Пиротехника тик махсуслашҡан магазиндарҙа ғына һатылырға тейеш. Уларҙы баҙарҙа, киоскыларҙа, сауҙа кибеттәрендә, урам аша сығыу урындарында йәки шуға оҡшаш ҡоролмаларҙа һатыу тыйыла.
Пиротехник әйберҙәрҙе һатып алғанда бына нимәләргә иғтибар итергә кәрәк: яраҡлылыҡ ваҡытына (срогы сыҡҡан пиротехник әйберҙе һатыу тыйыла); ҡабы йәмшәйгән-аҡтарылған булмауына; ҡулланыусыға тәғәйенләнгән, закон тарафынан билдәләнгән мотлаҡ мәғлүмәттең булыуына: уға продукцияның атамаһы, етештереүсе ойошманың (ташыусының йәки импортёрҙың) исеме һәм урынлашҡан урыны, яраҡлылыҡ ваҡыты ҡасан тамамланасағы, тотоноу шарттарына ҡарата сикләүҙәр, продукция-ны хәүефһеҙ һаҡлау һәм утилләштереү йәһәтенән талаптар, продукцияның техник регламент талаптарына тап килеүен раҫлаусы мәғлүмәт булырға тейеш.
Бөтә был мәғлүмәттәр пиротехник әйберҙә йәки уның ҡабында (һауытында) текст йәки манипуляция билдәһе рәүешендә урынлаштырыла. Ҡулланыусы танышыу өсөн һатыусынан тауарҙың хәүефһеҙлек талаптарына тап килеүе тураһында сертификат йәки декларация күрһәтеүен талап итергә хоҡуҡлы.
Инструкцияһыҙ (файҙаланыу ҡулланмаһы булмаған), тейешле мәғлүмәтһеҙ, яраҡлылыҡ сертификаты йәки декларацияһы булмаған пиротехниканы һатыу, шулай уҡ уны 16 йәшкә етмәгән кешеләргә һатыу (етештереүсе бүтән йәш сикләүе ҡуймаған булһа) тыйыла.
Пиротехник әйберҙәр уны етештереүсе завод ҡуйған файҙаланыу инструкцияһы талаптарына ярашлы ҡулланылырға тейеш.
Пиротехник әйберҙе ҡулланыр алдынан йәнә бер тапҡыр уның яраҡлылыҡ ваҡытын, хәүефле факторҙар теҙмәһен һәм хәүефле зонаның размерын тикшерегеҙ, ҡулланыу инструкцияһын иғтибар менән уҡып сығығыҙ, барлыҡ һаҡлыҡ сараларын күҙәтегеҙ, шул иҫәптән пиротехник әйберҙәрҙе хәүефһеҙ һаҡлау һәм утилләштереү тураһында маркировкала күрһәтелгән талаптарҙы ла.
Бөтә ошо талаптарҙы үтәһәгеҙ, байрам ваҡытында төрлө күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫһығыҙ.
Хөрмәтле һатып алыусылар, пиротехника менән эш иткәндә бигерәк тә иғтибарлы булығыҙ, хәүефһеҙлек инструкцияһын теүәл үтәгеҙ!