-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Август 2023, 18:55

Иғтибар, мутлашыусыларҙың сираттағы схемаһы шунан ғибарәт: улар вируслы документтар ебәрә

Бухгалтерҙар, секретарҙар, финанс, һалым һәм башҡа иҫәп-хисап белгестәре йыш ҡына интернетта документ шаблондары эҙләй. Яуыз ниәтле кешеләр бына нисек эш итә:


⃣Мутлашыусылар дәүләт ведомстволарының һәм билдәле белешмә-хоҡуҡ системаларының ялған сайттарын булдыра һәм унда зарарланған документтар һала. Шуның менән бергә, хакерҙар интернет селтәрендә тәҡдим ителгән исемлектә тәүге юлдарҙың береһен биләргә мөмкинлек биргән SEO-poisoning алымын ҡуллана.

⃣Ҡулланыусы документты күсереп ала, шунан һуң уның компьютерында ситтән тороп тоташыу программаһы эшләй башлай. Программа ярҙамында хакерҙар компанияның килешеүҙәрендә, мәҫәлән, подрядсылар йәки тәьмин итеүселәр менән төҙөлгән килешеүҙәрҙә, банк реквизиттарын үҙгәртә ала. Аҡса алырға тейешле дәүләт ведомствоһы мәғлүмәттәре урынына үҙҙәренекен күрһәтә.

⃣Ҡағиҙә булараҡ, компания хеҙмәткәрҙәре вируслы программаны тиҙ генә аңғармай. Ҡайһы берҙә мутлашыусылар эш компьютерҙарына тоташыуҙы туҡтата һәм уны тергеҙеү өсөн аҡса һорай.

Нисек һаҡланырға:
- антивирус ҡуйығыҙ һәм уны даими яңыртып тороғоҙ;
- автоматик рәүештә төрлө программалар ҡуйыуға һәм эшләтеп ебәреүгә сик ҡуйығыҙ;
- сайт адресына иғтибар итегеҙ - ялған сайт рәсми сайттан бер символ менән генә айырылырға мөмкин. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: дәүләт органдарының рәсми сайттары зәңгәр түңәрәк менән күрһәтелә;
- әгәр ойошманың адресы күрһәтмәһендә йоҙаҡ формаһында хәүефһеҙ тоташыу билдәһе булмаһа, сайт менән эшләгәндә һаҡ булығыҙ.
- документты күсереп алғанда уның форматына иғтибар итегеҙ. Түбәндәге форматтар хәүефһеҙ тип иҫәпләнә: pdf, docx, xlsx, jpg, png.


Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: