Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ғинуар , 16:15

Мәктәптең ҡыйыу уҡыусыһына Герой партаһы асылды

Герой партаһын асыу – ул Тыуған ил өсөн ғүмерен биргәндәрҙең хәтерен мәңгеләштереү, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға ихтирам уятыу, рәхмәт белдереү, туғандарын һәм яҡындарын иғтибар һәм хәстәрлек менән уратып алыу мөмкинлектәренең береһе. 23 ғинуар көнө ошо маҡсатта булдырылған проектҡа ҡушылып, Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбендә  Украинала барған махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Филүс Ғәбделхай улы Лоҡмановтың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү уңайынан “Герой партаһы” асылды.

Мәктәптең ҡыйыу уҡыусыһына Герой партаһы асылды
Мәктәптең ҡыйыу уҡыусыһына Герой партаһы асылды

Тантаналы сара иң тәүҙә Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт гимндары яңғырап, флагтары керетелгәс, асыҡ тип иғлан ителде. Унда Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Венер Ҡунафин, мәктәп директоры Марс Фәйзуллин, Дәүләт именлеге комитетының Сик буйы ғәскәрҙәрендә сик һаҡсыһы майоры булған Ғәле Ибраһимов, яугирҙың уҡытыусыһы Әлфиә Степанова, туғандары, яҡындары, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, ауыл халҡы һәм башҡалар ҡатнашты.

Сараны алып барыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Иҙрисова тантананы асып: “Тыуған еребеҙҙең ҡаһарман улы Филүс Ғабделхай улы тураһында һөйләр алдынан Мәлих Харистың “Онотмаһын мине лә Тыуған ил” шиғырының:

Эй ғүмерҙең һуңғы сәғәте,

Һин миңә лә шулай күкрәп кил.

Батырҙарын иҫкә алғанда

Онотмаһын мине лә Тыуған ил!, - тигән шиғыр юлдары шағир тарафынан Ватаныбыҙҙың Филүс кеүек ҡаһарман улдарына төбәп әйтелгән кеүек, тип башлап ебәрҙе. Артабан мәктәп уҡыусылары, Айдинә Мәүлетҡолова һөйләгән “Атай” тигән шиғыр ҙа иң нескә күңел ҡылдарын сиртте.

Эйе, Тыуған ил үҙенең батырҙарын онотмай, Филүс Лоҡмановтың да батырлығы сикһеҙ ғорурлыҡ уята. Ул беҙҙең замандың ысын геройы, батыры. Филүс Ғабделхай улы 1983 йылдың 18 апрелендә Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән. 2000 йылда Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба мәктәбен тамамлап, шофёр һөнәрен үҙләштерә. 2001-2003 йылдарҙа Алтай крайында ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт бурысын үтәй. Себерҙә вахта ысулы менән эшләгән. Махсус хәрби операция башланғас, Сәйетбаба ауыл биләмәһенән беренселәрҙән булып мобилизациялана. 2022 йылдың 26 сентябрендә РФ Ҡораллы көстәре сафына баҫа. Гранатомётсы булып хеҙмәт итә. 2024 йылдың апрелендә яралана, бер ай госпиталдә ята. Унан сыҡҡас, тағы ла алғы һыҙыҡҡа юллана. Уны штурмлаусы отрядҡа күсерәләр. 28 июлдә һөжүмгә күсәләр һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2024 йылдың 3 авгусында хәрби антына тоғро ҡалып, батырҙарса һәләк була. Филүс Лоҡманов 2-се дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн”, Шайморатов миҙалдары, үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградланған.

Ҡасандыр үҙе лә Чечня алышында ҡатнашҡан, отставкалағы милиция майоры, Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбе директоры  Марс Хатмулла улы үҙ сығышында мәктәптең ҡыйыу, батыр яугирҙарының ҡаһарманлығы онотолмаясағын әйтеп, былтыр яҙ Филүс Ғәбделхай улына таҡтаташ асыуҙарын билдәләп үтте.

- МХО башланғас та 2022 йылда иң тәүгеләрҙән булып, Филүс Ғәбделхай улы мобилизацияланды. Һуғыш, һуғыш инде, атай-олатайҙарыбыҙҙың батырлыҡтарын китаптарҙан уҡып, киноларҙан ҡарап ҡына белһәк, ә бөгөн нацизмға ҡаршы көрәшкән ир-егеттәребеҙ үҙҙәренең яҙмыштары менән быны иҫбатлай. Бөгөн Филүс Лоҡмановтың яҡты иҫтәлегенә “Герой партаһы” асабыҙ. Киләсәк быуын ҡаһарман егетебеҙҙе белеп, үҙҙәре лә батыр булып үҫһен өсөн булдырыла ул. Ошо мәктәптә уҡыған, үҙебеҙҙең арала йөрөгән Филүс яҡшы, һәйбәт егет булды. Уға иң яҡшы кешелек сифаттарын биргән өсөн ата-әсәһенә ҙур рәхмәт. Тиҙерәк илебеҙгә тыныслыҡ килеп, башҡа егеттәребеҙ Еңеү менән имен-аман ҡайтһындар, - тине Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Венер Сәхиулла улы сығыш яһап.

Дәүләт именлеге комитетының Сик буйы ғәскәрҙәрендә сик һаҡсыһы майоры, әле хаҡлы ялда булған Ғәле Мөхәррәм улы үҙ сығышында уҡыусыларҙы спортты яратырға, яҡшы уҡырға, тырыш булырға, илебеҙҙең патриоттары булып үҫергә саҡырҙы. Шулай уҡ яугирҙарҙың барыһын да танып-белеү, уларҙы хөрмәтләү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Ҡаһармандың класс етәксеһе Әлфиә Хәннән ҡыҙы мәктәп йылдарында, парта артында ултырғанда Филүс Ғәбделхай улының ниндәй уҡыусы булыуын һөйләп: “Уҡыу йылдарына килгәндә, 1995 йылда мин ошо мәктәпкә инглиз теле уҡытыусыһы булып эшкә ҡайттым. Ул ваҡытта Филүс 7-се класта уҡый ине һәм ошо класты миңә ышанып тапшырҙылар. 11-се класты тамамлағансы уларҙың класс етәксеһе булып эшләнем. Класта барыһы 25 уҡыусы ине, шуларҙың 12-һе малай, 13-ө ҡыҙ булды. Уҡыусылар шаян, хәрәкәтсән булыуға ҡарамаҫтан, һәр сарала әүҙем ҡатнаштылар. Филүсте бер һүҙ менән генә әйткәндә, ябай, баҫалҡы, тырыш, эшсән, тәртипле булды  һәм хәҙер шуға батыр тигән сифат өҫтәлә. Ул һәр ваҡыт беренсе партала ултырҙы. Уның айырылғыһыҙ дуҫтары Радик Фәхретдинов менән Руслан Фәттәхов булды. Класташтары уны яратты, ул да уларға ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы ине. Иптәштәре менән бергә йырлай, бейей торғайны. Матур итеп һүрәт төшөргәнгә күрә, төрлө даталарға сығарылған стенгазеталарҙа уның һүрәттәре торҙо. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, ул һәр эшен еренә еткереп, бөхтә итеп эшләп ҡуя ине. Шулай уҡ спортты яратты, мәктәптә, районда үткән спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашып, призлы урындар алды. Ата-әсәһенә, туғандарына ҡарата бик иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Илебеҙ тыныслығы һәм ирке өсөн МХО-ла батырҙарса һәләк булған уҡыусыбыҙ Филүс Лоҡмановты һәр саҡ яҡты хәтирәләр менән генә иҫкә аласаҡбыҙ. Шундай ул тәрбиәләгән Миңзилә Рәсүл ҡыҙы менән Ғәбделхай Ғабдулхаҡ улына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткереп, баш эйәбеҙ. Уларға һәм башҡа яугирҙарҙың атай-әсәйҙәренә иҫәнлек-һаулыҡ, күркәм сабырлыҡтар теләйбеҙ”, - тине.

Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ҡаһарманға ҡарата йылы һәм күңелгә үтеп инерлек сығыш яһаны. Бына Герой партаһын асыу хоҡуғы Венер Сәхиулла улына һәм Марс Хатмулла улына бирелеп, парта өҫтөндәге аҡ япма алынды. Унда Филүс Лоҡмановтың портреты, биографияһынан факттар һәм уның ҡаҙаныштары тураһында мәғлүмәт урынлаштырылған. Батырҙың туғандары, яҡындары, ошо сарала ҡатнашыусылар  Герой партаһына сәскәләр һалды һәм  Филүстең яҡты иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде.  Герой партаһы артына иң беренсе булып ултырыу хоҡуғы уҡыу алдынғылары, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашыусы уҡыусылар Илһам Рәхимов һәм Рәдиф Вәлиевҡа бирелде. Был мәктәптә бөгөнгө көндә белем алған һәм киләсәктә белем аласаҡ уҡыусылар Филүс Лоҡмановтың батырлығы менән ғорурланыр, унан өлгө алыр һәм тормош юлында һайлаған юлынан намыҫ менән атлар, тип ышанабыҙ.

Мәктәптең ҡыйыу уҡыусыһының хәтерен мәңгеләштереү - Ватанды һаҡлаусылар алдындағы изге бурысыбыҙ. Беҙҙең именлегебеҙ, бәхетле киләсәгебеҙ өсөн ғүмерен аямаған ҡаһарман яугир Филүс Лоҡманов тураһындағы яҡты иҫтәлек ауылдаштары, райондаштары күңелендә мәңге һаҡланыр.

Мәктәптең ҡыйыу уҡыусыһына Герой партаһы асылды
Мәктәптең ҡыйыу уҡыусыһына Герой партаһы асылды
Мәктәптең ҡыйыу уҡыусыһына Герой партаһы асылды
Мәктәптең ҡыйыу уҡыусыһына Герой партаһы асылды
Мәктәптең ҡыйыу уҡыусыһына Герой партаһы асылды
Мәктәптең ҡыйыу уҡыусыһына Герой партаһы асылды
Мәктәптең ҡыйыу уҡыусыһына Герой партаһы асылды
Мәктәптең ҡыйыу уҡыусыһына Герой партаһы асылды
Мәктәптең ҡыйыу уҡыусыһына Герой партаһы асылды
Мәктәптең ҡыйыу уҡыусыһына Герой партаһы асылды
Мәктәптең ҡыйыу уҡыусыһына Герой партаһы асылды
Мәктәптең ҡыйыу уҡыусыһына Герой партаһы асылды
Мәктәптең ҡыйыу уҡыусыһына Герой партаһы асылды
Мәктәптең ҡыйыу уҡыусыһына Герой партаһы асылды
Мәктәптең ҡыйыу уҡыусыһына Герой партаһы асылды
Мәктәптең ҡыйыу уҡыусыһына Герой партаһы асылды
Мәктәптең ҡыйыу уҡыусыһына Герой партаһы асылды
Мәктәптең ҡыйыу уҡыусыһына Герой партаһы асылды
Мәктәптең ҡыйыу уҡыусыһына Герой партаһы асылды
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас