Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Февраль , 14:10

Ғафури ерлегендә үҫкән голланд ләләләре

Районда урындағы агроиндустрия өсөн уникаль проект старт алып, Өфө эшҡыуары Эмиль Дамир улы Хәбибуллин тюльпандарҙы тап беҙҙең районда үҫтереүҙе ойошторған. Был районда быяла заводы гөрләп эшләгән осорҙа ундағы теплицала үҫтерелгән каллы сәскәләрен иҫәпкә алмағанда,  бындай кимәлдәге сәскәләр етештереүсе тәүге предприятие. Ләлә (тюльпан) һуғандары бөтә донъяға сәскәселек традициялары менән билдәле булған Голландиянан килтерелгән.

Ғафури ерлегендә үҫкән голланд ләләләре
Ғафури ерлегендә үҫкән голланд ләләләре

Тышта февраль бурандары өйөрөлөп, бар тирә-яҡ ап-аҡ ҡар менән ҡапланған ҡыш айы тантана итә. Ә Красноусолдың “элекке телевышка” тип атап йөрөтөлгән биләмә янында урынлашҡан күркәм бинала сағыу, һоҡланғыс ләләләр сәскәгә бөрөләнеп, күҙҙең яуын алып ултыралар.

Өлкән сәскә үҫтереүсе Эльвира Яхина ләләләрҙе үҫтереү эше менән таныштырып: “Бөгөнгө көндә ултыртылған сәскәләрҙең дөйөм һаны 450 мең төптән ашыу, улар 18-ҙән ашыу төрлө сорттан һәм төҫтән тора. Бындай төрлөлөк һатып алыусыларҙың төрлө өҫтөнлөктәре менән яуап биргән ассортимент булдырырға мөмкинлек бирә. Декабрь аҙағында һуғанбаштарын махсус һауыттарға ултырта башлап, 19 ғинуарға тиклем ошо эште дауам иттек. Был төр сәскәләр һыуҙа үҫә, шуға ла Флүр Ситдиҡов, Өлфәт Яҡупов, Азат Яхин өҙлөкһөҙ, йыш һыу һибеп торалар. Дүрт тапҡыр өҫтәмә матдәләр, витаминдар менән эшкәрттек. Был сәскәләрҙе үҫтереү ҡул хеҙмәтен  талап итә. Сәскәләр 5-6 февралдә сәскә ата башланы ла инде. Ҡатын-ҡыҙҙар әлеге ваҡытта иң мәшәҡәтле һәм яуаплы осорҙо, сәскәләрҙе киҫеп, 25-ен бергә ҡуйып гөлләмәләр яһай һәм йәшниктәргә тултырып өлгөртөп торалар. Ә йәшниктәге сәскәләр һыуытҡысҡа ҡуйыла һәм яйлап ҡалаларға һатыуға ебәреләсәк”, - тип һөйләп үтте.

Тюльпандар ваҡытында сәскә атһын өсөн бында махсус микроклимат булдырылған. Белгестәр төп параметрҙарҙы: температураны, дымлылыҡ кимәлен һәм яҡтыртыуҙы ныҡлы контролдә тота. Тап теүәл тикшерелгән шарттар арҡаһында тейешле ваҡытта бөрөләр барлыҡҡа килеүгә өлгәшелгән һәм сәскәләрҙең юғары сифаты һаҡланған. Бында урындағы халыҡ өсөн яңы эш урындары булдырылып, эшҡыуарлыҡ үҫеше лә булып тора. Кем белә, бәлки, киләсәктә эшҡыуарлыҡтың ошо йүнәлешендә үҙҙәрен һынап ҡараусылар ҙа табылыр.

Ләлә (тюльпан) сәскәһе - яҙ һәм наҙ, бәхет һәм мөхәббәт символы булған, күп йыллыҡ үләнле һуғанбашлы үҫемлектәр нәҫеле ул. Сәскәләр телендә бүләк ителгән ҡыҙыл ләлә мөхәббәтте таныуҙы, һары - бәхет теләген, аҡ - бүләк итеүсенең ғәфү үтенгәнен аңлата. Ләлә сәскәләрен  һайлаған ҡатын-ҡыҙҙар үҙ-үҙҙәрен хөрмәт итеү тойғоһона эйә. Был сәскәләр менән ҡатын-ҡыҙҙар тағы ла наҙлыраҡ, гүзәлерәк күренә. Тап районыбыҙҙа үҫкән төрлө төҫтәге ләлә сәскәләре 8 Март байрамында меңдәрсә ҡатын-ҡыҙҙы ҡыуандырасаҡ.

Ғафури ерлегендә үҫкән голланд ләләләре
Ғафури ерлегендә үҫкән голланд ләләләре
Ғафури ерлегендә үҫкән голланд ләләләре
Ғафури ерлегендә үҫкән голланд ләләләре
Ғафури ерлегендә үҫкән голланд ләләләре
Ғафури ерлегендә үҫкән голланд ләләләре
Ғафури ерлегендә үҫкән голланд ләләләре
Ғафури ерлегендә үҫкән голланд ләләләре
Ғафури ерлегендә үҫкән голланд ләләләре
Ғафури ерлегендә үҫкән голланд ләләләре
Ғафури ерлегендә үҫкән голланд ләләләре
Ғафури ерлегендә үҫкән голланд ләләләре
Ғафури ерлегендә үҫкән голланд ләләләре
Ғафури ерлегендә үҫкән голланд ләләләре
Ғафури ерлегендә үҫкән голланд ләләләре
Ғафури ерлегендә үҫкән голланд ләләләре
Ғафури ерлегендә үҫкән голланд ләләләре
Ғафури ерлегендә үҫкән голланд ләләләре
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас