-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Декабрь , 14:20

Өлгөр ҙә, уңған да, эшсән ҡатын-ҡыҙ

Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы, тигән боронғолар. Эйе, бар яҡлап өлгөр һәм уңған гүзәл заттар үҙенең эше, хеҙмәте, йәмғиәттәге тотҡан урыны менән йәшәйешебеҙҙе йәмләй һәм биҙәй. Кисә район мәҙәниәт һарайында уҙған “Эшсе ҡатын-ҡыҙ” бәйгеһендә ҡатнашыусылар ҙа үҙҙәренең төп эшенән тыш, төрлө йүнәлештә – үҙҙәре менән оҫта итеп таныштырыу, йыр-бейеүгә маһирлыҡтарын, бар яҡҡа ла һәләтле булыуҙарын күрһәтте.

Өлгөр ҙә, уңған да, эшсән ҡатын-ҡыҙ
Өлгөр ҙә, уңған да, эшсән ҡатын-ҡыҙ

Бына хәҙер нисәнсе тапҡыр районыбыҙҙың төрлө ойошма-предприятиелары араһында уҙғарылған бәйгенең төп маҡсаты ла эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү, йәштәрҙең ижади башланғыстарын һәм һөнәри оҫталығын үҫтереү булып тора. Эшсе йәштәре араһында үткән “Эшсе ҡатын-ҡыҙ – 2024” бәйгеһендә 7 гүзәл зат: райондағы “Ғаилә” үҙәге етәксеһе Алиса Ҡәҙерғолова, “Мега” магазины директоры Рената Солтанбекова, район хакимиәтенең муниципаль милек менән идара итеү комитетының милек буйынса баш белгесе Ләйсән Мәүлетова, Ауырғазы күп профилле колледжы Красноусол филиалының информатика уҡытыусыһы Екатерина Иждиһатова, Үҙәк район дауаханаһының ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы акушеркаһы Гөлүзә Дауытова, Красноусол ҡатын-ҡыҙҙарына матурлыҡ һәм шатлыҡ бүләк итеүсе Земфира Рәхимова, “Красноусол” шифаханаһында мәҙәни эштәрҙе ойоштороу буйынса белгес Екатерина Седова ҡатнашты.

Бәйгелә ҡатнашырға йөрьәт иткән, бар яҡтан да килгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға һоҡланмау мөмкин түгел ине. Сәхнәлә улар үҙҙәрен ышаныслы тотоп, бар һынауҙарҙы ла лайыҡлы үтте. Сәмле бәйгене баһалау жюри рәйесе, район Советы депутаты Тимур Фәхретдинов, шағир, йәмәғәтсе Василий Калачигов, Ф.Яҡупов исемендәге һуғышсан хәрәкәттәр  ветерандары ойошмаһы рәйесе Илфат Закиров, район гәзиттәрендә фотограф булып эшләгән, әле хаҡлы ялдағы әүҙем ветеран Наил Латипов, ЛДПР партияһы депутаты Ринат Шаймарҙанов өлөшөнә төштө.

Был бәйгелә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙҙәренең гүзәл эшсе лә, йәм һибеүсе, йән биреүсе лә, һөйөклө ҡатын, яратҡан әсәй, уңған хеҙмәткәр икәнлектәрен тағы бер тапҡыр иҫбатланы.

Өлгөр ҙә, уңған да, эшсән ҡатын-ҡыҙ
Өлгөр ҙә, уңған да, эшсән ҡатын-ҡыҙ
Өлгөр ҙә, уңған да, эшсән ҡатын-ҡыҙ
Өлгөр ҙә, уңған да, эшсән ҡатын-ҡыҙ
Өлгөр ҙә, уңған да, эшсән ҡатын-ҡыҙ
Өлгөр ҙә, уңған да, эшсән ҡатын-ҡыҙ
Өлгөр ҙә, уңған да, эшсән ҡатын-ҡыҙ
Өлгөр ҙә, уңған да, эшсән ҡатын-ҡыҙ
Өлгөр ҙә, уңған да, эшсән ҡатын-ҡыҙ
Өлгөр ҙә, уңған да, эшсән ҡатын-ҡыҙ
Өлгөр ҙә, уңған да, эшсән ҡатын-ҡыҙ
Өлгөр ҙә, уңған да, эшсән ҡатын-ҡыҙ
Өлгөр ҙә, уңған да, эшсән ҡатын-ҡыҙ
Өлгөр ҙә, уңған да, эшсән ҡатын-ҡыҙ
Өлгөр ҙә, уңған да, эшсән ҡатын-ҡыҙ
Өлгөр ҙә, уңған да, эшсән ҡатын-ҡыҙ
Өлгөр ҙә, уңған да, эшсән ҡатын-ҡыҙ
Өлгөр ҙә, уңған да, эшсән ҡатын-ҡыҙ
Өлгөр ҙә, уңған да, эшсән ҡатын-ҡыҙ
Өлгөр ҙә, уңған да, эшсән ҡатын-ҡыҙ
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: