+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Декабрь 2022, 13:30

"Батыр"ҙар батырҙарса алышты

11 декабрҙә Красноусолдағы “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында спорт көрәше - грэпплинг буйынса “Батырҙар алышы” республика асыҡ турниры үтте. Ул “Берҙәмлек өсөн!” (“ZA ЕДИНСТВО!”) тигән девиз аҫтында үтеп, махсус хәрби операцияла хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә арналды.

"Батыр"ҙар батырҙарса алышты
"Батыр"ҙар батырҙарса алышты

Турнир тулыһынса “Батыр” хәрби клубы автономлы коммерция булмаған ойошманың финансына район хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһының “Грепплинг” спорт көрәше Федерацияһы ярҙамы менән ойошторолған.
Турнирҙы асыу тантанаһында мәртәбәле ҡунаҡтар: район Советы һәм район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, БР Көрәш спорты Федерацияһының вице-президенты Арсен Зиннәтуллин, БР Грэпплинг – спорт көрәше Федерацияһы директоры Ирик Мостафин ҡатнашты. Шулай уҡ хәрби хәрәкәттәр ветерандары, улар араһында “Граница” сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарының йәмәғәт ойошмаһы ағзаларынан запастағы ил сиге һаҡсылары Фаил Байшөгөров, Андрей Курбатов, Салауат Батыршин, Рауил Әбдрәшитов, афғансылар Андрей Мигунов, Ринат Рәхмәтуллин, Марс Хәйруллиндар бар ине.
Уларҙың ҡатнашыуы, шулай уҡ бағыусыларҙың әүҙем ярҙамы менән сараны күләмле приз фонды менән тәьмин итеүгә өлгәшелгән, призлы урындар яулаусыларға бүләктәрҙең бик тос булыуы, барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ла татлы дәртләндереү бүләктәре менән һыйлауҙары спорт сараһына үҙенсәлеклелек өҫтәне. Күптәргә “Перевал” төркөмө һәм уның хәрби йырҙарҙы төп башҡарыусыһы Марс Хәйруллиндың сығыштары оҡшаны. Запастағы подполковник Андрей Мигуновтың ялҡынлы сығышы ла һәр кемдең күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.
“Граница” сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарының йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Ришат Шаймарҙанов билдәләүенсә, турнирҙың киң күләмле булыуы күренеп тора. Әгәр ҙә Красноусолға “Батырҙар алышы”на килеүселәр һаны артҡандан-арта бара икән, тимәк, уларға бында оҡшай – ойоштороу ҙа, уҙғарыу ҙа, баһалау ҙа. Шул иҫәптән, әлбиттә, приздар, уларҙың айырыуса сифатлы булыуы. Ришат Раян улы йәнә шуны билдәләп үтте, еңеүселәрҙе тәүгеләрҙән булып махсус чемпион билбауҙары менән дә тап беҙҙең Ғафури районында бүләкләй башлағандар! “Батыр” хәрби клубы етәксеһе Флорид Ғибаҙуллин үҙе үк бүләктәрҙе һайлап заказ бирә, улар иҫәбендә эксклюзив миҙалдар, чемпион билбауҙары, кубоктар. Тап “Батыр” етәкселеге район хакимиәтенән тейешенсә ярҙам алған, ә бындай сараларҙы уҙғарыуҙың башында хәрби-патриотик йәмәғәт ойошмалары, локаль бәрелештәр, сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары, шулай уҡ Стәрлетамаҡ “Батыр” клубының алыштырғыһыҙ етәксеһе, остазы Руслан Йәнбирҙин кеүектәр тора.
Был спорт сараһының бағыусылары булып “Көгөш” ЯСЙ-е ЧОО-һы етәксеһе Әнүр Заһиҙуллин, “Түбән хаҡтар магазины” хужаһы Илдар Мөхәмәтов, “Треугольник” кафеһы етәксеһе Артём Хлебников торҙо. Спортсыларҙы “Еҙем” ФОК-ы директоры Рәүилә Мөхәмәҙиева ихлас ҡаршы алды. Турнирҙа ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген Үҙәк район дауаханаһы медицина хеҙмәткәрҙәре һәм полиция хеҙмәткәрҙәре тәьмин итте.
Ярыш бик күп кешенең, республиканың төрлө ҡала-райондарынан 280-дән ашыу 4-тән 18 йәшкә тиклемге һәм унан өлкәнерәк ҡатнашыусыларҙың күплеге менән һөйөндөрҙө, барлығы 21 спорт клубы килгәйне. Көнө буйы ике келәмдә үҙ ауырлыҡ үлсәмдәре буйынса бүленгән көрәшселәрҙең сәмле алыштары барҙы. Уларҙың сығыштарын үҙ эшен яҡшы белгән судьялар баһаланы.
Грэпплинг – тығыҙ һәм бик тә төплө бәйләнеште, даими хәрәкәттә булыуҙы талап итә, төрлө алымдар табып үҙенә ҡаршы көрәшеүсене сигенергә мәжбүр итеүҙе күҙаллай. Бындай алыш ғәҙәттәгенән артығыраҡ көслө булыуҙы, таҫыллыҡты һәм сыҙамлылыҡты талап итә. Бында аяҡ һәм ҡулдар менән тибеү-һуғыу юҡ. Шуға ла грэпплинг – ҡыҙ-малайҙар өсөн ысын физик һәм психологик йәһәттән сынығыу, уларҙа характер тәрбиәләүгә һынау ул, ауыртыуға, ҡыйынлыҡҡа бирешмәҫкә, үҙенә ҡаршы көрәшеүсенең даими ҡыҫымына ҡаршы торорға өйрәтә.
Командаларҙың көслө булыуына ҡарамаҫтан, Красноусолдағы “Батыр” клубының Флорид Ғибаҙуллин менән Тетан Ягодкин әҙерләгән тәрбиәләнеүселәре һәр ваҡыттағыса сағыу һәм таҫыл сығыштары менән һөйөндөрөп, дөйөм команда иҫәбе буйынса призёрҙар иҫәбендә булдылар, йәғни 2-се урын яуланылар. Билдәле, барыһына ла бәхет йылмаймай, әлбиттә, ә иң ҡатмарлы һынауҙар аша лайыҡлы үтеп сыҡҡан көрәшселәр генә миҙал, Маҡтау грамоталары һәм чемпион билбауҙарына эйә булды. Өфө ҡалаһының “Боец” хәрби клубы турнир еңеүсеһе булды, Өфө ҡалаһының Олимпия резервындағы спорт мәктәбе командаһы 3-сө урын яуланы.
Призлы урындар яулаусыларҙы һәм еңеүселәрҙе район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, БР Көрәш спорты Федерацияһының вице-президенты Арсен Зиннәтуллин, Красноусолдағы “Батыр” хәрби клубы етәксеһе Флорид Ғибаҙуллин бүләкләне.

"Батыр"ҙар батырҙарса алышты
"Батыр"ҙар батырҙарса алышты
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: