙы дзюдо тарихынан алып, уны булдырыусылар һәм Олимпия чемпиондарына тик-лем таныштыралар. Һуңынан дзюдо серҙәренә төшөнгән йәш шөғөлләнеүселәр үҙҙәренең беренсе - аҡ билбауҙарын алалар. Артабан, теләүселәр дзюдо клубында шөғөлләнеүҙәрен дауам итә. Был инде “Олимп” спорт клубы тәрбиәләнеүселәренең беренсе аҙымы.
Балаларҙы ҡотларға Башҡортостан Республикаһы Дзюдо федерацияһы президенты Владимир Петрович Кузнецов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөһрә Рауил ҡыҙы Әхтәмова килгәйне.
Иң тәүҙә залда Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Гимндары яңғыраны. Алып барыусы Елена Николаева тәүге һүҙҙе Зөһрә Рауил ҡыҙына биреп, ул үҙ сиратында уҡыусыларҙы тәүге билбау алыуҙары менән тәбрикләп, уларға шул рухта дауам итеүҙәрен һәм спорт еңеүҙәре теләне. Шулай уҡ уларҙың тренерҙарына, мәктәп етәкселегенә район хакимиәте башлығы исеменән рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп үтте. Шулай уҡ был проектты уңышлы тормошҡа ашырғаны өсөн "Олимп" спорт клубы етәксеһе Анастасия Маркисоваға район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһын тапшырҙы.
БР Дзюдо Федерацияһы президенты В.Кузнецов үҙ сығышында был проекттың уңышлы тормошҡа ашырылы-уын, беҙҙең район уҡыусылары ике йыл арауығында республика күләмендә лә үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтеп өлгөрөүҙәрен әйтеп китте һәм 1-се мәктәп директоры Галина Викторовна Петрованы, шул уҡ мәктәптең 4 “А”, “В” кластары етәкселәре Людмила Анатольевна Калининаны, Екатерина Васильевна Матвееваны, 3-сө мәктәп директоры Андрей Сергеевич Рудкевичты, шул уҡ мәктәптең физкультура уҡытыусыһы Виктория Васильевна Батыршинаны һәм “Олимп” спорт клубы етәксеһе, дзюдо тренеры Анастасия Витальевна Маркисованы, дзюдо буйынса тренер Ангелина Александровна Корневаны БР Дзюдо Федерацияһының Маҡтау грамотаһы һәм сәскәләр гөлләмәһе менән бүләкләне.
Дзюдо - грек-рим көрәше, ирекле көрәш һәм самбо менән бер рәттән, донъяла иң билдәле дүрт спорт төрөнә инә. Физик көстө әҙерәк ҡулланыу һәм рөхсәт ителгән үҙенсәлекле техник хәрәкәттәр төрлөлөгө менән айырыла. Дзюдо менән шөғөлләнеүсе алдында физик тәрбиә, ҡул көрәшенә әҙер булыу, аңды яҡшыртыу маҡсаттары тора. Дзюдосыға, квалификацияһына ҡарап, уға уҡыусы (кю) йәки оҫта (дан) дәрәжәһе бирелә. Бөтәһе Кодокан дзюдоһында 6 кю бар, иң бәләкәйе - 6-сы, иң өлкәне 1-се кю. Хәҙерге ваҡытта дзюдола 10 дан бар: кесеһе - 1-се дан, иң өлкәне - 10-сы дан. Әммә Дзигоро Кано васыяты буйынса, теоретик яҡтан 11-се һәм 12-се данды алып була. Һәр дәрәжә билбауының үҙ төҫө бар. Төҫтәр иленә һәм дзюдо федерацияһына ҡарап, үҙгәрә ала.
Был сарала "Олимп" көрәш спорт клубы тәрбиәләнеүселәренең махсус дзюдоги куртка, ыштан һәм билбауҙан торған кейемдә, ялан аяҡта төрлө алымдарҙы күрһәткән сығышы һоҡландырғыс һәм үҙҙәрен ҡарап торған бәләкәй дзюдосыларға спорттың был төрөнә дәртләндереү ҙә кеүек булды. Район мәҙәниәт һарайының йәш йырсыһы Азамат Таиповтың дәртле йыры ла сараны йәмләп торҙо.
Бына тантаналы мәл, дзюдо федерацияһы президенты ҡулынан үҙ нормативтарын үтәгән уҡыусылар үҙҙәренә тәғәйен аҡ поястар һәм сертификаттар алды. Уларҙың әле был 1-се дан поястары ғына булһа ла, йөҙҙәрендә спорттың был төрөн һайлауҙарына ҡәнәғәтлек һәм шатлыҡ билдәләре балҡып тора ине. Әлбиттә, спорттың был төрө балаларҙа илһөйәрлекте үҫтереүгә, шулай уҡ тормош юлында осраған төрлө ауырлыҡтарға бирешмәҫкә һәм еңеүгә ынтылыш та уята бит.