-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Полиция иҫкәртә
25 Сентябрь 2018, 13:54

Мутлашыусылар йоҡламай

Хөрмәтле Ғафури районы халҡы! Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ғафури районы буйынса бүлеге Һеҙҙе сиған милләтенән булған, элек хөкөм ителгән кешеләрҙең үҙҙәрен ЖЭУ, газ, энергия һәм йылылыҡ менән тәьмин итеүсе хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре тип танытып, мутлашыу осраҡтарының йышайыуы хаҡында иҫкәртә.

Нисек мутлашыусыларҙың ҡорбаны булмаҫҡа?

Минут эсендә кешене аңлап булмай, тәүгеһенән күргән кешегә бигүк ышанып та бармағыҙ. Шуныһы бик мөһим: ниндәй ҙә булһа сығымдар менән бәйле һәр төрлө ҡарар ҡабул итерҙән алда мотлаҡ яҡындарығыҙ менән кәңәшләшегеҙ.
*Әгәр ҙә Һеҙгә яҡын кешегеҙ йәки танышығыҙ аварияға осраны, рәшәткә артына, дауаханаға эләкте һәм хәҙер залог, штраф, ришүәт бирергә кәрәклеген хәбәр итеп шылтыратһалар – улар ҡараҡтар.
*Телефонығыҙға: “Һеҙҙең банк картағыҙ блокировать ителде һәм уны ҡабаттан асыу өсөн ошо номерға шылтыратығыҙ”, - тигәнерәк йөкмәткеле СМС-хәбәр килһә, белегеҙ: был - алдаҡ, банк карталары былай блокировать ителмәй.
*Әгәр ҙә Һеҙ автомобиль, ҡиммәтле приз оттоғоҙ, әммә уны алыу өсөн башта билдәләнгән номерға аҡса күсерергә кәрәк тиһәләр, был да мутлашыу, Һеҙ призды ла ала алмаясаҡһығыҙ, аҡсағыҙҙы ла кире ҡайтармаясаҡтар.
* “AVITO”, “Юла” Интернет ресурстары һәм башҡа сайттар аша ниндәй ҙә булһа әйберҙәр һатып алғанда айырыуса һаҡ булығыҙ, һатыусының ышаныслы булыуына ышанмай тороп аҡсағыҙҙы Интернет банктар, Qiwi-кошелек ҡулланып күсермәгеҙ.
* Һеҙгә аҡса алыштырырға, ниндәй ҙә булһа газ йәки электр иҫәпләү приборҙары һатып алырға тәҡдим иткән кешеләргә ышанмағыҙ.
* Әгәр ҙә Һеҙгә таныш булмаған кешеләр һәр төрлө ауырыуҙан дауалаусы дарыуҙар, аҙыҡ ҡатнашмалары, медицина аппараттары тәҡдим итһә – улар мутлашыусылар, бындай препараттар махсуслашҡан дарыуханаларҙа ғына һатыла, ә уларҙы ҡулланырҙан алда мотлаҡ табип менән кәңәшләшергә кәрәк.