Тамаша алдынан сәхнәлә автор үҙе лә яҡташтарына был әҫәр тураһында ҡыҫҡаса һөйләп: “Был спектаклдең премьераһы Өфөлә булды инде. Мин был пьесаны 2023-2024 йылдарҙа махсус хәрби операцияла булып, юляҙмалар яҙып, шуларҙың нигеҙендә яҙҙым. Һәм әйтергә кәрәк, ундағы геройҙар ысын барлыҡтан алынған, күбеһенең фекерҙәре, яҙмыштары ошо әҫәрҙә сағыла. МХО биләмәһендә йөрөгән ваҡытта егеттәр менән беҙ өсәр-дүртәр сәғәт буйы һөйләшә торғайныҡ, окоптарҙа булһынмы, ташландыҡ йорттарҙа ятҡандамы улар асылып, ихлас һөйләшәләр. Ә бына отпускаға ҡайтҡанда улар бик асылып етмәйҙәр. Был әҫәрҙә “шул герой” тип айырып әйтеү дөрөҫ тә булмаҫ, бында йыйылма образдар. Мәҫәлән, “Малыш” образында ғына күп геройҙарҙың тарихын, яҙмышын, кисерештәрен алдым. Хәҙер пьесаны бергәләп ҡарайыҡ”, - тине Мөнир Сәхиулла улы.
Эйе, спектаклдә МХО биләмәһендә барған ваҡиғалар, башҡорт яугирҙарының данлы яу юлы һүрәтләнә. Унда Рәсәй Геройы Илдар Суфияровтың ҡаһарманлығын, граната алып үҙе менән бергә дошмандарҙы шартлатыуын, Батырлыҡ ордены кавалеры “Безбашенный” Фәнис Хөсәйеновтың дошман БТР-н урлап, әсирҙәрҙе һәм уларҙың план картаһын алып ҡайтыуын тамаша ҡылырға мөмкин. Һәр яугирҙың үҙ яҙмышы, кисерештәре, әммә уларҙың образында бөтә Башҡортостан һалдаттарының яуҙағы ҡаһарманлығы сағылыш таба. Спектакль яугирҙарҙың яу яланында һәм блиндаждағы тормошон тулы кимәлдә асырға мөмкинлек бирә. “Ҡаһарман”, “Хакер”, “Историк”, “Сәсән”, “Иман”, “Малыш” ҡушаматлы яугир яҙмыштары, уларҙың илһөйәрлеге һәм батырлыҡтары аша һуғыш асылы күренә.
...Һәр аҙымда дошман ҡоралынан сыҡҡан үлем һағалай. Әммә әжәл һәр кемдең боғаҙынан алғанға тиклем тормош дауам итә - шаяралар, көләләр, ғашиҡ булалар, аңлашылмаусанлыҡтар ҙа, бәхәстәр ҙә була. Бары тик үлем менән күҙгә күҙ ҡарашҡан мәлдәрҙә генә кеше үҙ ғәмәлдәренә, үткәндәренә һығымта яһай ала, ысын йөҙөн аса, тормош асылын аңлай. Премьера ир-егеттәрҙең батырлығы менән бер рәттән шул турала һөйләй. Спектаклдәге һәр һалдаттың үҙ яҙмышы, тарихы, донъяға ҡарашы бар. Хатта яуға килеү маҡсаттары ла төрлө. Шуға ла тәүҙә йоҙроҡҡа йоҙроҡ килерлек бәхәскә лә киләләр. Әммә яу юлы уларҙы айырылмаҫ дуҫтарға, хатта туғандарға әүерелдерә. Спектаклдә “МХО-ға аҡса өсөн генә килдем”, тигән һүҙҙәр ҙә әйтелә. Ундайҙар ҙа бар, әлбиттә. Яу юлында ундайҙарҙың ҙа ҡараштары үҙгәрә. Улар инде ил яҙмышына ла, үҙ тормошона ла яңы ҡараш менән бағасаҡ ысын ир-егеттәр.
Пьеса бай, халыҡсан тел менән яҙылған. МХО барып, күреп ҡайтып, төн йоҡоларын, ял көндәрен артҡа ҡуйып, бындай әҫәр тыуҙырыу ҙа бөйөклөк. Актерҙар ҙа шул тиклем оҫта башҡарҙы, үҙеңде ысын яу ерендә кеүек хис итәһең. Ҡарап ултырғанда ысын геройҙар рухын, хәрби туғанлыҡты тояһың. Күҙ йәштәрен дә тыйып тотоп булмай бында. Спектакль тамашасылар күңеленә хуш килде, көслө алҡыштар менән оҙатылды. Һуңынан район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова сәхнәгә сығып, Милли йәштәр театры артистарына һәм авторға, режиссерға мәғәнәле, йөрәккә үтеп инерлек, уңышлы тамаша бүләк иткәндәре өсөн барлыҡ ғафуриҙар исеменән сикһеҙ рәхмәтен еткерҙе. Был тамашанан һәр кем илебеҙҙең һәм беҙҙең һәр беребеҙҙең тыныс тормошта йәшәүе өсөн аяуһыҙ һуғышҡан, ғүмерҙәрен биргән яҡташтары өсөн ғорурлыҡ һәм хөрмәт тойғоһо менән таралышты. Ысынлап та, барыһын да аңлап бөтөү өсөн бер ғүмер етмәй икән.