-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Прокуратура хәбәр итә
29 Ғинуар 2019, 16:38

Закон боҙоуға юл ҡуйылған

Ғафури районы прокуратураһы тикшереү материалдары буйынса ауыл биләмәһенең элекке хакимиәт башлығына енәйәт эше асҡан.

Ул РФ Енәйәт кодексының 285-се статьяһының 2-се бүлеге (урындағы идаралыҡ органы башлығының табыш алыу маҡсаты менән вазифаһынан артыҡ файҙаланыуы) буйынса енәйәт эшләүҙә ғәйепләнә. Ғәйепләнеүсенең 2012 йылда үҙенең ике туған һеңлеһенә хужалыҡ китабынан ялған күсермә биреүе асыҡланған. Документҡа ярашлы, ул ошо ауылда 35 сутый ер участкаһы хужаһы була, аҙаҡ ул ерҙе шәхси милке итеп рәсмиләштерә.

Етәксенең енәйәти эше арҡаһында район бюджетына 220 мең һумлыҡ зыян килтерелгән.

Тикшереү барышы һәм һөҙөмтәләре район прокуратураһы күҙәтеүе аҫтында.


Читайте нас в