+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Август 2023, 14:15

Республика оҫтаһы «Башҡорт аты» фестивале логотибын металдан эшләне

Белорет ҡалаһында йәшәүсе Аветис Авакян Баймаҡ районында халыҡ-ара башҡорт аттары фестивалендә тәүге тапҡыр ҡатнашты.

Республика оҫтаһы «Башҡорт аты» фестивале логотибын металдан эшләне
Республика оҫтаһы «Башҡорт аты» фестивале логотибын металдан эшләне

Бында ул ҡатыны менән килгән. Уның «АС-мастер» фирмаһы металл конструкциялар етештереү менән шөғөлләнә. Лазер ҡырҡыу ярҙамында улар төрлө ассортиментлы һәм төрлө кәрәк-яраҡтар: заводтар  өсөн продукциялар етештерә. Ләкин ул үҙе менән төрлө продукцияларының бер өлөшөн генә алып килгән.

- Фестивалгә мине Белорет районы хакимиәте саҡырҙы, мин дә ҙур теләк менән саҡырыуҙы ҡабул иттем. Продукцияны әҙерләгәндә бер изделиела фестивалдең логотибын эшләргә булдым. Шешлек бешереү өсөн яҡшы аппетит теләп мангал килеп сыҡты.  Барыһы ла юғары кимәлдә ойошторолған! Миңә бик оҡшаны, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Аветис.

 

Республика оҫтаһы «Башҡорт аты» фестивале логотибын металдан эшләне
Республика оҫтаһы «Башҡорт аты» фестивале логотибын металдан эшләне
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: