Күптән түгел, Яңы йыл алдынан район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов үҙенең эш кабинетында йәнә бер етем балаға торлаҡ сертификаты тапшырҙы. Был бәхетле кем тиһегеҙме? Ул - Красноусолдан Айнур Вахитов! Стәрлетамаҡ ҡалаһында колледжда уҡып йөрөгән егет сертификатты алырға килә алмау сәбәпле, үҙен тәрбиәләүсеһе (опекуны) ҡабул итеп алды. Уҙып барған йылда етем һәм ата-әсәһе ҡарауынан мәхрүм ителгән, инвалид бала категорияһына ҡараған 15 кеше торлаҡ сертификатына эйә булып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.
Айнурға теләк бер: фатирың ҡотло, ошондай бәхетле мәлдәрең күберәк булһын һәм иҫән-һау, изгелеген күреп йәшәргә яҙһын!