Ошо уңайҙан район ЗАГС бүлеге начальнигы Зәлифә Сәйфуллина менән район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәүзиә Зәйнуллина ғаилә юбилярҙары Ишмөхәмәтовтарҙы өйҙәре-нә барып ҡотланы. Улар Республика Башлығы Р.Ф.Хәбировтың бүләген һәм Ҡотлауын алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.
Бынан 50 йыл элек Красноусолда Ишмөхәмәтовтар ғаиләһе барлыҡҡа килеп, ошо көнгәсә татыулыҡта, тиңлек-тигеҙлектә ғүмер йомғағын һүтәләр. Рима Әсләм ҡыҙына – 68, Миңнияр Миңләхмәт улына 71 йәш. Әйткәндәй, Миңнияр ағай оҙон ғүмерлеләр нәҫеленән, олпат йәшенә етеүенә ҡарамаҫтан, әсәһе булыуы менән бәхетле, әсәһе Нажия Ишмөхәмәтова 94 йәштә. Сығыштары менән хәҙер бөткән Быяла ауылынан. Ғаиләләре Красноусолға күсеп килеп төпләнә. Береһе - Леспромхоз, икенсеһе Пугачёв урамдарында үҫеп буй еткерә. Икеһе лә Красноусолдағы 3-сө мәктәптә белем алалар. Егет 8-се класты тамамлағас, леспромхозда токарь ярҙамсыһы булып эшләй, һалдат сафына баҫып, Ватан алдындағы изге бурысын ике йыл Украинаның Харьков ҡалаһында үтәп ҡайта. Киске мәктәптә уҡып, урта белем ала. Мәктәптә уҡығанда бер-береһен оҡшатып йөрөп, һөйөү утында янған Рима менән өйләнешергә ҡарар итәләр. Ғаиләле булып ике йыл йәшәгәс, Ҡаҙағстан яҡтарына сығып китәләр. Миңнияр Миңләхмәт улы бында агроном һөнәренә эйә була. 25 йылдан һуң тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайталар. Өс бала тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Балаларының иң өлкәне – ҡыҙҙары Гүзәл ғаиләһе менән Ҡаҙағстандың Кустанай ҡалаһында ғүмер итә, Назарбаев исемендәге элиталы гимназияла эшләй, бер ҡыҙ әсәһе. Уртансыһы – улдары Руслан Белоретта төпләнгән, эшҡыуар, ике ҡыҙ, бер улдың атаһы. иң кесеһе Ринат Өфөлә йәшәй, һөнәре буйынса – водитель, бер ҡыҙы бар.
Ғаилә башлығы Миңнияр ағай Красноусолға ҡайтҡас, ун йыл 130-сы Красноусол һөнәрселек училищеһында механик-агроном булып эшләп, дөйөм 45 йыл хеҙмәт стажына һәм хеҙмәт ветераны исеменә эйә булып, хаҡлы ялға сыға. Рима апай иһә сирләп, 20 йыл тирәһе инвалидлыҡта.
50 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп, бер һуҡмаҡтан атлаған, бәхетле ҡартлыҡтарын кисереп йәшәгән Миңнияр Миңләхмәт улы менән Рима Әсләм ҡыҙы 5 ейән-ейәнсәрҙең яратҡан олатай-өләсәһе лә. Ишмөхәмәтовтар артабан да иҫән-һау булып, балалар бәхетендә ғүмер кисерһендәр, тигән теләктә ҡалабыҙ.