Урта мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлаған тырыш ҡыҙ БДУ-ның химия һәм биология факультетына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын Миңнира Венер ҡыҙы Ауырғазы районы Төрөмбәт мәктәбендә башлай.
Хис-тойғоларға бай яҡташыбыҙ ижадҡа ла ваҡыт таба, әленән-әле «Йәшлек», «Башҡортостан» гәзите биттәрендә шиғыр, хикәйәләрен уҡырға мөмкин.
Бөгөн Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге Толбазы район китапханаһында уның "Доға ҡөҙрәте" тип аталған китабының исем туйы үтте. Педагогтар династияһынан булған Миңнира Венер ҡыҙының килен булып төшкән районында абруйлы уҡытыусы, талантлы ижадсы булып танылғанын, хөрмәт-ихтирамға сорналып йәшәүен күреү күңелгә ҙур ҡыуаныс булды. Яҡташтары исеменән "Мағаш тауышы" әҙәби берекмәһенең етәксеһе Лилиә Миниязова һәм яҙыусы Рәйлә Сабитова шатлыҡ уртаҡлаштылар.
Рәйлә САБИТОВА.