-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Эшҡыуарлыҡҡа һәр саҡ юл асыҡ

Рәсәй эшҡыуарлығы көнө уңайынан районда йыл һайын эшҡыуарҙар конференцияһы уҙғарыла. Быйыл да районыбыҙ эшҡыуарҙары 30 майҙа үҙҙәренең эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһар өсөн мәҙәниәт һарайына йыйылды. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты - бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау Фондының баш белгесе Р.Ғәлиев, Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса Стәрлетамаҡ 3-сө һанлы инспекцияһының урында тикшереүҙәр бүлеге белгесе Е.Чеканова, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары – иҡтисад һәм финанс буйынса Светлана Ғөбәйҙуллина, ауыл хужалығы буйынса Рөстәм Аҡбашев, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм башҡалар ҡатнашты.

Район мәҙәниәт һарайы фойеһында эшҡыуарҙар етештергән продукциянан бай йөкмәткеле күргәҙмә менән танышырға мөмкин ине. Фоминдарҙың, “Ғафури” ҡулланыусылар һәм “Икмәк заводы” йәмғиәттәренең икмәк-ҡалас изделиелары, “Тереһыу”, “Красноусол” минераль һыу ҡойоу заводы” йәмғиәттәренең, Москов Алиян, Азат Маннанов, “Ғафури һөтө” ҡулланыусылар кооперативы, Красная поляна ауылынан Тимофеевтар, Надежда Тарасова һәм башҡаларҙың продукцияһын күрергә була ине. Шулай уҡ алдан уҡыусылар өсөн иғлан ителгән “Эшҡыуарлыҡ балалар күҙе аша” һүрәттәр конкурсы еңеүселәренең ижади эштәре күргәҙмәһе лә урын алған.

Күргәҙмә менән танышып сыҡҡандан һуң, залда рәсми өлөш башланды. Тәүге һүҙ район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаровҡа бирелде. Ул үҙ сығышында ра-йонда эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн барлыҡ шарттар булдырылыуын, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн төрлө программалар эшләүен, бөгөн йәштәрҙең эшҡыуарлыҡҡа ынтыла башлауын ыңғай яҡтан билдәләне. Район хакимиәте башлығының иҡтисад һәм финанс буйынса урынбаҫары Светлана Ғөбәйҙуллина һүҙ алып, уңышлы эшләгән, ваҡытында һалым түләгән эшҡыуарҙарҙы, дөйөм уңыштарҙы барланы. Уның билдәләүенсә, 2017 йыл йомғаҡтары

буйынса бюджетҡа иң күп һалым түләүсе булып Гөлшат Ҡаҙаҡҡолова, Николай Фомин, Лена Монасипова, Ханнан Ишмырҙин, Зилә Диченская, Дамир Ҡунафин, Алексей Шапошников торған. Предприятие-лар араһында “Красноусол” минераль һыу ҡойоу заводы”, “Тереһыу” йәмғиәте, “Красноусол минераль һыуҙары”, “Усолка” сауҙа йорто, “Урожай” крәҫтиән хужалығы, “Аҡкүл”, “Лотос плюс”, “Мас-тер” йәмғиәттәре. Уларҙың барыһы бергә бюджетҡа 35 миллион һумдан ашыу аҡса индергән.

Районда эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә төрлө дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Светлана Рәшит ҡыҙы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам” муниципаль программаһы сиктәрендә субсидия алыусыларҙың фамилияларын атап үтте (2010 йылдан алып 144 кеше дөйөм 20 млн. һумлыҡ ярҙам алған, шулай уҡ ауыл хужалығын үҫтереү муниципаль программаһы сиктәрендә 5 крәҫтиән-фермер хужалығы һәм шәхси эшҡыуарға 1 млн. 570 мең һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән). Район хакимиәте яңы эш башлаған, лизингҡа техника һәм ҡорамалдар һатып алған эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтә һәм артабан да күрһәтәсәк, тине ул.

С.Ғөбәйҙуллина районыбыҙ эшҡыуарҙарының социаль, ижтимағи әүҙемлеген һәм һөнәри уңыштарын билдәләп үтте, шулай уҡ 2017 йыл йомғаҡтары буйынса республиканың муниципаль берәмектәрендә эшҡыуарлыҡ торошо мониторингы һөҙөмтәләренең 20 күрһәткесе буйынса беҙҙең райондың 42 ауыл районы араһында иң яҡшы бишәү араһында булыуы хаҡындағы ҡыуаныслы яңылыҡ менән дә уртаҡлашты.

Сығышын йомғаҡлап, ул эшҡыуарҙарға урындағы власть органдары менән бер төптән эшләргә, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләргә һәм уларҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашырға саҡырҙы.

Конференцияла эшҡыуарҙарҙы БР Эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса уполномоченныйҙың Ғафури районы буйынса йәмәғәт башланғысындағы ярҙамсыһы Х.Ишмырҙин, район Эшҡыуарҙар Союзы рәйесе А.Фәхретдинов тәбрикләне һәм ҡыҫҡаса эшмәкәрлектәренә йомғаҡ яһаны.

Артабан йыйылышта ҡатнашыусыларҙы БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты исеменән БР Эшҡыуарлыҡты яҡлау Фондының баш белгесе Р.Ғәлиев ҡотланы. Ул дәүләт ярҙамын алыуға кемдәрҙең дәғүә итеүен һәм шарттарын, Фонд тарафынан күрһәтелгән хеҙмәттәр, мөрәжәғәт итеү өсөн бәйләнеш хаҡында ентекләп һөйләп үтте. Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса инспекцияһы вәкиле Е.Чеканова йыйылыусыларға иҫәп-хисапты онлайн-касса аша эшләүгә күсеү зарурлығы һәм уның менән эшләү үҙенсәлектәре хаҡында бәйән итте. Район Мәшғүллек үҙәге начальнигы М.Сабитов үҙ эшен асырға теләгән эшһеҙ граждандарға ярҙам алыу мөмкинлектәрен барланы.

Сығыштарҙан һуң, бүләкләүҙәр башланды. Балалар һәм үҫмерҙәр араһында уҙған ижади конкурстар еңеүселәрен залдағылар алҡыштар менән ҡаршы алды. Күптән түгел уҙған “Эшҡыуарлыҡ балалар күҙе аша” һүрәттәр конкурсында еңеү яулаған Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Максим Кочешков, Элеонора Солтанова, Рушана Абдуллина, шулай уҡ И.Шәйәхмәтова (3-сө мәктәп) менән Гөлнур Басирова (КБГИ)

Дипломдар һәм бүләктәр ҡабул итеп алды. Ә район хакимиәте башлығы призына йыл да мәктәп уҡыусылары араһында уҙғарыла килгән “Мин – булдыҡлы!” конкурсы еңеүселәре көҙ көнө билдәләнәсәк. Сарала ҡатнашыусыларҙы 2015 йылғы конкурс еңеүсеһе Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Аделина Вафина үҙенең бизнес-проекты менән таныштырҙы.

“Йыл эшҡыуары – 2017” республика конкурсы еңеүсеһе Н.Фомин уңышлы һөнәри эшмәкәрлеге серҙәре менән уртаҡлашты.

Сарала бизнес “ветерандары” – ра-йонда иң тәүгеләрҙән булып эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген башлап ебәреп, әле лә урындағы власть менән тығыҙ бәйләнештә булып, йәмәғәт әүҙемлеге күрһәтеп, уны уңышлы дауам итеүсе Д.М.Хәйруллин, Х.В.Ишмырҙин, А.К.Узелкова, Р.А.Сәғитов айырым билдәләп үтелде.

“Тотороҡло бизнес” номинацияһында Н.А.Федоров (Аҡкүл), А.М.Наталенко, Д.В.Кулагин (Красноусол), И.Р.Солтанморатова (Бурлы), “Ҡатын-ҡыҙ – йыл эшҡыуары” номинацияһында “Изгелек шишмәһе” автономлы коммерция булмаған халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Р.Ф.Рахманғолова Дип-ломдар менән бүләкләнде.

Һәр төрлө кимәлдәге бюджетҡа һалым түләүҙә һәйбәт күрһәткестәргә өлгәшкән бер төркөм шәхси эшҡыуарҙар һәм эшҡыуарлыҡ субъекттары район хакимиәтенең Маҡтау грамоталарына лайыҡ булды. Улар: ”Красноусол” минераль һыу ҡойоу заводы” ЯСЙ-е (Ю.А.Сизинцев), “Тереһыу” ЯСЙ-е (И.М.Сөләймәнов), “Красноусол” минераль һыуҙары” (А.А.Колпащиков), “Урожай” ЯСЙ-е КХ-һы (Н.М.Хисаметдинов), “Аҡкүл” ЯСЙ-е (И.Н.Ханнанов) һәм башҡалар.

Ауыл биләмәләре хакимиәттәре менән әүҙем хеҙмәттәшлектәре, хәйриә эшмәкәрлегендә ҡатнашыуҙары өсөн И.Ә.Бәхтейәров, С.Р.Таһирова, В.В.Максимов, Ф.Ф.Сәлихов, Э.У.Йәнбәкова, И.Ғ.Сәғиҙуллин, А.М.Есмагамбетов, П.А.Казанцевтарға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Уңышлы эшләп килгән эшҡыуарҙар менән берлектә беҙҙә йәштәр бизнесы ла үҫеш алды. “Уңышлы старт” номинацияһында И.Р.Ғиззәтуллин, И.Ғ.Зәйнетдинов, И.С.Шаһиев, Э.Э.Рәхмәтуллина, шәхси эшҡыуар, крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы М.Р.Шаймарҙанов билдәләнде.

“Тормошта ла, бизнеста ла бергә – ҡулға-ҡул тотоношоп” номинацияһында М.М. һәм Х.М.Сөләймәновтар, Ф.А. һәм М.З.Фәйезовтар, Г.В. һәм А.З.Ҡаҙаҡҡоловтар, Н.Т. һәм С.И.Фоминдар, Н.Г. һәм Р.Х.Заһиҙуллиндар, шулай уҡ улдары менән М.Н.Мөхәмәтова бүләкләнде.

Райондың ауыл хужалығы үҫешенә тос өлөш индергәне, юғары сифатлы ауыл хужалығы продукцияһы етештергәне өсөн Рәхмәт хаттарына лайыҡ булдылар: “Восход-СТ” ЯСЙ-е ауыл хужалығы предприятиеһы (Р.З.Бакиров), фермерҙар М.Ш.Алиян, Р.Ғ.Мырҙағолов, М.З.Шәмсетдинов, Р.Р.Йомағолов.

Әлбиттә, был эшмәкәрлектәрен уңышлы алып барып, бүләкләүгә лайыҡ эшҡыуарҙарҙың тулы исемлеге түгеллеген билдәләне конференцияны ойоштороу-сылар. Ошондай бер сара сиктәрендә генә барыһын да атап үтеү мөмкин дә түгел. Эшҡыуарҙарҙың үҙҙәрен күрһәтер әлегеләй сара һуңғыһы булмаҫ, тигән теләктә үҙ эшен йомғаҡланы йыйын.

И.ӘЛИБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас в