Балаларҙың шат тауыштары, уйын ауаздары яңғырап торған йорттарҙа тормош та йәнлерәк кеүек тойола. Шаһиевтарҙың күркәм йорто янына туҡтап, ҡапҡаны асып инеү менән һарай тирәһендә ишле малдарының ят кешене күреп етди ҡиәфәттә көйшәп, ҡарап тороуҙары, өй эсендә ниндәйҙер тауыштар ишетелеүе был йортҡа дөрөҫ килеүебеҙҙе күрһәтеп, әйтеп тора ине.
Йорт хужаһы Рөстәм Зиннур улы ишек асылыу менән әйҙүкләп түргә үтергә саҡырып, уңарсы хужабикә Ләйсән Марат ҡыҙы ла аш бүлмәһенән йүгереп килеп сығып, алсаҡ йөҙ менән ихласлап ҡаршыланы. Балалар ҙа һәр береһе күренеп, саф башҡортса һаулыҡ һорашты. “Кешенең кемлеге тупһаһынан атлап ингәс тә күренә”, - тигәндәй, шәфҡәтле, аҡыллы ғаилә менән осрашыуыма һөйөнөп, күркәм өйҙөң түренә үтәм.
Ғаилә - йәшәү усағы, кешене шәхес итеп формалаштырыусы һәм үҫтереүсе ғәжәйеп хеҙмәт, бөйөк мәктәп булыуы бында күренеп тора. Спорт инвентарҙары ҡуйылып, балалар шөғөлләнһен өсөн мөмкинлектәр булдырылған. Стенаға ҡуйылған таҡтаға ғәрәп хәрефтәре яҙылып ҡуйылған.
Рөстәм Зиннур улы Салауат ҡалаһында тыуып, шул ҡалала, Ырымбурҙа уҡып, урта белем алған. Ата-әсәһе менән Фёдоровка районында ла мал тотоп йәшәп алғандар. 2007 йылда әсәһе Рима һәм атаһы Зиннур өй һатып алып, тыуған яҡтарына - Сәйетбабаға ҡайта. Туғаны Светлана Салауатта йәшәргә ҡала. Ата-әсәһенең шундай ҡарар ҡабул итеүенә Рөстәм һөйөнөп бөтә алмай. Бәлки уны үҙ яртыһы ла тартҡандыр.
Ләйсән Марат ҡыҙы Ырымбур яҡтарында тыуып, әсәһе иртә мәрхүмә булғас, 3-4 йәштәр тирәһендә Сәйетбабаға ҡайталар. Бәләкәй саҡта күпселек өләсәй тәрбиәһендә үҫкән. Атаһының өс, үгәй әсәһенең ике балаһы бергәләп буй еткерә. Үҫмер ҡыҙ ауыл мәктәбендә 11-се класты тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһында маляр-штукатурлыҡҡа уҡый. Бөгөнгө көндә бер туған Нүрсилә апаһы - Ҡолҡанда, Илназ туғаны Сәйетбабала йәшәй.
- Рөстәмдәр күсеп ҡайтҡан ваҡыт булғандыр инде, дуҫлашып күп йөрөмәнек, 2009 йылдың 8 майында никах уҡытып, бергә йәшәй башланыҡ. Был урында бәләкәй генә өй ултыра ине, шуны алып, алты йыл самаһы шунда йәшәнек. Яйлап эргәһендә кирбестән өй һалып керҙек, - тип, ғаиләһе менән таныштыра Ләйсән.
Йорт хужаһы Рөстәм Зиннур улы башта Өфөлә юл төҙөлөшөндә, Себерҙә эшләй. Малдар ишәйеп, тормош иптәшенә үҙенә генә йорт-тирәһендә бар эштәрҙе алып барыу ҡыйынлашҡас, эшен ҡалдырып, мал-тыуарҙы тағы ла арттырып, ғаиләһе янында ғына булырға ҡарар итә. Тиҫтәгә яҡын һыйыр, шунса уҡ быҙау, биш ат, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп, балаларын да эшкә өйрәтеп үҫтерә улар. Үҙҙәренең техникалары эште еңелләштерә. Өлгөр хужа мал-тыуарын, техникаһын ҡарап, иретеп-йәбештереү эштәрен дә үҙе башҡара. Тыныс холоҡло хужабикәнең көнө йорт эсендәге эштәр, аш-һыу менән булып үтә. Бөгөн ирле-ҡатынлы бер төптән булып, ауылда йәшәүҙәренә һөйөнөп бөтә алмайҙар.
- Башта атай-әсәйҙәр ҡалала ҡалығыҙ тип өгөтләне, әммә беҙ ауылда ҡалыуҙы хуп күрҙек. Никахҡа бер тана бүләк иткәндәр ине, һуңынан әсәйем бер һыйыр бирҙе, шулай эре мөгөҙлө малды арттырҙыҡ. Ҡул һелтәп ҡуйғаныбыҙ юҡ, Хоҙай биреп тора, әлбиттә, килем генә түгел, сығымы ла килеп сыға. Йәрминкәләргә сығып ит, һөт, кәзә ҡымыҙы ла эшләп һаттыҡ, файҙаһы бар. Ауылдағы сыр эшләү цехына апрелдән һөт тапшыра башлайбыҙ. Башта өс литрлап тапшырһаҡ, хәҙер инде күпләп йыйыла. Ауылда мал тотоп йәшәйем тигән кешегә төрлө программалар ҙа ярҙам итә. Беҙ ҙә хөкүмәт ниндәй аҡса бирә, шуны ла дөрөҫ ҡулланып үҫешәбеҙ, - тип һөйләп үтте Рөстәм Зиннур улы.
Шаһиевтар ат йәнле ғаилә булыуҙары менән дә билдәле. Бына икенсе йыл рәттән “Аласабыр” бәйгеһен ойоштороуҙа ҡатнашып, балалары призлы урындар алып килә, һабантуйҙа ла ҡатнашҡандар. Уларҙың ғаиләһендә һәр тыуған балаға ат бүләк итеү йолаһы йәшәй, ә улар үҙ сиратында ошо атты үҙҙәре тәрбиәләп, ҡарап, яҡын дуҫы итеп йөрөтә. Шулай уҡ был ғаиләлә дини тәртип урын алып, тыйылғанынан тыйылып, хәләл аҙыҡ менән туҡланып йәшәйҙәр. Хужа кеше балалары менән мәсеттә уҙғарылған йома намаҙын да ҡалдырмай, малайҙары шәмбе көнө Разифа апаларынан ғәрәп телен өйрәнергә йөрөйҙәр. Ҡыҙҙары Алһыу Сәйетбаба урта мәктәбенең 9-сы, Рафаэль – 7-се, Денис 5-се класта уҡып йөрөйҙәр. Батыр менән Абдулмалик улдары балалар баҡсаһына йөрөй. Балалар көрәш, уҡ атыу, йүгереү, саңғы түңәрәктәренә йөрөргә лә өлгөрә. Һәр атай-әсәй үҙ балаһының изгелекле, шәфҡәтле, аҡыллы булып үҫеүен теләй, Шаһиевтар рухи яҡтан бай, әхлаҡлы, күркәм холоҡло, илебеҙгә кәрәкле кешеләр тәрбиәләп, ата-әсәлек бурысын намыҫлы үтәй. Ауыл ерендә гөрләтеп донъя көтөп, балалар үҫтергән Шаһиевтарға “афарин” тиергә генә ҡала. Киләсәктә лә балалар күңеленә сәселгән изгелек орлоҡтарының емештәрен татып, бәрәкәтле, имен тормошта ғүмер кисерергә насип булһын.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.